1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (М. Ғ. Мортазина класы) һәм 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Л. Г. Менабени класы) тамамлай. 1966—1969 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1974 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1981 йылдан яңғыҙ йырлау бүлеге мөдире булып эшләй, ә 1999 йылдан — вокал сәнғәте кафедраһы мөдире. Уҡыусылары араһында — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы А. Волкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Рима Амангилдина һәм Фәдис Ғәниев, атҡаҙанған артистары Илһам Вәлиев, Минзифа Исҡужина, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Зөлфиә Шакирова, атҡаҙанған артистары Лилиә Букеева, Рөстәм Асаев һәм башҡалар.
Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы 14 фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Йырсы булрараҡ, уның репертуарында операларҙан ариялар, башҡорт, сит ил һәм ватан композиторҙарының йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙары бар. Күп тапҡырҙар «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең, шулай уҡ «Йәйғор» фестиваленең жюри рәйесе була, Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың I халыҡ-ара, «Мин сәнғәт донъяһына инәм» һәм Рәсәйҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаған вокалсылар конкурстарының баһалама ағзаһы була.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына илһамлы оҙон ғүмер, ижади шатлыҡтар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!