-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
27 Март 2023, 09:13

Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын, Мәрйәм апай!

Ғүмерен халҡыбыҙҙың рухы, ҡото, үҙаңы һағында тороуға арнаған арҙаҡлы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева бөгөн 80 йәшен билдәләй. Милләтебеҙҙең аҫыл булмышын, телебеҙ тылсымын, моңобоҙ серен балалар йөрәгенә һалыу өсөн йән атыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналының инешендә торған, уны бар иткән шәхестәребеҙҙең береһе булыуы менән дә бик ҡәҙерле беҙгә. Баҫмабыҙҙың тәүге һаны уның фатирында тыуыуы иһә – үҙе бер тарих.  Хөрмәтле Мәрйәм апай! Һеҙ – ысын милләт әсәһе, рухи таяуыбыҙ, әхлаҡи ҡалҡаныбыҙ. Баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәтегеҙҙең емештәрен күреп, иҫәнлек-һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныста, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы коллективы.

Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын, Мәрйәм апай!
Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын, Мәрйәм апай!

Ғүмерен халҡыбыҙҙың рухы, ҡото, үҙаңы һағында тороуға арнаған арҙаҡлы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева бөгөн 80 йәшен билдәләй. Милләтебеҙҙең аҫыл булмышын, телебеҙ тылсымын, моңобоҙ серен балалар йөрәгенә һалыу өсөн йән атыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналының инешендә торған, уны бар иткән шәхестәребеҙҙең береһе булыуы менән дә бик ҡәҙерле беҙгә. Баҫмабыҙҙың тәүге һаны уның фатирында тыуыуы иһә – үҙе бер тарих.

 Хөрмәтле Мәрйәм апай! Һеҙ – ысын милләт әсәһе, рухи таяуыбыҙ, әхлаҡи ҡалҡаныбыҙ. Баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәтегеҙҙең емештәрен күреп, иҫәнлек-һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныста, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

«Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы коллективы.

Автор:
Читайте нас: