Юрматыла һылыу ҡыҙҙар бөтмәгән,
Һылыу ҡыҙҙар ил хәстәрен йөкмәгән,
Илдә әле сая ҡыҙҙар барында,
Донъяларҙың әле ҡото китмәгән.
Усаҡтарҙың дөрләр әле ялҡыны,
Туңдыралмаҫ йәнде ҡыштың һалҡыны.
Рух һағында, тел һағында тороусы, –
Донъяларҙы Гөлдән, Нурҙан ҡороусы!
Юрматынан – аҫыл ҡыҙы халҡымдың!
Дәртен алған, көсөн алған ялҡындың!
Кеше өсөн, эше өсөн йән атыр,
Шундай ҡыҙҙы ҡуш йөрәкле яратыр!
Киләсәгең яҡты булһын, гөл, нурҙан!
Маҡсаттарың-хыялдарың – гел нурҙан!
Яҡты булһын офоҡтарың үҙеңдең,
Изге эшкә таяуы һин илеңдең!
Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның был шиғыры сағыу замандаштарыбыҙҙың береһе Гөлнур Ҡолһаринаға арналған. “Халҡым, республикам” тип янып, туҡһанынсы йылдар башында ижтимағи, сәйәси тормоштоң ярһыу тулҡынына ҡушылған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы бөгөн билдәле йәмәғәт эшмәкәре, матур эштәре менән танылған һылыуҙарыбыҙҙан һанала. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина яңы йылға айырыуса тулҡынланып аяҡ баҫҡан – сөнки ул үҙе лә Көнсығыш календары буйынса килгән Йылан йылында тыуған икән. Ошо уңайҙан уның менән ҡорған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
– Көнсығышта Йылан билдәһенә ихтирам ҙур: был йылда тыуғандарға бик мөһим сифаттар – һиҙгер аҡыл, нескәлек, һығылмалылыҡ хас, тип иҫәпләйҙәр. Ғөмүмән, Йылан – ҡатын-ҡыҙ затынан, ошо билдә аҫтында донъяға килгән гүзәл зат зирәк, тәрән зиһенле, нәзәкәтле, зауыҡлы, тормош көтөү өсөн егәрле тип баһалана...
– Ысынлап та, шулайҙыр. Күп кеше мине ҡоро, артыҡ етди, самаһыҙ талапсан тип күрә, әлбиттә. Ә асылым менән үтә хислемен һәм миңә үрҙә һанап үтелгән бөтә сифаттар ҙа хас. Ләкин йәшләй генә бик яуаплы эштәрҙә эшләүем уларҙы баҫып, һалҡын аҡыл, ойоштороу һәләтен, ҡәтғи фекерләү кеүек сифаттарҙың үҫеүенә килтергәндер. Ун, ун биш меңлек йәштәрҙе йыйған сараларҙы ойоштороу өсөн һинән ҡыйыулыҡ, осҡорлоҡ талап ителә шул, нескә күңеллелеккә урын ҡалмай.
Туғандарым өсөн мин иһә бөтөнләй башҡа яҡтан асылам – донъялағы иң ҡунаҡсыл апай, әсәйемә – хәстәрлекле ҡыҙ, апайыма иң йомшаҡ күңелле һеңле булырға тырышам. Мул ҡуллылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, бер-беребеҙ өсөн йән атып тороуыбыҙ атайым менән әсәйемдән килә. Мәрхүм атайым: ”Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ”, – тип әйтә торғайны. Улар мал артынан ҡыуманы, беҙҙе лә шулай үҫтерҙе. Ысынлап та, тормоштоң матурлығы – бөгөнгө көндә. Киләсәккә изге орлоҡтар бөгөнгө көндән һалына башлана.
Мин дә, йөрәгем йылыһын һалып, үҙемдең донъямды, мөхитемде ҡотло, йәмле итергә тырышам. Мин бешерә белмәгән аш-һыу юҡ, тиһәм, маҡтаныу булырмы икән?!. Ошоғаса беҙ һәр Яңы йылды тыуған йортта ҡаршы алып килһәк, быйыл әсәйемде, туғандарымды үҙ фатирыма йыйып, һый-хөрмәт күрһәттем. Мөғжизәле Яңы йыл төнөндә күмәкләшеп теләгән бар теләктәр тормошҡа ашыр, тип ышанам.
– Мөғжизәгә ышаныусы Гөлнурҙың ҡулына тылсымлы таяҡ тотторһалар, ул ниндәй эштәр атҡарыр ине икән?
