+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡортса уйнайыҡ" конкурсына

Өфө районында йәшәгән Гөлназ ҮТӘБАЕВА – өс бала әсәһе. Бәләкәстәренә үҙ ҡулы менән уйынсыҡтар ҙа эшләй ул. Бының өсөн төрлө техника ҡуллана. Беҙҙең бәйгегә «Башҡортса мемо» уйынын тәҡдим итә. Уны балалар араһында популяр булған өҫтәл уйынына нигеҙләнеп эшләгән.

"Башҡортса уйнайыҡ" конкурсына
"Башҡортса уйнайыҡ" конкурсына

«Ошо күңелле уйынды балаларым ярата, бигерәк тә бергә йыйылып ултырыу оҡшай уларға. Уйын иғтибарҙы үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта, ғаиләне бергә туплай. Милли биҙәктәрҙе лә кәңәшләшеп бергә һайлайбыҙ», – ти Гөлназ.

Автор:
Читайте нас: