Шул уңайҙан 13 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала әҙибәнең ғүмер юлына арналған ижад кисәһе үтә. ”Әҙәбиәт ынйыһы” тип аталған сарала билдәле шәхестәр ҡатнаша.
Фәрзәнә Аҡбулатова Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуып үҫкән. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлы “Совет Башҡортостаны” гәзите һәм Юлдаш радиоканалының “Ижад” берекмәһе менән бәйләнгән. Яҙыусының “Атай икмәге” тигән тәүге йыйынтығы 1993 йылда донья күрә.
“Атай икмәге” хикәйәһе – яҙыусының иң көслө әҫәрҙәренең береһе. Тап ошо әҫәр Бабич премияһына лайыҡ була. Унан һуң ижадсы өлкәндәр һәм үҫмерҙәр өсөн роман яҙа. Шулай уҡ Фәрзәнә Аҡбулатова – хикәйә, повесть һәм пьесалар авторы ла.