-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
7 Март 2021, 11:36
Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙарҙа! Ергә шаулап-гөрләп яҙ килгәндә билдәләнә 8 март байрамы, сөнки ҡатын-ҡыҙ ул үҙе лә Яҙ һымаҡ һәр саҡ күкрәп-балҡып тора, тирә-янындағыларҙы үҙенең һөйөүе, иғтибары, йылылығы менән наҙға сорнай. Һеҙҙе ихлас күңелдән ошо гүзәл, күркәм байрамыбыҙ 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙҙең йөҙөгөҙҙәге ихласлыҡ, яҡты нур, мөләйемлелек, матурлыҡ һис ҡасан да һүнмәһен! Һәр саҡта ла шулай серле, наҙлы, һылыу, йәш булып ҡалығыҙ! Яҡындарығыҙҙың ихтирам-иғтибарына төрөнөп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ! Һеҙгә аҡ бәхеттәр, күңел күтәренкелеге, уңыш-һөйөнөстәр теләйем!Ихтирам менән,«Башҡортостан ҡыҙы» журналыныңбаш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?