-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
9 Май 2021, 08:00
9 май – Еңеү көнө
Дүрт кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙә күпме оло мәғәнә, күпме һағыш-борсоу, күпме шатлыҡ һәм бәхет, күпме әсе күҙ йәштәре, бар кешелек ғүмере, бөтә тормош асылы... Ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ. Ҡәҙерле олатайҙарыбыҙ, ҡартатайҙарыбыҙ, һөйөклө атайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, ҡустыларыбыҙҙың ғәзиз ғүмерҙәре менән. 76 йыл беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ, миллионлаған ҡорбандар аша яулап алынған ошо тыныслыҡтың, еңеү хаҡының ҡәҙерен белһәк ине, онотмаһаҡ ине уның асылын.
Сабыйҙарға “атай! тиергә,
Инәйҙәргә “балам” тиергә,
Һөлөк кеүек таҙа ир-ат бар.
Мәжлестәрҙә аштар бүлергә,
Оло кәңәш һорап килергә
Һәр бер өйҙә ир-ат, ир-ат бар.
Һөйөнөгөҙ, әйҙә, ҡатындар,
Һөйөнөгөҙ, әйҙә, матурҙар:
Арыҫландай аҫыл ир-ат бар.
Йылмайығыҙ. Әйҙә, сабыйҙар,
Ҡыуанығыҙ, ҡала-ауылдар.
Ҡыуанығыҙ: илдә ир-ат бар.
Типһә тимереңде өҙөрлөк,
Эше менән донъя биҙәрлек
Алтын ҡуллы батыр ир-ат бар.
Ир-ат булған өйҙөң йәме бар,
Ашар аштарының тәме бар.
Ниндәй ҡыуаныс: илдә ирҙәр бар!
Халыҡ шағиры Рауил Шаммастың ошо шиғри юлдарынан да тапҡырыраҡ итеп әйтеп булмайҙыр ул. Был алтын һүҙҙәр һәр беребеҙҙең күңеленә уйылып, донъябыҙ терәге булған ир-аттарыбыҙҙы хөрмәтләргә, яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтһен ине. Тыуған еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, зәңгәр күгебеҙҙә һәр көн көләс ҡояш көлһөн, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, матур, мөхәббәтле тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен. Еңеү байрамы менән, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
Гөлназ Ҡотоева,
“Башҡортостан ҡыҙы”
журналының баш мөхәррире.
Автор:
Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?