+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2021, 16:27

Әкиәт – йәнгә дауа

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылы модель китапханаһында “Урман мәктәбе” тип аталған әкиәт терапияһы буйынса дәрес  үткәрелде.   #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Әкиәт – йәнгә дауа
Әкиәт – йәнгә дауа

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылы модель китапханаһында “Урман мәктәбе” тип аталған әкиәт терапияһы буйынса дәрес  үткәрелде.  

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Балалар “Урман йәнлектәре дуҫлығы тураһында әкиәт” китабы буйынса мауыҡтырғыс әҙәби сәйәхәткә сыҡты, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Ысын дуҫлыҡ нимә ул?”, “Урман йәнлектәре менән дуҫлашып буламы?” – бәләкәстәр ошо һорауҙарға яуап эҙләне. Осрашыу күңелле уйындар менән аралаштырылды, кескәйҙәр йүгереп, һикереп тә алды, һуңынан йәнлектәр хаҡында видеояҙма ҡараны.

 “Әкиәт терапияһы методикаһы баланы тормошҡа дөрөҫ ҡарарға, фекерләргә өйрәтә, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә”, – ти китапханасы З.Ф.Сабғийәнова.

Иҫке Ҡалмаш ауылы модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған.

Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: