-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
1 Апрель 2022, 09:32

Заманыбыҙҙың моң эйәһе билдәһе

Яҡташым, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина бөгөн елле иллеһенә артыла. Һаман да йәш, матур булып ҡалған, тамашасыһына романтик йырсы булып танылған һәм йырҙарында халҡыбыҙҙың быуаттарҙан килгән моңон ишеттергән, ауазы менән берсә күккә күтәргән, берсә боҙло ҡотоптарға атҡан, ялҡынында дөрләткән Римманың тауышын берәү менән дә бутау мөмкин түгел: шишмәләй саф, гөрләүектәй яңғырауыҡлы, күңелде арбаусан ул.

Заманыбыҙҙың моң эйәһе билдәһе
Заманыбыҙҙың моң эйәһе билдәһе

Римма менән бер йылғаның һыуын эсеп үҫкәнбеҙ. Ул Әбйәлил районы Хәлил ауылы ҡыҙы. Студент ваҡыттарҙан уның менән дуҫлаштыҡ. Уның ике ғәләмәт шәп концертының сценарий авторы булыу бәхете яҙҙы. Талантлы режиссер Альмира Ҡыуатова мәктәбен үтеүем тап Римма менән бәйле. Артур Туҡтағолов менән Римма өсөн махсус "Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары" йырын яҙҙыҡ. Ул Юлай Үҙәнбаев менән ижад иткән "Кисер" йырыбыҙҙы ла репертурына алды. Яңыраҡ Гөлфиә Хәләфетдинова менән донъяға сығарған "Әсәкәйем" йырын башҡарып, күктең етенсе ҡатына мендерҙе! Ғәзиз кешебеҙгә йөрәк моңон тап уның күңел ауазы еткерә кеүек.
Риманың ижады минең яҙған йырҙар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Ул төшкән һәр клип күҙ алдында тора, йырҙары йәнде дауалай. Ул халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһына әйләнде. Был уның егәрлелегенә, уңғанлығына, өлгөрлөгөнә бәйле.
Юбилей көнөндә уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, моң шишмәһенең мәңге урғылыуын, ижади бейеклектәр теләйек!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: