-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
22 Август , 12:20

Наилә апай

Алмалар балланып, хуш еҫенән баштар әйләнгән, иген башаҡтары бешеп тулышҡан хозур августа донъяға килгән ул. Был айҙың яғымлы йомартлығы ла, аҡыллы сабырлығы ла, тилбер уңғанлығы ла сағыла булмышында. Республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 39 йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы ҡабул итеү бүлмәһенең алмаш-тырғыһыҙ хужабикәһе – секретарь-машинистка булған, әле хаҡлы ял рәхәттәрен татыусы хөрмәтле апайыбыҙ Наилә Жәүит ҡыҙы Саҙрыева ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Наилә апай
Наилә апай

Ни эшләп бала сағында ҡайнар ҡояш аҫтында шәкәр сөгөлдөрө утау хәтеренә айырыуса ныҡ уйылған икән? Йыл һайын йәйҙәрҙе ҡыҙыу хеҙмәттә үткәреү бәләкәйҙән тырышлыҡ, ихтыяр көсө, түҙемлек тәрбиәләгәнгәлер, моғайын. Тап ошо сифаттары уға бормалы тормош юлдарын уҙғанда юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә лә инде.

«Икһеҙ-сикһеҙ йәшел диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан сөгөлдөр баҫыуы, теүәл ике гектары әсәйемә бүленгән, – тип хәтерләй Наилә апай. – Ул, иртәнге еләҫтә күберәк утап ҡалайым тип, көтөү ҡыуғас та шунда ашыға. Беҙ ҙә оҙаҡ йоҡлап ятмайбыҙ, уяныу менән янына йүгерәбеҙ. Төшкә табан ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, маңлайҙан аҡҡан әсе тирҙе ҡул һырты менән һөртәбеҙ ҙә утауҙы дауам итәбеҙ. Арыһаң да, туҡталыу, кешенән ҡалыу юҡ, кәтмәнеңде һелтәп алға бараһың.

Эңер төшкәндә арманһыҙ булып ҡайтып ингән сөгөлдөрсөләрҙе Миңһылыу өләсәй көтөп тора. Малды ҡаршы алып, һыйыр һауған, мунса яҡҡан, ашарға бешергән. Иң рәхәте – кисен бөтә ғаилә менән түңәрәк өҫтәл артына йыйылыу. Ул күренеш һаман күҙ алдында: колхоз малын ҡараусы атайым, әсәйем, өләсәйем һәм беҙ, алты бала – Гөлсөм һәм Флүрә апайҙарым, Флүр, Зәйтүнә, Лилиә туғандарым һәм мин, ашыҡмай ғына киске аш ашайбыҙ. Ризығыбыҙ – батша һыйы түгел, ябай ғына ауыл тәғәме. Ләкин беҙ бәхетле һәм ни өсөн икәнен һүҙ менән аңлатыу ҙа мөмкин түгел...»

Тыуған Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған ҡыҙ бишенсе класҡа тиҫтерҙәре менән  Раевка 1-се башҡорт мәктәбенә бара. Ун йәшлек балалар бик иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнә. «Шәмбе һәм шаршамбыла Раевка – Өфө электричкаһында ауылға ҡайтабыҙ, бәләкәйһегеҙ тип, ата-әсәләр оҙатып йөрөмәне», – ти Наилә апай.

Келтер-келтер килеп, күңелле көй көйләүсе шул уҡ электричка уны, Мәлиха менән Жәүит Ғәлиәх­мәтовтарҙың уртансы ҡыҙҙарын, бер нисә йылдан баш ҡалабыҙ Өфөгә алып китәсәк. Башҡортостан радиоһында эшләүсе Флүрә апаһы һеңлеһен үҙе янына саҡыра. Ай ҙа үтмәй, отҡор һылыу машинкала оҫта итеп баҫырға өйрәнеп ала.

Өс йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналына күсергә тәҡдим итәләр. Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырыусы ҡыҙ алсаҡлығы, кешелеклеге менән коллективтың һөйөүен яулай һәм тиҙ арала редакция тураһында фекер тыуҙырыусы мөһим хеҙмәткәргә әйләнә. Сөнки «Башҡортостан ҡыҙы»на килеүсе уҡыусыларыбыҙ, авторҙар иң тәүҙә ҡабул итеү бүлмәһенә, Наилә Жәүит ҡыҙы янына инә. Ул иһә бөтәһен дә ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡаршы алып, етәкселеккә йәки бүлектәргә оҙатып ҡуя.

Журналистарҙың ҡағыҙҙағы мәҡәләләрен машинкала йылдам йыйыусы Наилә апай, компьютерлаштырыу башланғас, заман техникаһын йәһәт кенә үҙләштерә. «Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалдарының да бик күп ҡулъяҙмаларын баҫыу,  әле сыҡмаған әҫәрҙәрен беренсе булып уҡыу бәхете тейҙе», – ти ул, йылмайып. 

