+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2021, 19:53

Сүп-сар йыйыуҙың яйы бар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә эшлекле кәңәшмә үтте. Унда ике һорау буйынса фекер алыштылар: республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы һәм юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сүп-сар йыйыуҙың яйы бар
Сүп-сар йыйыуҙың яйы бар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә эшлекле кәңәшмә үтте. Унда ике һорау буйынса фекер алыштылар: республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы һәм юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашыусыларҙың иғтибарын “Йәшел патруль” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыуҙың сифаты буйынса милли экологик рейтинг һөҙөмтәләренә йүнәлтте, тип хәбәр итә  БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Башҡортостан 85 төбәк араһында 46-сы урынды биләй. Һис шикһеҙ, был беҙ көткән һөҙөмтә түгел. Рейтинг – дәртләндереү һәм ҡайһы позицияла эште көсәйтергә икәнлеген күрһәткән факторҙарҙың береһе генә. Һөҙөмтә мөһим. Сүп-сар реформаһы һөҙөмтәлегенең төп күрһәткестәре элеккесә ҡала – сүп-сар йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе ябайлаштырыу, кәрәкле инфраструктура булдырыу һәм халыҡтың күрһәтелгән хеҙмәттәр менән ҡәнәғәт ҡалыуы, – тип билдәләне Премьер-министр.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: