+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 16:10

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы “Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!” республика акцияһы иғлан итә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!”
“Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы “Башҡортостан ҡыҙы” журналын – әсәйҙәргә!” республика акцияһы иғлан итә.

Ул, 2022 йылдың беренсе яртыһына республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһына яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатын тотоп, быйыл 28 ноябрҙә билдәләнгән Әсәйҙәр көнөнә арнала. 

Шарттары үтә лә ябай: һәр кем “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙыла һәм уны әсәһенә, өләсәһенә бүләк итә.

Флешмоб рәүешендә эстафетаға туғандарҙы, дуҫтарҙы, ауылдаштарҙы йәлеп итергә, акцияла хеҙмәт коллективы, йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән дәррәү ҡатнашырға мөмкин.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы – бай традицияларға эйә үҙенсәлекле баҫма. Уның терәге, таянысы булып район һәм ҡалаларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро, милләтем, телем, илем, тип янған әүҙем гүзәл заттар, ир-уҙамандар тора.

Әлеге яуаплы мәлдә лә, журналға яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙам һорап, фәҡәт Һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, әле, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, баҫмаға яҙылыусылар һаны 35% кәмегән.

Республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналын бергәләп ҡурсалайыҡ, үҫтерәйек.

Баҫмаға яҙылып, һәр кем ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота ала.

Бүләктәр конкурсында ҡатнашыу шарты менән һеҙ https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-11-11/matbu-at-y-sel-r-e-imm-tle-b-l-kt-r-k-t-2579111 һылтанмаһы буйынса журналдың сайтында таныша алаһығыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Журналға ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: