Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
31 Ғинуар 2020, 13:51

Тос ижадҡа һәҙиә

Күренекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, яҙыусы Гөлнур Яҡупова балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Яҙыусыға юғары награда «Тылсымлы ҡәләм» йыйынтығы өсөн бирелде. Китапҡа бәләкәй һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар һәм йомаҡтар ингән.
Гөлнур Яҡупова – балалар өсөн яҙылған һигеҙ китап авторы. Әҙип әйтеүенсә, тәүге һөнәренең башланғыс кластар уҡытыусыһы булыуы, ейәндәре өсөн яратҡан өләсәй дәрәжәһе уға балалар психологияһын аңларға ярҙам итә. «Балалар өсөн ижад итеү бигерәк ҡатмарлы һәм яуаплы. Ләкин мин кескәйҙәр өсөн әкиәттәр яҙырға яратам», – ти ул.
Гөлнур Яҡупова республиканың әҙәбиәт көмбәҙендә һәм ижтимағи тормошонда прозаик, шағир, тәржемәсе, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылыу алған. Ижадсы үҙенең бөтә тормошон башҡорт журналистикаһына һәм милли әҙәбиәткә бағышлаған. Шиғырҙары, хикәйәләре, повестары һәм «Ҡатындар» трилогияһы әҙәби тәнҡитселәр, уҡыусылар тарафынан юғары баһа алды.
Яҙыусы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. «Бер мәктәптән генә 13 яҙыусы сыҡҡан. Был – бер ҡайҙа ла булмаған хәл. Шуның менән бик ғорурмын.
Күбеһенсә өлкәндәр өсөн яҙам. Ләкин, балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләгән яҙыусы булараҡ, үҙемдең туған мәктәбемдә уҡыусылар өсөн ижади бәйгеләр үткәрәм. Уға быйыл 20 йыл була. Һәҙиә Дәүләтшина премияһы өсөн бик шатландым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан бөйөк яҙыусы исемендәге премия биреү минең ижадыма – оло баһа, үҙе бер мәртәбә һәм ғорурлыҡ», – тип үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты Гөлнур Яҡупова.
Әле ул яңы пландар менән янып йәшәй. Балалар өсөн ижадын дауам итә, уҡыусыларҙың һорауы буйынса «Ҡатындар» трилогияһының русса вариантын баҫтырыу өҫтөндә эшләй.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылда булдырылған. Уның лауреаттары араһында билдәле яҙыусылар, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының беренсе мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатова, Факил Мырҙаҡаев, Сафуан Әлибаевтар бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: