-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар
31 Август 2025, 10:00

Ә үткәнгә хаттар бармай...

Журналист булып эшләү дәүерендә күп кенә билдәле кешеләр менән әңгәмә ҡороу бәхеттәре лә тейҙе. Ҡайһы бер оло әҙиптәрҙең һуңғы интервьюлары ла булды миндә. Һәм шуларҙың арыуығын бергә бәйләп торған сетерекле генә тема бар. Ул – әсәй темаһы. Сөнки аралашҡан олуғ шәхестәрем әсәйҙәре хаҡында һөйләүгә күскәндә күҙ йәштәрен тыя алманы. Үкенесле, һағышлы һәм шундай тәбиғи ине уларҙың илауы. «Тейешенсә ҡәҙер итеп өлгөрмәнем... Һаҡламаным... Иғтибар бүлә алманым... Йәшәр ҙә йәшәр һымаҡ ине... Барыһы алда кеүек ине...»

Ә үткәнгә хаттар бармай...
Ә үткәнгә хаттар бармай...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин: «Әсәйем минең менән бергә йәшәр көндәрен оҙаҡ көттө. Мин кисектерҙем дә кисектерҙем. Ҡайтһам, ҡулымды һыйпар ҙа: «Һине һалдаттан көттөм, ҡаланан көттөм, эштәреңдән көттөм... Ҡасан ҡайтаһың инде?» – тип балаларса сабырһыҙланыр ине. Миңә балаларса һымаҡ тойолған, ә уның ғүмер шәме иреп бөтөп барған икән. Бер көн ҡапыл китте лә барҙы. Әйтелмәгән һүҙҙәр, һөйләшелмәгән хәбәр, бирелмәгән иғтибар, наҙ, һөйөү ҡалды. Үкенес ҡалды...» – тип һөйләгәйне.

Шундай уҡ һыҙланыулы һағышын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та бәйән итте. Әсәһен иҫләгәндә ҡабат бала сағына ҡайтып әллә, әллә сал сәсле ир-уҙаман кимәлендәге аңлауы менәнме, үҙенә генә билгеле булған үкенестәрен йәш менән йыуғайны.

Үҙ атайым хаҡында ла әйтеп китәйем әле. Аҙаҡҡы йылында бер аҙ алмашынып, кеше танымай башланы. Беҙҙе, балаларын, онотто, әммә утыҙ биш йыл элек вафат булған әсәһен иҫләне. Бер инһәм, стенала торған фотоһын сисеп алған да ҡосаҡлап ултыра. «Был кем ул?» – тип һораным ҡыҙыҡ күреп, һүрәтте күкрәгенә ҡыҫып ҡына «әсәм», тине. «Ниңә алдың һуң, былай ғына ла күренә бит», – тиһәм, «стенала өшөп тора һымаҡ, йылытайым тинем», ти бахырҡайым.

Ошондай үкенестәрҙең фәлсәфәһен мин дә әсәйһеҙ йылдар арта барған һайын нығыраҡ аңлайым кеүек. Мин дә үкенәм, һағынам... Ҡайһы бер мәлдәренә йүгереп кенә кире ҡайтырҙай булам да, үткәндәргә, әсәйле саҡтарға илтер юлдар юйылған икән шул.

Әсәйем Силәбе тарафтарынан эшкә килгән дә Урал тауҙарының иң төпкөл ерлегендә тороп ҡалған. Шунда ярты быуаттан ашыу йәшәп, туғыҙ бала үҫтереп, райондағы тәүге фельдшер-акушерҙарҙың береһе булараҡ оло хеҙмәт юлы үтеп, шул килен булған ерендә ятып ҡалды. Ул һәр ваҡыт һағынды, кемдәрҙелер юҡһынып һөйләне. Был миңә, ошо тыуған яғымдан һәм туғандарымдан яҡыныраҡ нәмәне белмәгән һәм ҡабул итмәгән балаға, оҡшамай ине. Ул был яҡта килен булып ҡына көн иткән, ә мин – аҫаба. Ул ҡыйырһытылып, ситләтелеп, ярап ҡына йәшәгән, ә мин үҙем – ошо ҡаты, ҡырыҫ зат вәкиле, шуларҙың көтөп алған ғына ҡыҙы, ни ҡыланһам да, ярай кеүек. Шулай хәтерләйем: көләм дә туҡтай алмайым. Бер ҡыҙыҡтан башлайым да кеткелдәйем дә кеткелдәйем инде. Әсәйем көнсөл атайым күҙе аҫтында ихласлап ауыҙ күтәреп көлә лә алмаған булғандыр инде, мине төрткөләп тыя: «Атайыңды асыуландыраһың хәҙер»,– тип семтей. «Әлләү!» тип сырылдайым да тағы нығыраҡ көләм. Әсәйем ахырҙа, елтерәтеп алып барып, үҙемде келәткә бикләп ҡуя. Шунда ла ярыҡтан ҡарап шарҡылдап торам. Сираттағы шундай бер хәлдә атайым үҙ һүҙен әйтте: «Көлһөн! Нимәгә тартҡылайһың шуны?» Әсәйем көлә алмай, мин алам була инде хәҙер. Хатта ошо бер иғтибарға лайыҡ булмаған бәләкәй генә ваҡиғала ла ғаиләлә минең хоҡуҡтарым әсәйемдекенән өҫтөнөрәк булған.

Әсәйем яҙыша ине. Силәбелә ул русса уҡыған. Өфөгә тәүгә килгәнендә магазин тышына «Икмәк» тип яҙылған башҡортса һүҙҙе күреп аптыраған. Ә мин үҫкәндә ул әҙәби телдә бик матур шиғырҙар яҙа ине инде. Яҙмалар дәфтәрен ҡайҙа ғына йәшермәй, атайым барыбер табып утҡа яға... Әсәйемә яҙышырға рөхсәт итмәне, ә минең сыймаҡлаған дүрт юллыҡ ҡына шиғыр ишараттарымды ла, иншаларымды ла ҡат-ҡат уҡып ғорурланып ултырҙы. Редакцияла эш башлауымды әллә ни күрҙе.

Йәшлек фотоларына ҡарағанда әсәйем йәтеш кенә сибәр ҡатын булған. Тик ул бер ваҡытта ла төҫлө кейем кеймәне, биҙәнмәне, хатта көҙгөгә лә артыҡ ҡарамай ине. Мин иһә сағыу әйберҙәргә күҙ һалдым һәм атайымдың, өлкән дүрт ағайымдың һөйөп баҡҡан өнһөҙ ҡараштары аҫтында үҙемде яратып өйрәнгәйнем. Ун йәштәр тирәһе булғандыр, тыуған көнөмә күлдәк алырға барҙыҡ та, һарыһын һайланым. Әсәм алдырмай, атаң әрләр, сыуаш булдыңмы әллә һары-ҡыҙыл кейергә, тип, һороға башымды ҡайыра. Юҡ, еңешеп шул һарыны алдырып ҡайттым. Атайым ҡарап көлөмһөрәне лә ҡуйҙы. Аҙаҡ биҙәнә башлағанымда ғына бер-ике ҡат битемде йыуҙырҙы, уныһында ла яйлап күндереп алдым үҙен.

Иртә тормошҡа сығып, тыуған яҡтарымдан күсеп киттем. Әсәйем кимәлендә үк булмаһа ла, мин дә килен «һурпаһын» етерлек эстем. Шулай уҡ ижад итеүҙән сикләндем. Йыш ҡына әсәйемде шул тиклем ныҡ аңлай һәм һағына инем, тик әлеге атай холҡо – йомшаҡлыҡ юҡ. Бар ул, тик уны күрһәтеп өйрәнелмәгән. Тәүге сабыйымды тапҡас, бала табыу йортоноң һалҡын палатаһында япа-яңғыҙым ятып, үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр әсәйемә шул тиклем дә мохтажлыҡ кисереп: «Әсәй! Әсәкәйем...» – тип үкһеп илағайным. Унан һуң да был ғүмерҙә ул изге исемде шыбырлап аҙ буҙламаным, әммә бер ваҡытта ла кешегә һәм, әлбиттә, үҙенә күрһәтмәнем, белдермәнем. Ҡыҫҡаһы, үкенесем ошо: әсәйемә «һағындым, яратам, һин миңә шундай кәрәк» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәнем. Барып эштәрен башҡарыр инем, кәрәк-ярағын да йүнләп бирҙем, хатта олоғайғас бер аҙ ваҡыт миндә йәшәп тә ҡайтты, дауаханаларға алып йөрөнөм. Тик улары әйтелмәй ҡалып, йылдар ағымында күңелемдә өйкәлә-өйкәлә инде ташҡа әйләнгән һүҙҙәр алдында сүп һымаҡ ҡына. Мин бит уны бала саҡта, үҫмерлектә, йәшлектә аңларға, ҡыҙ бала йыуанысы бирергә тейеш булғанмын. Ҡарашындағы һағышын күрергә, күҙ йәштәрен һөртөргә, баҫылған яурындарынан һыйпарға, һис юғы барып ҡосағына һырылырға. Ул бит, моғайын, шул йылылыҡҡа мохтаж булған. Әле... уға арнап шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә яҙҙым, роман өҫтөндә эшләйем, тик инде барыһы ла һуң, артыҡ һуң. Ҡәбере янында ултырып һөйләйем йылы хистәремде, ишетәлер, күрәлер, тип өмөт итәм. Был – минең шәхси травмам, ғүмерлек үкенесем. Тик шағир әйтмешләй, үткәндәргә хаттар бармай шул...

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас