Хозур тәбиғәтле Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән йырсыбыҙ – үҙе лә ошо яҡтың иҫ киткес матурлығын үҙенә туплаған үҙенсәлекле тауышлы сибәр ханым.
Үҙенең оҙайлы ижад ғүмеренә ошолай баһа бирә ул: “ Мин бер кемдең дә өлөшөнә инмәнем. Үҙ юлым менән генә барҙым. Хатта минә күренекле баянсы Бәхти Ғайсин да, Роза, һинең үҙ һуҡмағың бар, тип әйтә торғайны”.
Халыҡ артисы үҙенең байрамын яратҡан тамашасыларын йыйып ҙур концерт программаһы итеп билдәләйәсәк. 20 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһы залында үтәсәк тамашаһы “Онота алмайым” тип атала.Уның репертуарына йырсының ретро йырҙары ла, яңылары ла индерелгән.
– Әле көс, дәрт, моңло тауыш булғанда тамашасыларым менән йәнә осрашыу көтөп ҡалам, – ти халыҡ артисткаһы Роза Аҡкучукова.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанында һеҙҙе йырсы менән әңгәмә көтә. Уны баҫмабыҙҙың “Хыял өйө” рубрикаһында уҡығыҙ.