Баҫманың төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова, Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова, Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева уның үҙҙәре өсөн бар яҡлап ышаныслы ярҙамсы, оло терәк булыуын билдәләй. Шунса йылдар дауамында редакцияла ғәжәйеп йылы, ҡотло, татыу ғаилә мөхите тантана итеүенә  Наилә апай баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул яһаған сәйҙәрҙең тәме һаман телдә.

«Башҡортостан ҡыҙы» – яҡтылыҡ өләшеүсе баҫма, тип инана Наилә апай. Ғүмерлек мөхәббәте – Кушнарен районы егете Камил Саҙрыев менән тап журналда эшләй башлаған сағында таныша. «Ғаиләм, туғандар тип йән атып торған, ифрат тырыш, киң күңелле кеше ине ул», – тип хәтерләй  тормош иптәшен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҫыл ирҙең ғүмере бик иртә өҙөлә. Улдары Азат менән Наил етемлекте той­маһын өсөн бөтә көсөн һала әсә. Иш янына ҡуш булһын тип, баҡсаһын да үҫтерә, өҫтәмә эш тә ала. Тәүҙә ике, аҙаҡ өс бүлмәле фатир юллап алып бирешкән баш мөхәррир Гөлфиә Юнысоваға рәхмәттәр уҡып бөтә алмай. «Балаларымды ҙур донъяла үҫтереү бик рәхәт булды. Һәр береһенең үҙ бүлмәһе булыу тәрт­ипкә лә өйрәтә, күңел иркенлеге лә бирә», – ти ул.

Азат менән Наил, әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, уға бар яҡлап ярҙам итергә ынтыла. «Бәләкәй баланың үҙ ынтылыштары булған оло шәхес икәнен һәр ваҡыт иҫтә тоттом. Улдарым үҙҙәрен кешенән кәм һиҙмәһен тип, тиҫтер­ҙәре тетрис уйнай башлағас, тетрисын да, кеҫә телефоны килеп сыҡҡас, уныһын да, компьютерын да алып бирҙем. Гармун менән ҡурайҙары ла булды, – ти әсә. – Бер генә үкенесем бар. Икеһе лә гитарала уйнарға хыяллана ине. Түләүле курстарҙа уҡытырлыҡ аҡса бар, әммә ике гитара алырға етмәй. Ләкин аҙаҡ был хыялдарын да тормошҡа ашырып ҡуйҙылар, ағалы-ҡустылы гитарала уйнайҙар».

Биш йәштән «Тамыр» студияһына йөрөгән Азат студент йылдарында уҡ радиола эшләй башлап, туғанын, әсәһен хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Наил дә ағаһы өлгө­һөндә үҫмер саҡтан уҡ  яҡындарын ҡайғыртыуҙы бурысы тип күрә. Ҙур ҡалала егеттәрҙе нисек әсәй йәнле итеп тәрбиәләү хаҡында Наилә апай менән айырым мәҡәлә әҙерләргә булалыр.

«Килендәремдән уңдым, улдарым менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып йәшәйҙәр, – тип һөйөнә ул. – Азатым Эльвира килен менән Әминә ейәнсәребеҙҙе үҫтерә. Наил менән Регина килендең ҡыҙҙары икәү: Камилә һәм Сабина. «Әсәй, өләсәй!» тип өҙөлөп тороуҙарынан йәнем ирей».

Наил, йәш кенә булыуға ҡарамаҫ­тан, баш ҡалабыҙҙың ҙур бер коммуналь хужалығын  – идара итеү компанияһын етәкләй. Хеҙмәте Өфө халҡының көндәлек уңайлы тормошон тәьмин итеүгә арналған. «Атлап түгел, йүгереп йөрөүҙәре, донъя­сыллығы, бар ерҙә тәртип яратыуы менән атаһына оҡшаған», – ти Наилә апай.

Ә Азатты республикала йәшәүселәр талантлы, ялҡынлы тележурналист итеп белә. Украинала махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ янынан иң тәүге репортаждарҙы әҙерләүсе Азат Саҙрыев бөгөн хәрби хәбәрсе булараҡ та абруй яулаған. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ут эсендәге һалдаттарыбыҙ ҡаһарманлығын сағылдырған тетрәндергес бихисап проекттар авторы ул. Башҡортостан егеттәренең тиңдәшһеҙ батырлығын яҡтыртҡан эштәре, «Үҙебеҙҙекеләр», «Изге туғанлыҡ» тигән ике документаль фильмы өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

Ил ғорурланырлыҡ баһадирҙар үҫтергән, нәҫеленең гәүһәрҙәй бер заты булған, журналыбыҙҙың ҡотон арттырыуға яҡты булмышын бағышлаған хөрмәтле ветераныбыҙҙы күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән тәбрикләйбеҙ! Ғүмер буйы ҡылған изге ғәмәлдәрең бөтмәҫ ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ, балалар бәхете, күңел бөтөнлөгө булып әйләнеп ҡайтһын, Наилә апай!

Наилә апай
Наилә апай
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: