-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Ноября 2021, 07:20

Матбуғат һөйөүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә

Республикала 2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙған мәле. Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, һеҙ яратҡан гәзит-журналдарҙы өйгә алдырып кинәнеп уҡыуҙан тыш, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матбуғат һөйөүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтәМатбуғат һөйөүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә
Матбуғат һөйөүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә

Республикала 2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙған мәле. Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, һеҙ яратҡан гәзит-журналдарҙы өйгә алдырып кинәнеп уҡыуҙан тыш, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.

Район һәм республика баҫмаларына яҙылғандар өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән.

Дәртләндереү саралары – шулай уҡ ҙур бүләктәр “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан да буласаҡ.

Бүләк отошонда ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналына һәм тағы бер баҫмаға яҙылыу шарт.

 Яҙылыуҙы һеҙ:

- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;

- журнал редакцияһында;

- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.

“Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың беренсе яртыһына ике баҫмаға яҙылыуығыҙҙы дәлилләгән квитанциялар күсермәһен 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “ Башҡортостан Республикаһы ” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Квитанцияларҙың күсермәһен шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына адресларға ла онотмағыҙ.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас