0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
28 Май 2019, 15:22

"Ниһайәт, ул рәсми танылды!"

Тамара Ғәниева шиғриәттә үҙенең ихласлығы, саялығы, оҫталығы, һүҙгә һиҙгерлеге менән күптән халҡыбыҙҙың һөйөүен яулаған шағирә.

Күңел төпкөлөндә ятҡан иң йәшерен серҙәргә асҡыс яратып, асыҡ яраларға шифа, им булыр ҡөҙрәткә эйә уның йөрәк һүҙе. Ынтылыштары, маҡсат-ниәттәре - халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе, телебеҙҙе данлау, йәшерен ятҡан хазиналарын өҫкә сығарып, фәҡәт уның, кешелектең ҡаҙанышы итеү.
Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы байтаҡ йылдар Башҡортостан яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһын етәкләне, "Ағиҙел"дә шиғриәт бүлеген алып барҙы. Талапсан, һиҙгер тәнҡитсе, йәш шағирҙарҙы тәрбиәләүсе лә ул. Мин дә үҙемде уның мәктәбен үттем, тип иҫәпләйем.
Ҡыҫҡаһы, бөгөн бик шатмын. Уға "халыҡ шағирәһе" тигән маҡтаулы исем бирелеүенә бөтә республика менән ҡыуанабыҙ, тиһәм дә яңылышмам. Сөнки был шиғриәттең юғарылығын һанлау, уның бөйөклөгө алдында баш эйеү! Тамара апай шиғриәте менән мәңге йәшәр, йәшнәр әле! Ә үҙенә мин һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйем!

Гөлназ Ҡотоева.

Читайте нас: