Ҙур ғына учреждениела баш иҡтисадсы булып эшләгән әсәһе Әлфиә Минислам ҡыҙы Альбинаның ҡарарын бер ҡасан да инҡар итмәй, сөнки ғәзизенең, булмышына тоғролоҡ һаҡлап, дөрөҫ юл һайлағанына ышана. Ҡыҙының модель бизнесы менән мауығып китеүе лә – һылыуҡайҙың йөрәгендә йылдар буйына йөрөткән хыял орлоғоноң шытым биреү һөҙөмтәһе. Эшкә барған һайын моделдәр агентлығы урынлашҡан бина янынан үткән ҡыҙ бер көн тота ла ошо серле донъяға ишек ҡағып инергә йөрьәт итә. 2020 йылда «Башҡортостан Республикаһы мисы» гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаған ҡыҙға был даирәлә тағы ла яңы офоҡтар асыла. Яҡташыбыҙ, Мысырҙағы «Мисс Eco teen international» халыҡ-ара конкурста «Мисс фотогеничность» номинацияһында еңеп, «Донъяла талантлы 10 гүзәл» исемлегенә инһә, Тайландта үткәрелгән абруйлы «Mисс Grand International-2021» ярышына эләгеү генә лә ҙур мәртәбә була башҡорт сибәркәйе өсөн. Ә яңыраҡ Альбина Төркиәлә «Евразия королеваһы-2021» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при һәм «Евразия королеваһы-2021» титулына эйә булып һөйөндөрҙө.
– Еңеүселәрҙе барлағанда мине «Queen of Social Media-2021» номинацияһында бүләкләгәйнеләр инде. Шуға ҙур еңеүгә өмөтөмдө өҙгәндәй баҫып тора инем, уйламағанда иң һуңынан минең исемем яңғыраны – Гран-при менән ҡотлап, башыма еңеүсе тажын кейҙерҙеләр. Бөтәһе лә төштә һымаҡ тойолдо. Оло мәғәнәгә эйә ҡыуаныслы ваҡиға мәңге йөрәгемде йылытып торор, моғайын да. Ошо еңеүемде әсәйемә арнайым, – ти ихлас йылмайып Альбина. – Хәлемде тын алышымдан һиҙеп торған фәрештә йәнле әсәйемә, терәк булған сабыр тәбиғәтле өләсәйем Мәккә Миғран ҡыҙына, шулай уҡ мине сихри гүзәллек иленә алып ингән матурлыҡ агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәноваға рәхмәт. Өләсәйем инде гүр эйәһе, ә әсәйемә һәм остазыма бәхетле оҙон ғүмер теләйем.
Ер йөҙөндәге иң-иңдәр араһында беҙҙең башҡорт гүзәленең – фиҙакәр йәнле шәфҡәт туташының – буласаҡ табиптың еңеүе бөтәбеҙҙә лә ғорурлыҡ һәм матурлыҡтың ысын мәғәнәһендә донъяны ҡотҡарыуына ышаныс уята. 22 йәшлек башҡорт ҡыҙы Альбина Шәйхесламованың киләсәге лә тик изге маҡсаттарҙан һәм еңеүҙәрҙән генә торһон!