+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2021, 18:36

Урман – йәшел ҡалҡан

Ейәнсура урман хужалығында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Был көндө барыһы дүрт мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Урман – йәшел ҡалҡан
Урман – йәшел ҡалҡан

Ейәнсура урман хужалығында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Был көндө барыһы дүрт мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Акцияла урмансыларҙан тыш район хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Бындай акциялар матур традицияға әйләнде. Йылдан-йыл экологик башланғыстарҙы күберәк кешеләр күтәреп ала, – ти “Ейәнсура урман хужалығы” ойошмаһы етәксеһе Салауат Сәғитов.

Акция “Экология” милли проектының “Урманды һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: