Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
30 Декабрь 2017, 16:08

Илһам толпарына йүгән һалып...

Башланып киткән мәленән үк киң йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булған «Йөрәк һүҙе» телевизион проекты халҡыбыҙҙың рухи донъяһының сағыу бер ваҡиғаһына әйләнде.

Башланып киткән мәленән үк киң йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булған «Йөрәк һүҙе» телевизион проекты халҡыбыҙҙың рухи донъяһының сағыу бер ваҡиғаһына әйләнде.
Шиғри һүҙҙең тәьҫир көсөн асыҡ күрһәтте был сара. Иң мөһиме – тамашасы бәйгелә майҙан тотҡан олуғ ир-азаматтарыбыҙҙың, ғәййәр егеттәребеҙҙең, аҫыл апайҙарыбыҙҙың, сая рухлы һылыуҙарыбыҙҙың, йәш ҡурпылар ише ҡалҡып килгән милләт күрке булыр балаларыбыҙҙың йөрәк һүҙен ишетте. Ишетте генә түгел, ғәмләнде, сәмләнде, уйланды, иланы, сафланды. Йөрәктәр бер булып типте был көндө. Бәйгенең әһәмиәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, Өфөнөң иң аҫыл һарайҙарының береһендә, ғәм халыҡ алдында сығыш яһарға батырсылыҡ иткән үҫмер балаларҙы айырып билдәләп үтергә кәрәктер. Хасбулат, Йәдкәр, Гөлнәзирә, Зөлхизәләрҙә бит телебеҙҙең, рухи мираҫыбыҙҙың дауамы.
Проекттың еңеүселәре – төп бүләк «Лада Гранта» автомобиленә лайыҡ булыусы шағирә Зөлфиә Ханнанова ҡыҙы Гүзәл менән татлы ла, ғазаплы ла әсәлек хистәрен, атай йортоноң ҡөҙрәтле көсөн, кендек ҡаның тамған ер менән бәйләгән нескә ептәр өҙөлөүҙән хасил тетрәнеү-һағышты бар тәрәнлегендә асып, тамашасы күңеленә еткерә алды.
Ил, тел ғәмдәрен ярып әйтеп, уйһыҙҙарҙы уйландырыр, ғәмһеҙҙәрҙе һиҫкәндерер тос фекерле сығышы менән Азамат Юлдашбаев һәм Алина Ғәлиева тамашасылар һөйөүе призын яуланы. «Был бәйгенең еңеүсеһен алдан уҡ белә инем: еңеүсе берәү – башҡорт теле!» – тине Азамат Рәмил улы бүләкләү мәлендә. Хаҡ һүҙҙәр.
«Йөрәк һүҙе» проектын ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар халҡыбыҙға ысын мәғәнәһендә рух тантанаһы, күңел байрамы бүләк итте.
Александр Данилов фотоһы.
Читайте нас: