Сибайҙың йылдам үҫешкән осоро. Төрлө тарафтарҙан йәш белгестәр: уҡытыусылар, методистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күсеп килә. 1967 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған Клара ла Сибай ҡалаһына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын ҡаланың 4-се мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып башлай ул. Яңы институт тамамлап килгән тәжрибәһеҙ йәш белгестән ысын педагог яһауҙа ошо мәктәп коллективының роле ҙур була.
Күпмелер ваҡыт үткәс, уны Сибай тау-байыҡтырыу техникумына эшкә саҡыралар. Бында ла Клара ханым үҙен эҙләнеүсән, өлгөр уҡытыусы итеп таныта. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә техникумдың, методик советтың эше йәнләнә, яңынан-яңы уҡытыу программалары индерелә, республика, Рәсәй, Бөтә Союз кимәлендә фәнни-ғәмәли кәңәшмәләр, семинарҙар үткәрелә. Ун йыл дауамында ул техникум директорының уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары вазифаһын алып бара. Өлгөр уҡытыусы үҙенә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән техникумдың ул саҡтағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Геннадий Гребенщиковты, Валерий Смольниковты, Эмма Сафонованы, Хәмдиә Ырыҫкилдинаны оло рәхмәт менән иҫкә ала. Директор урынбаҫары булараҡ, уға методик советтың эшен күҙәтеүҙә тоторға, фәнни-методик эш алып барырға, асыҡ дәрестәр, кәңәшмәләр, семинарҙар ойошторорға тура килә. Быларҙан тыш, тәрбиәүи саралар үткәреү, художестволы үҙешмәкәрлекте үҫтереү, спорт ярыштары уҙғарыу ҙа уның иңенә төшә. Уны Бөтә Союз буйынса тау-байыҡтырыу уҡыу йорттарында белем биреү кимәлен тикшереү буйынса бригадаға алалар. Клара Зәкир ҡыҙы тикшереүсе сифатында Советтар Союзының Төҫлө металлургия министрлығына ҡараған бөтә техникумдарҙы йөрөп сыға. Эш сәфәрҙәрендә күргән-белгәндәрен уҡытыусыларға асыҡ дәрес рәүешендә күрһәтә.
Клара Зәкир ҡыҙының хеҙмәтен етәкселек тә күрмәй ҡалмай. Уға Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Ҡаланың мәҙәниәт тормошон үҫтереүгә бөтә көсөн, дәртен һала ул. Төрлө сараларҙың, бәйгеләрҙең күпләп үткәрелә башлауында, филармония, балалар театры, музыка лицейы, сәнғәт мәктәбе, Өфө сәнғәт училищеһының филиалы кеүек мәҙәниәт усаҡтары тоҡаныуында Клара Зәкир ҡыҙы Йәғәфәрованың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул бөтә ошо башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн ҡала хакимиәтенә, уның ул ваҡыттағы башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа рәхмәтле.
2002 йылда ғаиләһе менән Өфө районының Подымалово ҡасабаһына күсенәләр. 2004 йылда уны урындағы мәктәпкә физика уҡытыусыһы итеп саҡырғас, баш тартмай, үҙе эшләгән арала уҡыусылары физика буйынса районда призлы урындар ҙа яулап өлгөрә. Ике йыл ғына эшләп ҡала, һаулығы буйынса уҡытыуҙы ҡалдырырға мәжбүр була.
Тормош иптәше Ринат менән улар Роберт һәм Адус исемле ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Айгөл һәм Ирина килендәренән дә уңған Клара Зәкир ҡыҙы. Биш ейән-ейәнсәр, бер бүләгә өләсәй ул хәҙер. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше Ринат ике йыл элек мәрхүм булды.
...Клараның бар булмышынан ниндәйҙер йылылыҡ, йылдар буйына тупланған тәрән аҡыл бөркөлә. Күҙҙәрендәге нур сатҡыһы ла юғалмаған. Һаман да ошо ҡараштарҙың йылыһы күңелде иретә.
Көҙҙөң үҙе кеүек йомарт йәнле, алсаҡ Клара Зәкир ҡыҙы ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Әхирәтемде оло байрамы менән ҡотлап, уға теләктәрҙең изгеләрен, шатлыҡтарҙың ҙурын, бәхеттең нурлыһын теләйем!
Светлана Йәнтүрина,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.