– Мин халҡымдың барыһын да яҡшы белемле итер инем. Бары тик белемдең яҡтылыҡҡа илтеүсе, кешене ҡеүәтле итеүсе көс икәненә инанам. Был асыш түгел, әлбиттә, борондан билдәле. Тәрән, киң белемле халыҡтың ҡараңғылыҡта йәшәргә күнмәйәсәге, киләсәген бәхетле итергә ынтыласағы көн кеүек асыҡ.
– Ләкин, ысынлап та, бөгөнгө шарттарҙа балаларына матур белем биреү күптәр өсөн мөғжизәүи теләккә әйләнеп бара түгелме?
– Минеңсә, балаға ғүмер биргәндә ата-әсә уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ та ала. Егерме беренсе быуатта уны белемһеҙ, томана, кәм күңел итеп ҡалдырыуҙы бер нәмә менән дә аҡларлыҡ түгел. Бала мөмкинлектәр юҡлығының ҡорбаны булырға тейеш түгел. Уны бер ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмаҫлыҡ яҡшы белемле һөнәр эйәһе итеү – һәр ата-әсәнең изге бурысы, тип уйлайым. Балаһы, үҙе алдында ғына түгел, халҡы алдында ла. Беҙ башҡа халыҡтар менән тиң үҫеү һәм йәшәү өсөн. Был бурысты ата-әсә алдына заман үҙе ҡуя. Уҡыу тураһында һүҙ сыҡҡанда, мин һәр ваҡыт әсәйемде иҫкә төшөрәм: ул ғүмер буйы уҡыны һәм һуңғы дипломын 53 йәшендә алды.
– Кешеләрҙә һин барыһынан да нығыраҡ баһалаған сифат – ...
–... ул тоғролоҡ. Атайым Ғәлинур Хөснулла улы менән әсәйем Зифа Хөсәйен ҡыҙы көнө буйы хөкүмәт эшендә булғас, беҙ өләсәй менән олатай тәрбиәһендә үҫтек. Утыҙ биш йыл ғүмерен мәғарифҡа арнап, өс мәктәп төҙөткән, мәғрифәт, иман нуры таратҡан диндар олатайым “Эштә – етәксегеҙгә, күңелегеҙ менән – маҡсатығыҙға, аралашҡанда мөнәсәбәттәргә тоғро булығыҙ!” – тип әйтә торғайны. Ошо йылдар эсендә төрлө кимәлдәге вазифаларҙы башҡарғанда мин дә кешеләрҙе ошо сифатҡа ҡарап баһаларға өйрәндем. Ул күп осраҡта һөнәри, башҡа төр оҫталыҡҡа ҡарағанда ла мөһим. Сөнки тырышҡанда, һөнәри камиллыҡҡа өлгәшеп була, ә был сифат кешелә юҡ икән, юҡ. Ҙур эштәргә тотонғанда эргәмә тик ышаныслы кешеләр тупланыуы һис осраҡлы түгел. Үҙем дә тоғролоҡҡа тоғро ҡалам – был кешеләр минең бер ҡасан да ауыр мәлдә ташламаҫымды, һынатмаҫымды белә.
– Бөтә Рәсәй билбау көрәше Федерацияһының башҡарма директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы булараҡ, һуңғы осорҙа йәштәр араһында милли көрәште киң таратыу буйынса ҙур эштәр башҡарыуығыҙ билдәле.
– Эйе. Милли көрәш – көс-ғәйрәтте, ҡыйыулыҡты ғына түгел, халҡыбыҙҙың таһыллыҡ, зирәклек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ кеүек иң матур сифаттарын сағыу күрһәткән спорт төрө. Уны йәшәү рәүеше итеп алған йәштәребеҙҙең артыуы – ҡыуаныслы хәл. “Сәләмәт тормош өсөн көрәш!” акцияһы сиктәрендә былтыр көрәш буйынса илленән ашыу сара (ярыштар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр) ойошторҙоҡ. Уларҙа йәмғеһе ҡырҡ биш меңлєп кеше ҡатнашты. Дөйөм белем биреү һәм спорт мәктәптәренә, үҫмерҙәр клубтарына ике йөҙҙән ашыу келәм бүләк ителде. Башҡорт көрәшенә генә хас алымдарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында махсус уҡыуҙар ойошторҙоҡ – тренерҙар Стәрлетамаҡ физик культура институтында оҫталыҡтарын арттырҙы. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов – атаҡлы батыр, башҡорт көрәшселәре араһында беренсе РСФСР чемпионы Харис Йосоповтың улы, спорттың был төрөн һаҡлап ҡалыуҙың, үҫтереүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлап, ҙур тырышлыҡ һала. Сөнки көрәш – мең йыллыҡтар аша бөгөнгө көнгә тиклем килеп етеп, милләтебеҙҙең тарихын, үҙенсәлекле холоҡ-фиғелен, фәлсәфәһен, тәрән әхлағын сағылдырған байлығыбыҙ, мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Ошо тиклем оло хазинабыҙҙы бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа таяныс итеп алырға, рухыбыҙ ныҡлығын арттырыу өсөн файҙаланырға кәрәк.
– Бығаса башҡарылған эштәреңә күҙ һалып, ниндәй тойғолар кисерәһең икән?
– Мин, ысынлап та, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеккә студент саҡтан ҡушылдым. Ул заман – тарихыбыҙҙа яңы дәүер башланып, йәштәрҙең ил яҙмышына үҙ күҙлегенән баһа бирергә, уға йоғонто яһарға, ярһыу дәртен һалып, халҡыбыҙ киләсәген матурыраҡ итергә, рухын уятыуға үҙ өлөшөн индерергє ынтылған сағы ине. Шул йәштәр башҡарған эштәрҙең башында тороусыларҙың береһе булыуым менән дә шатмын. Эштәремдең һәр береһен барлап ҡарайым да, береһе өсөн дә йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел.
– Замандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ике генә һүҙ менән нисек тип билдәләр инең?
– Улар көслө һәм артыҡ ҡыйыу.
– Заман үҙе шулай булырға мәжбүр итә түгелме?
– Заманды ла үҙебеҙ булдырабыҙ бит – ул беҙгә бәйле. Гүзәл заттың үҙ асылын онотоп, ир-аттан алда барырға ынтылыуы уға мөхәббәт етмәүҙәндер, тип һанайым. Ә тормошобоҙҙа һөйөү барлығы-юҡлығы, һөйөүҙе ҡабул итә белеү, минеңсә, иң элек үҙеңде яратырға өйрәнеүҙән килә. Ул – матурлығың, һаулығың хаҡында ҡайғыртыу ғына түгел (былар ҙа, әлбиттә, бик мөһим!), эске донъяңды хәстәрләү, күңел офоҡтарыңды киңәйтеү. Бәләкәй һәм ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға талпыныу һәм күберәк уҡып, яңылыҡҡа ынтылып, даими үҙ өҫтөңдә эшләү, шунан шатлыҡ алыу. Яҡтылыҡ сығанағы булыу. Шул сағында ҡатын-ҡыҙҙа үҙенән ризалыҡ тыуыр, тормошона тыныс аһәң ҡайтыр. Һәм инде уға көслө икәнен раҫлауҙың, ҡыйыу булырға тырышыуҙың кәрәге лә ҡалмаҫ – быларҙың барыһын уның гүзәллегенән илһамланған ир-ат эшләр. Һәр хәлдә, мин шулай уйлайым.
– Үҙ йылыңа бағлаған өмөттәр ҙә ҡәҙимгенән айырылалыр?
– Кистәрен өҫтәлемдә ғилми эшем көтөп ята – уны тамамлап ҡуйырға ниәтләйем. Фән менән шөғөлләнеүем – минең өсөн дан-шөһрәт өсөн дә, ғилми дәрәжә өсөн дә түгел, эске талабым, рухым ихтыяжы. Ғилми эшем халҡыбыҙ ижадының тел-стиль үҙенсәлектәренә арналған. Унан әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек кисерәм! Әлбиттә, йәш быуын өсөн сәләмәт тормош, көрәш рухы йәшәү рәүешенә әйләнһен, тигән ниәттән башлаған ҙур эшебеҙҙе дауам итергә уйлайым – мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе милли көрәшкә йәлеп итеү идеяһы бөгөн халҡыбыҙ яҙмышы өсөн битараф булмаған байтаҡ кешеләрҙе берләштерә. Былтыр Өфөлә билбау көрәше буйынса үткәрелгән халыҡ-ара турнирҙа егерме ике ил вәкиле ҡатнашһа, быйыл уны донъя чемпионаты итеп үткәрергә йыйынабыҙ.
Һәм, әлбиттә, үҙ йылымда бары миңә, тик үҙемә тәғәйен бәхет, инселәнгән шатлыҡтарҙың ситләтеп үтмәйәсәген дә беләм! Һәм ул бәхеттең үтә ҡәҙерле, шатлыҡтарҙың сикһеҙ ҙур булырына ышанам...
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
"Башҡортостан ҡыҙы", 2010 йыл.