Йәшәй торғас аңлайһың: күңел ул бер баҡса икән. Ғүмер юлында күпмелер йәнәш барырға насип булған матур кешеләр шунда тамырлана ла, үҙеңдең бер өлөшөңә әүерелеп, көндәреңде йәмләй. Шундай күркәм йәндәрҙең береһе ул Рәйсә апай Ҡыуатова. Ул тормошома ҡатмарлы һынауҙарға дусар сағымда килеп ингән дә, уға батып барған әҙәм асырғаныуы менән сат йәбешкәнмен.
Хәтеремдә, үлем менән йәшәү сигендәге хәлгә тарыным да, баш китерлек ҙур аҡсалар кәрәк булды. Туҡһанынсы йылдар аҙағы. Ул саҡта хәҙерге кеүек һәр мөйөштә кредит һоноп торған иҫәпһеҙ банктар юҡ. Уралсиб та, Сбербанк та кире борҙо. Өмөтһөҙлөккә батып эшкә килә ятам. Күҙемә бер нәмә лә күренмәй. Барам-барам да тип-тигеҙ ерҙә абынып китәм икән. Нисек ярҙам итәһең, хеҙмәттәштәрем ҡушылып ҡайғырыштылар ҙа таралдылар. Шул саҡ Рәйсә апай алдыма килеп ултырҙы.
– Өфөлә нисә йыл йәшәйһең?
Аптырап текләнем.
– Ун биш йәшемдән.
– Байтаҡ, – тине. Мин һаман төшөнмәйем. – Инде ҡағыҙ ал да исемлек яҙ.
Шунда ғына уның нимә әйтергә теләгәне башыма барып етте.
– Эй Рәйсә апай, – тип баш сайҡаным, – мин ҡатнашҡандар ҙа шул үҙем кеүек бер хеҙмәт хаҡынан икенсеһенә тиклем тартып-һуҙып йәшәгән кешеләр ҙә инде...
– Шулай ҙа йәшәйбеҙ, еткерәбеҙ бит. Яҙ-яҙ, бына беҙҙең гаражға тип йыйған аҡсабыҙ бар. Ул беҙгә яҙғыһын ғына кәрәк була. Әле генә юҡ ине, бына һә тигәнсе егерме меңең булды.
Рәйсә апай хаҡ булып сыҡты. Оҙон исемлегемә ингән бер генә кеше лә юҡ тимәне: өлкәнерәктәр үлемтеккә йыйғанын сығарҙы, кемдер фатирына берәр ай түләмәй торҙо, бөтөнләй бирерлеге булмағандар күршеһенән үтескә алып булһа ла бирҙе. Аҙна-ун көн эсендә ул ҡотолғоһоҙ һымаҡ хәлдән сыҡтым. Шул ваҡытта, ғөмүмән, әҙәм балаларының мин уйлағанға ҡарағанда ла һәйбәтерәк икәнен күреп, әллә нисәмә тапҡыр илағаным хәтеремдә.
Был хәлде Рәйсә апайҙың кешеләрҙең мәрхәмәтенә ышаныс менән һуғарылған кәңәше ауыр мәлдә берәйегеҙгә ярап ҡуйыуы ихтимал, тип тә яҙам. Мәлендә бирелгән аҡыл алтындан да баһалыраҡ бит ул.
Рәйсә апайға хас был күркәм сифатты психологтар, руссанан туранан-тура тәржемә иткәндә, «эшмәкәр һөйөүгә һәләт» тип атай. Йәғни, яратыуың эшең аша ғәмәлгә аша. Ғөмүмән, Рәйсә апай менән тығыҙ аралашып йәшәгән йылдар дауамында уға хас булған яратыуҙың – тормошто, кешеләрҙе, йәнтөйәкте – күп яҡлы булғанын тойомланым. Бер нәмәне абайланым: Рәйсә апай янында үҙеңдән саҡ ҡына булһа ла һәйбәтерәк булғы килә, гүйә, һыныңды турайтыбыраҡ, башыңды ҡалҡытыбыраҡ ҡына ла түгел, аяҡ ослаңҡырап китәһең... Был уның яратыуының талапсан, күңел бизмәндәренең ғәҙел булыуынан киләлер. Уның тәрәнлегенә – тәрәнлек, аҡылына – зирәклек, игелегенә яҡшылыҡ менән яуап бирергә тырышаһың. Рәйсә апайҙың бәхетле, татыу ғаилә тормошоноң сере лә шунда, ахыры. Ире Зәки ағай Ҡыуатов хәстәрлекле атай, тоғро юлдаш, ғалим – физика-математика фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында студенттарға белем бирә. Улы Азамат менән ҡыҙы Сәлимә лә тормошта үҙҙәренең урынын тапты, матур ғаилә ҡорҙо. Балаңды яратырға өйрәтеү – әсәйҙең бурысы. Ғаиләм, балаларым тип йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған йәндең – ә бындай яратыуҙы күтәреү еңелдән түгел – улы менән ҡыҙына дөрөҫ тәрбиә биреүен уларҙың үҙҙәренең дә татыу, бәхетле ғаилә ҡороуҙары дәлилләй. Килене менән кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре лә Рәйсә апай өсөн өҙөлөп тора, үҙҙәре кисергән рәхәтлектәрҙе уның да кисереүен, үҙҙәре күргән матур урындарҙы уның да күреүен теләй. Шул арҡала Рәйсә апай һуңғы йылдарҙа ғына ла Германияға, Францияға сәфәр ҡылды, Төркиәлә, Мысырҙа ял итеп ҡайтты.
«Ҡайһы әсә бала тип өҙөлмәй, тиерһегеҙ, тик һәр кемдең дә үҙе теләгәнсә килеп сыҡмай бит әле», – минең үҙемдең дә шулай тип уйлағаным бар. Бында, һис шикһеҙ, Рәйсә апайға тәбиғәттән һалынған йәнә бер сифат – аҡыл менән тойғоларҙың үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүе ярҙам итә. Мин үҙем, хис-тойғолар ҡойононда йәшәп, зиһенемдең уларҙы йүгәнләй алмауынан йонсоған кеше, был сифатҡа эйә булыуҙың ни тиклем ҙур бәхет икәнен беләм. Рәйсә апай быны, әлбиттә, үҙе лә аңлай, аңламай булмаҫ. Ошоно күҙ уңында тотҡанда тағы ла бер нәмәнең сере сиселә. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналында 40 йылдан ашыу техник редактор, ә компьютерҙар килеп сыҡҡас, бер нисә йыл корректор булып эшләне. Әллә ни ҙур вазифа ла түгел кеүек. Әммә коллективтағы тормош – биләгән вазифаң, башҡарған эшең генә түгел, ә һәр саҡ хеҙмәттәштәр араһындағы мөнәсәбәт тә. Сөнки кеше ғүмеренең күп ваҡытын эштә үткәрә. Шунда һәр кемдең булмышы асыла, раҫ баһаһы асыҡлана. Ошо йылдар эсендә Рәйсә апайға бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең генә түгел, баш мөхәррирҙәрҙең дә сере һыйған, кәңәш кәрәк саҡта – кәңәш, таянысҡа мохтаж мәлдәрҙә таяныс алған. Инде нисәмә йылдар хаҡлы ялда булһа ла, журналдан айырылғаны юҡ Рәйсә апайҙың, үҙе алдырып, уҡып барыу ғына түгел, уны тарата, пропагандалай.
Ошоларҙы барланым, етмеш биш йәше тулыу айҡанлы һоҡланыулы ҡотлау менән һүҙемде түңәрәкләргә йыйындым да туҡтап ҡалдым. Күңелемде ҡырып торған нәмә тураһында ла өндәшмәй ҡалһам, ғәҙел булмаҫ һымаҡ – бер мискә балға бер ҡалаҡ дегет тондормай түҙмәнем. Хоҙай уға яҙыу һәләтен йәлләмәй биргән. Кешеләрҙе нескә тойоу, хәлдәренә инә белеү, ваҡиғаларҙың асылына төшөнөү, тормоштоң матурлығын күреү генә түгел, күрһәтә лә белеү, тәрән фекерләү – былар барыһы ла ошо һәләтте ғәмәлгә ашырыр өсөн бирелгән. Ә ул, ни өсөндөр, уға иғтибар итмәгән, ижадҡа илтифатын бирмәгән. Ә мин ул һәләттең ни тиклем сағыу булғанын үҙ тәжрибәмдән сығып әйтеп бирә алам: уҡыусыларым яратып уҡыған өс хикәйәм ул һөйләгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй теркәүҙән барлыҡҡа килгән.
Гөлсирә Ғиззәтуллина.