-2 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Октября 2021, 05:19

Балаларҙың шат тауышы яңғыраһын

Салауат районының Лаҡлы ауылында 80 урынлыҡ мәктәп асылды. Ошонда уҡ 40 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла урын алған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларҙың шат тауышы яңғыраһынБалаларҙың шат тауышы яңғыраһын
Балаларҙың шат тауышы яңғыраһын

Салауат районының Лаҡлы ауылында 80 урынлыҡ мәктәп асылды. Ошонда уҡ 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла урын алған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бина өс блоктан тора, уларҙың дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. Мәктәптең тирә-яғы төҙөкләндерелгән, асфальт һалынған, спорт һәм уйын майҙансыҡтары бар. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы заманса йыһазландырылған.

Социаль әһәмиәтле объект “Демография” милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлдө, тип хәбәр итә  БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Объектты төҙөү 2019 йылда башланған. Дәүләт заказсыһы – БР капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы – “Геострой” ойошмаһы.

Фото –  БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас