-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
21 Март , 14:15

Икенсе әсәйем

Ауыр һуғыш йылдарында, 1944 йылдың 21 мартында, киләсәккә яҡты өмөт сәсеп, тирә-йүнде нурға ҡойондороп донъяға килгән ҡыҙ ул. Сабыйҙы йәйләүҙәге ҡатындар яратып, танһыҡлап, ҡулдан төшөрмәй күтәреп йөрөтә, бәхетле яҙмыш юрай. Бөтә ил кисергән афәт мәлендә аҡ биләүҙәге бала аҡ өмөттәр уятҡандыр, йыуаныстары һәм ҡыуаныстары булғандыр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға рух күтәренкелеге, көс тә биргәндер...

Икенсе әсәйем
Икенсе әсәйем

Һөйөүгә сорналып үҫкән был ҡыҙ – минең ҡәйнәм Флүрә Гәрәй ҡыҙы Ҡунафина. Атаһы Гәрәй Ибраһим улы, һуғыштан яраланып ҡайтып, колхоз рәйесе булып эшләп йөрөгән була. Хәләл ефете Хәнифә Абдулла ҡыҙы менән улар, ун бер балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә. Һәр кеме үҙ юлын таба, үҙ көсө менән донъя ҡороп йәшәй. «Атайым бик йомшаҡ күңелле булды, уның бер тапҡыр ҙа тауыш күтәргәнен иҫләмәйем. Ғүмер буйы дин тотто, бөтөнләй тыйылған совет осоронда ла иман юлынан тайпылманы, мулла булып тирә-йүнгә хеҙмәт итте, унан ҡалған ҡомартҡы Ҡөрьән китабы әле миндә һаҡлана. Инәйем иҫ киткес йомарт ҡуллы, егәрле ине. Беҙҙең өйҙән туғандар, таныштар өҙөлмәне, самауыры өҫтәлдән төшмәне», – бала саҡтағы бәхетле мәлдәрен иҫләп, ҡәҙерле хәтирәләргә бирелеп һөйләй ҡәйнәм.
Урта мәктәптән һуң уҡыуын дауам итергә теләге булһа ла, ул йылдарҙағы йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу сәйәсәтен аша атлап сыға алмай – колхозда ҡала. Ун һигеҙ генә йәшендә Сәхиулла Сафиулла улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Өс ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтерә улар. Икеһе лә «Йондоҙ» колхозында фиҙакәр хеҙмәт итә: береһе – алдынғы механизатор, икенсеһе сөгөлдөр эшендә ал бирмәй. Ил күргәнде күреп, намыҫлы эшләй, баҫалҡылығы, ғәҙел холҡо менән ауылда абруй ҡаҙана Ҡунафиндар. «Ябай колхозсы ғына булһа ла, бик аҡыллы ине атайым. Көтөүсеме, етәксеме – һәр кем менән уртаҡ тел табып, шул кимәлдә аралаша белде. Юғары уҡыу эләкмәһә лә, белемле булды, хатта уҡытыусылар ҙа уның менән килеп кәңәшләшә торғайны. Иң мөһиме – илеңде, ереңде яратып йәшә, изгелек ҡыл, алдашма, урлашма, тип ҡабатланы инәйем менән атайым һәр саҡ», – тип хәтерләй улдары Венер. «Улар беҙҙе ижади фекерләргә өйрәтте, тормошҡа ижади ҡараш тәрбиәләне. Көн дә тиерлек үҙ-ара шахмат йә шашка майҙанында аҡыл көсөн һынайбыҙ, уҡытыусылар бик тыйһа ла, логик фекерләүегеҙ үҫешә, хәтерегеҙ шәбәйә, математиканан мәсьәләне шәп сисәсәкһегеҙ, тип атайым өйҙә кәрт тә уйната торғайны. Ҡырҡмаһа ҡырҡ эш булғанда ла, атайым да, инәйем дә, китап уҡырға ваҡыт табып, шул уҡығандары хаҡында хәбәрләшеп ултырғандары күҙ алдымда. Кисен инәйемде уратып ятып, уның ҡысҡырып китап уҡыған саҡтарын һағынып иҫләйем. Уға һыйынып ҡына ятабыҙ, үҙе йылы һәм инәйемдең татлы, уға ғына хас, икмәкме, әллә усаҡмы, белмәйем, танһыҡ еҫен еҫкәп, әҫәрҙәге ваҡиғалар тулҡынында йөҙә-йөҙә рәхәтлек кисерәбеҙ», – был хәтирәләр Мөнирҙеке.
«Бар байлығыбыҙ – балаларыбыҙ», – тип йәшәй Ҡунафиндар. Етенсе синыфҡа тиклем тик «бишле»гә генә өлгәшкән, артабан белем алырға мөмкинлеге булмаған ғаилә башлығы балаларын уҡытып, кеше итергә, уңышлы итеп тәрбиәләргә маҡсат ҡуя. «Бар мөлкәтемде тотонһам-тотонам, балаларымды уҡытам», – тип ҡабатлар була ул. Хыялдары тормошҡа аша – алты балаһы ла юғары белемле, тыуған иленә фиҙакәр хеҙмәт итеп, үҙ эшендә хөрмәт ҡаҙанған. Оло ҡыҙҙары Лира Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында йәшәй, ғүмерен мәғарифҡа арнаған абруйлы уҡытыусы, Рәсәй кимәлендә юғары наградаларға эйә. Венера апай ҙа тормошон балаларға бағышлаған – тәрбиәсе, Сәйетбаба ауылы балалар баҡсаһын етәкләй. Венер улдары әле ауыл хакимиәте башлығы йөгөн тарта. Минең тормош иптәшем Мөнир – журналист, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Юнир – рәссам, мәктәптә рәсем, хеҙмәт дәрестәренән белем бирә. Иң кесе ҡыҙҙары Эльвира – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Красноусол гимназияһында башҡорт теленән уҡыта. Ун бер ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар бөгөн хөрмәтле өләсәйҙең.
«Дөрөҫ йәшәгәнһеңме-юҡмы – ҡарт көнөңдә беленә. Шөкөр, бөгөн һәр баламдың уңышы өсөн шатланып ғүмер итәм. Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һәр кеме үҙенә йәшәргә саҡырһа ла, ғәзиздәремә ауырлыҡ һалаһым килмәй, киреһенсә, төп йортта уларҙы йылы аштар, ҡайнар сәйҙәр менән ҡаршы алам», – ти Флүрә Гәрәй ҡыҙы.
Эйе, беҙ ҡайтҡанда самауыры ҡайнаған, ашы бешкән, ҡоймағы ҡойолған, икмәге уңған була ҡәйнәмдең. Балаларын ғына түгел, ике яҡтың туғандарын да бергә йыя, киң күңеле менән һәр кемен ихлас ҡаршы ала, мәрхүм атаһы менән әсәһе, ҡайныһы менән ҡәйнәһе, тормош иптәше, туғандары рухына даими аяттар уҡытып тора ул. Һигеҙ тиҫтәһен тултырғанда ла тик ултырмай, баҡсаһын үҫтерә, ҡош-ҡорт тота. Был донъяның һәр тыуған көнөнә ҡыуанып, көн дә таң һарыһынан доға-аяттарын уҡып, изге теләктәрен теләп ултыра хөрмәтле ағинәй.
Ҙур татыу ғаиләһенә мине үҙ ҡыҙылай күреп ҡабул итте ҡәйнәм. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы һамаҡлап һикертеүсе, бәпестәребеҙҙе мунсала йыуындырыусы, йәйге ялдарында алып ҡалыусы ла, тура һүҙлелеге, эскерһеҙлеге менән күңелдәрҙе имләүсе лә, кәңәштәрен йәлләмәй, дөрөҫ юлға бороп, татыулыҡҡа әйҙәүсе лә, һеҙ тәмләп тә ҡарамағас, ул ризыҡ минең тамағыма барамы ни, тип өҙөлөп саҡырып шылтыратыусы ла, машина тултырып көсләп-көсләп күстәнәстәрен биреүсе лә, беҙҙең һәр уңышҡа иң ныҡ ҡыуа­ныусы ла, бәләкәс кенә көйөнөскә иң ныҡ борсолоусы ла – Ул – минең Икенсе Әсәйем. Ғүмер юлымда ошондай изге күңелле, бала йәнле ҡәйнә бүләк иткәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәтлемен. Беҙҙе ҡыуандырып, саҡырып, ҡунаҡҡа килеп, һаулыҡта-сәләмәтлектә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын Һиңә, ҡәҙерле Икенсе Инәйем!

Ғафури районы.

Икенсе әсәйем
Икенсе әсәйем
Икенсе әсәйем
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: