+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Октябрь 2021, 13:53

Китаптар – экранда

Әсән ауыл модель китапханаһы “Китаптар – экранда” проектын башлай – килеүселәргә билдәле яҙыусылар әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар тәҡдим итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Китаптар – экранда
Китаптар – экранда

Әсән ауыл модель китапханаһы “Китаптар – экранда” проектын башлай – килеүселәргә билдәле яҙыусылар әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар тәҡдим итә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Яратҡан китапты ҡайтанан уҡыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡ, экранлаштырылған әҫәрҙәрҙе ҡарау ҙа күңелле”, – ти китапханасы Гөлфинә Ситдиҡова.

“Мәҙәниәт” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Әсән ауыл модель китапханаһына интерактив ҡоролмалар алынды, был китапханасыларға ҙур экранда фильмдар һәм видеопрезентациялар күрһәтеү мөмкинлеге бирә, тип белдерә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә китапханаға “Һеңлекәш” фильмын ҡарарға Әсән урта мәктәбе уҡыусыларын саҡырмаҡсылар. Яҙыусының тормошо һәм ижады, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы хаҡында әңгәмә лә ҡороласаҡ.

Фото “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: