+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь 2021, 13:37

Экспозициялар киңәйә

Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында яңы заманса күргәҙмә ҡоролмаһы ҡуйылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Экспозициялар киңәйә
Экспозициялар киңәйә

Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында яңы заманса күргәҙмә ҡоролмаһы ҡуйылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

14 быяла витрина барлыҡҡа килде, тип һөйөнсөләй Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Стеллаждар кәрәкле үлсәмдә эшләнгән, экспонаттарҙы яңыртыуы ла уңайлы. Ҡоролмалар “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит “ проекты сиктәрендә ҡуйылған.

Музей хеҙмәткәрҙәре килеүселәрҙе хәҙер яңыртылған залдарҙа ҡаршы ала. Директор Марина Ғатауллина һүҙҙәренсә, бында Дәүләкән районы тарихы буйынса үҙенсәлекле әйберҙәр, документтар һаҡлана. Әле Республика көнөнә арналған байрам экспозицияһы әҙерләнә.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: