-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
1 Май 2021, 07:30

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!

1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән! Был хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Яҙ менән хистәр яңыра, төҫтәр баҙығая, тәбиғәт уяна. Елдәргә тағылып, күңел елкәндәрен әллә ҡайҙарға елберләтерҙәй булып талпыныу, ҡояш нурҙарына иҙрәп, йылыға талсыҡҡан йәнде имләү бар беҙгә яҡындарыбыҙ менән ял итеүгә бирелгән был мөмкинлектә.1 Май байрамы бала саҡтан аллы-гөллө сәскәләре, төҫлө шарҙары, ҡыҙыл тыуҙары менән хәтерҙә ҡалған.

Беҙ, бала-сағалар, йыйылышып тауға сыға инек. Йыуа өҙөп ашап, ҡарға бутҡалары менән һыйланып, тәүге сәскәләрҙе еҫкәп, тау бейеклегенән киңлектәргә ҡараш ташлап, хыялдар ҡороп, үҙебеҙ менән алып килгән һөтлө сәйҙе һемерә, ҡулъяулыҡтағы майға шәкәр һибелеп икмәк киҫәген алып, донъялағы иң тәмле ризыҡтай күреп ашап, бәхет диңгеҙендә йөҙә инек.
Тап ошо мәлдә ишек алды тәртипкә килтерелә, йылға ярҙары таҙартыла, урамдар һеперелә, өй эсендәге ҡаралтылар ҡояшҡа киптерергә эленә, бүрәнәне бысаҡ менән ҡырып йыуып, түбә таҡталарын һөртөп, тәҙрәләр ялтыратып ҡуйыла ине. Ә ирҙәр баҫыуҙа ҡайнай, кәртәләге бесәнлекте әҙерләй башлай – ауылда эш бөтөрлөкмө ни?! Әле лә был хәстәрҙәргә рәхәтләнеп егеләбеҙ. Өй таҙалайбыҙ, артыҡ әйберҙәрҙе таратып бирәбеҙ, кәрәкмәгәнен ташлайбыҙ, мәрхүмдәр рухына аят бағышлатабыҙ, ураҙа тотоусыларға ауыз астырабыҙ. Хәрәкәтсән уйындарҙы уйнайбыҙ, балалар менән аралашып рәхәтләнәбеҙ.
Әле зәхмәтле вирус ҡурҡынысы үтеп бөтмәгән, шуға ла һаҡлыҡ сараларын да онотмайбыҙ. Һаулығыбыҙҙы хәстәрләргә, күберәк саф һауала йөрөргә тырышабыҙ.
Яҡшы кәйеф, хеҙмәтсән рухты тыуҙырыу үҙебеҙҙән тора. Көлөп-йылмайып йәшәгән кешеләрҙең эштәре лә яйлы бара, күңеле лә көр була! Һәр ғаилә өй йылыһын тойһон, бәлә-ҡазалар урап үтһен, киләсәккә сәскән орлоҡтарыбыҙ бәрәкәткә юл асһын. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Гөлназ Ҡотоева,
“Башҡортостан ҡыҙы”
журналының баш мөхәррире.

Читайте нас: