+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2021, 12:05

Изгелек автобусы

БР йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты һәм Республика волонтерҙар хәрәкәте үҙәге “Изгелектәр ваҡыты” акцияһы үткәрә. Ул Башҡортостан муниципаль берәмектәренең яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив ирекмәндәр штабтарында һаҡланыу кәрәк-ярағы фондын булдырыу маҡсатында ойошторола. Муниципалитеттарға шәхси һаҡланыу саралары (битлектәр, антисептиктар) тапшырыла, шулай уҡ ирекмәнлек мөмкнлектәре тураһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Сентябрҙә “изгелек автобусы” Межгорье ҡалаһында булды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Изгелек автобусы
Изгелек автобусы

БР йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты һәм Республика волонтерҙар хәрәкәте үҙәге “Изгелектәр ваҡыты” акцияһы үткәрә. Ул Башҡортостан муниципаль берәмектәренең яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив ирекмәндәр штабтарында һаҡланыу кәрәк-ярағы фондын булдырыу маҡсатында ойошторола. Муниципалитеттарға шәхси һаҡланыу саралары (битлектәр, антисептиктар) тапшырыла, шулай уҡ ирекмәнлек мөмкнлектәре тураһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Сентябрҙә “изгелек автобусы” Межгорье ҡалаһында булды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

  

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге директоры Анжелика Нурмөхәмәтова ҡаланың егет-ҡыҙҙары һәм белем биреү учреждениелары психологтары өсөн “Нисек уңышҡа ирешергә” тип аталған оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, тип хәбәр итә Межгорье ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә үтә.  

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында оператив ирекмән штабтары эшен дауам итә. 2020 йылдың апреленән алып республикала һигеҙ меңдән ашыу кеше волонтерҙар рәтенә баҫып, 500 мең кешегә ярҙам күрһәткән.

Фото – Межгорье ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: