-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
22 Февраль 2022, 12:19

Күңелде арбар моң

Йырсыны үҙ ваҡытында «опера сәхнәһе алиһәһе» тип йөрөтәләр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре берлеге ағзаһы Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Ғәзизоваға февраль айында 85 йәш тулды.

Күңелде арбар моң
Күңелде арбар моң

Башҡорт опера һәм балет сәхнәһендә сағыу йондоҙ булып балҡыған Зәйтүнә Ғәзизованы тәбиғәт иҫ киткес һәләт, бик һирәк осрай торған меццо-сопрано тауышы менән бүләкләгән. Уның киң диапазоны юғары ноталы партияларҙы ла, түбән тауыштарҙы ла еңел башҡарыу мөмкинлеге бирә. Зәйтүнә Ғәзизова ғүмеренең 28 йылын башҡорт опера сәнғәтен үҫтереүгә бағышлай. Сәхнә юлы башында Башҡорт дәүләт филармонияһында Бәхти Ғайсин һәм Хәбир Ғәлимов ижади берекмәһендә эшләй. Йырсы диплом эшендә Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһындағы Хаят роле өсөн Өфөлә үткән опера спектаклдәре фестивалендә диплом менән бүләкләнә. Шулай уҡ Чайковскийҙың «Пиковая дама» операһында – Полина, Вердиҙың «Дон Карлос» спектаклендә батша ҡыҙы Эболи партиялары республиканан ситтә лә бик яҡшы ҡабул ителә. Йырсының репертуарында сит ил, рус һәм башҡорт классик операларының партиялары бар. Чайковскийҙың «Евгений Онегин»ында – Ольга, Бородиндың «Кенәз Игорь» спектаклендә – Кончаковна, Заһир Исмәғилевтың дүрт операһында: «Салауат Юлаев»та – Көнбикә, «Шәүрә»лә – Яубикә, «Урал илселәре»ндә – Ҡуйһылыу, «Ҡоҙаса»ла Шәмсиә партияларын башҡара.
Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Хәйбулла районының Айыулы ауылында тыуып үҫкән. Ҡыҙғанысҡа, был ауыл, 60-сы йылдарҙа «перспективаһыҙҙар» мөһөрөнә эләгеп, ер йөҙөнән юҡ ителгән. Йырсы хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Мәктәптә уҡығанда уҡ моңло тауышы менән дан ҡаҙанған ҡыҙ, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамайынса, Урал дәүләт консерваторияһына уҡырға инә. Үҙенең оҙайлы ижад юлында йырсыға илдең танылған дирижерҙары һәм оркестрҙары менән сығыш яһау бәхете тейә, спектаклдәр менән бик күп ерҙәрҙә була. Тормошоноң һәм ижадының төрлө миҙгелдәре хаҡында Зәйтүнә Сабир ҡыҙы тик матур тәьҫораттар һаҡлай. 2015 йылда Зәйтүнә Ғәзизованың шиғри йыйынтығы донъя күрә. 
Бөгөн Зәйтүнә Сабир ҡыҙы – улы, килене һәм ейән-ейәнсәрҙәре ғаиләһендә бәхетле әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй.  Әле лә төҫ ташламаған, моңло тауышын һаҡлаған артистка – бергә үткәргән ғаилә табындарының биҙәге, уның йылы усағын һаҡлаусы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: