+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
28 Ғинуар 2019, 12:24

Бүләк Ишембайға юлланды

«Баҫмаға яҙыл да – велосипед от!» бәйгеһе тамам. Редакцияға килгән 50-нән ашыу квитанция араһында еңеүсе лототрон ярҙамында билдәләнде.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының төп бүләген Сүриә Ғаяз ҡыҙы Раҡаева отто. Ул баҫмабыҙҙы үҙен белгәндән алып уҡый. Ата-әсәһе милли матбуғатты күпләп яҙҙыра һәм ял сәғәттәрендә күмәкләп йыйылып, ҡысҡырып балаларына мәҡәләләр уҡый.
Ишембай районы Ишәй ауылы ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә 40 йылдан ашыу хеҙмәт итә. 2006 йылдан тыуған ауылында мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһын башҡара. Бейеү түңәрәге етәксеһе Елена Сәфәрова, художество етәксеһе Гөлфиназ Әхмәтйәнова менән ҙур ауыл халҡын берләштереп, матур байрамдарҙы тап улар ойоштора.
Мәҙәниәт йортонда хәҙер инде республика кимәлендә танылыу алған «Хазина» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле эшләй. Бында халыҡ йырҙары, бейеүҙәрен, йолаларын үҙ иткән 14 йәштән алып 80 йәшкәсә ҡатнашыусы тупланған.
Сүриә Ғаяз ҡыҙы шулай уҡ ветерандар берлеге рәйесе. Ауыл Советы һәм ағинәйҙәр менән халыҡ өсөн файҙалы эштәр башҡара, саралар үткәрә.
Сүриә апай иптәше Салауат менән ике баһадир ул тәрбиәләгән. Оло улы Эдуард өйләнгән, ейәндәре Рәмил үҫеп килә. Әсәһе Фәүзиә инәй, оло йәшенә ҡарамаҫтан, «Башҡортостан ҡыҙы»н әле лә яратып уҡый, һәр яңы һанын көтөп ала.
«Республикала йәшәүсе һәр ғаилә туған телдә гәзит-журнал алдырып уҡырға тейеш. Баҫманы күңел йылыһы биреп әҙерләгән «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәренә, изге эштәргә һәр ваҡыт дәртләндереп тороусы Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шәһиеваға, ауылдаштарыма рәхмәттәремде еткерәм», – ти Сүриә Ғаяз ҡыҙы.
Читайте нас: