+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
20 Декабрь 2021, 15:18

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2021 йылғы лауреаттары

Журналыбыҙ лауреаттарын ижади уңыштары менән бөтә күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы 2022 йыл да Һеҙҙең өсөн бәрәкәтле килһен. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, барыбыҙға ла тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә һәм бергәләшеп ҡыуанырға яҙһын!

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2021 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2021 йылғы лауреаттары

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА – тәрән әхлаҡи тема күтәрелгән «Ярҙамға ашыҡ» хикәйәһе өсөн (3-сө һәм 4-се һандар).

 

Әхәт СӘЛИХОВ – «Тарих тирмәне» рубрикаһы аҫтында йыл дауамында донъя күргән башҡорт ырыуҙары тарихына арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн (1-се – 12-се һандар).

 

Рәшит ШӘКҮР – республикабыҙға һәм башҡа төбәктәргә ҡағылышлы ер-һыу атамалары тураһындағы мауыҡтырғыс мәҡәләләре өсөн (1-се, 3-сө, 5-се, 7-се,    11-се һандар).

 

Гөлнур ИШБУЛАТОВА – «Рәссам оҫтаханаһы» рубрикаһын даими алып барғаны, журнал уҡыусыларына яңы исемдәр асҡаны һәм һынлы сәнғәтте киң пропагандалағаны өсөн (2-се, 8-се, 9-сы, 10-сы, 12-се һандар).

 

Журналыбыҙ лауреаттарын ижади уңыштары менән бөтә күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы 2022 йыл да Һеҙҙең өсөн бәрәкәтле килһен. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, барыбыҙға ла тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә һәм бергәләшеп ҡыуанырға яҙһын!

Автор:
Читайте нас: