-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
8 Июль 2019, 18:43

Миҙал алды Шағирә!

Яҙыусы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә (Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева) Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында "Евразия баш ҡалалары яҙыусылары" халыҡ-ара форумында ҡатнашты. Йыйынға Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡырғыҙстан, Мысыр, Иран, Израиль, Әрмәнстан, Һиндостандан, Монголия, Испания, Франция кеүек төрлө илдәрҙән шағирҙар, ғалимдар килгән. Ҡатнашыусы ҡырҡлаған ижадсы араһында өсәү генә Лев Гумилев исемендәге Евразия университеты ректоры ҡулынан “Күлтәгин” миҙалын алған, шул иҫәптә Башҡортостандан Тамара Искәндәриә лә бар.
Әйткәндәй, 2015 йылда Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына барғанында, ул М. Ю. Лермонтов исемендәге Бөтә Рәсәй Яҙыусылары ойошмаһы исеменән Ҡәҙим Мечиев миҙалы менән бүләкләнгәйне. Башҡорт әҙәбиәтен сит илдәрҙә танытып, яңы дуҫтар, бәйләнештәр, тәьҫораттар менән байып ҡайта шағирә сәфәрҙән. Юлъяҙмалар, илһамлы шиғырҙар шулай тыуа.
Ҡыҫҡаһы, яратҡан шағирәбеҙҙе лайыҡлы бүләге менән ҡотлайбыҙ! Ҡыуанысы оҙаҡҡа барһын, ижад шишмәләре тынмаһын, урғылып торһон, тигән йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Читайте нас: