+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙең емешле cатында

Яҙғы сәскәләргә төрөнгән емеш баҡсаһында сәй табыны ҡорҙо Людмила Евгеньевна. Бөгөн ҡыҙы һәм ейәнсәре менән бүләсәре ҡунаҡҡа киләсәк бит. Һәр эште бисмиллаһын әйтеп тотона ул. Күпертеп ҡоймаҡ ҡойҙо, мунса яғып, хуш еҫле ҡайын миндеген беште. Шулай дүрт ҡатын-ҡыҙ – дүрт быуын – бергә йыйылып, мунса инеп, табын артында сөкөрләшеп сәй эсеүҙе, хәл-әхүәлдәре менән бүлешеп, рәхәтләнеп һөйләшеп-көлөшөп ултырыуҙы изге бер йола итеп алған. «Ошо күркәм йәшемдә лә һағынып көтөп торған әсәйем бар, Аллаға шөкөр, – тип йылмая Лилиә Булат ҡыҙы, балаларын ҡапҡанан уҡ ҡаршыларға ҡанатланып килеп сыҡҡан әсәһе – Людмила-Люциәне арҡаһынан тупылдатып һөйөп. – Хәстәрлекле Юлиә ҡыҙым һәм тыпырҙап йүгереп йөрөгән, йөрәкте наҙға сорнаған һөймәлекәй Альмира ейәнсәрем – өлөшөмә төшкән көмөштәрем». Тәмле сәй табыны артында йәнле һөйләшеү ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен медицинаға бағышлаған Лилиә Көмөшбаева-Бәҙриеваның яҡты сатҡыларҙан, юғалтыу-һыҙланыуҙарҙан һәм еңеүҙәрҙән хасил тормош юлына арналды.

Ғүмерҙең емешле cатында
Ғүмерҙең емешле cатында

Атаһы – башҡорт егете Булат менән әсәһе – белорус ҡыҙы Людмила Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында уҡығанда таныша. Лилиә Өфөлә 4-се курс студенттарының мөхәббәтле ғаиләһендә донъяға килә. Булат Ишмөхәмәт улы – агроном, Людмила Евгеньевна иҡтисадсы һөнәре буйынса диплом алып, йүнәлтмә менән Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылына эшкә ҡайталар. Сәскәләй наҙлы Лилиәгә иш булып, Айгөл һеңлеһе һәм Марат ҡустыһы тыуа. Райондың «Фрунзе» колхозында  ябай агрoном булып эш башлаған уҙаманды, намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәтен күреп, «Ирәндек» совхозының баш агрoномы, артабан «Ленин» колхозы рәйесе, «Сибай» совхозы директоры, район агросәнәғәт берекмәһе начальнигы итеп үрләтәләр. Ғүмеренең һуңғы йылдарында тәжрибәле етәксе «Баймаҡ» совхозы директоры вазифаһын башҡара. Әсәләре Людмила Евгеньевна, БДУ-ның биохимия факультетында икенсе юғары белем алып, оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡыта.

«Тыуған яғы, халҡы өсөн йөрәге һыҙлаған, етди ғәмәлдәре менән быны иҫбатлаған талапсан холоҡло атайымды ҡайһы хужалыҡ артта ҡала, шул тарафҡа йүнәлттеләр. Әсәйем, зимагор ҡатыны кеүек, ире артынан эйәрҙе, беҙ үҫкән арала нисә мәктәп алмаштырғанбыҙҙыр, әммә һәр ерҙә лә алдынғылар рәтендә булырға тырыштыҡ. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә атайым Баймаҡ районы иҡтисадын үҫтереү, социаль-мәҙәни объекттар төҙөү өсөн күп көс һалды. Үҙен йәлләмәгән, ныҡышмал, кешелекле зат ине ул.

Ә әсәйем яғынан олатайым Евгений Терехович – Белоруссияның Жлобин ҡалаһынан. Ул, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты йәрәхәтләнеп, Өфө госпиталенә эләгә. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған һалдатты һуғышҡа ебәрмәй, Башҡортостанда тылда хеҙмәт итергә ҡалдыралар. Белорус егете Иглин һылыуы Анастасия Блиноваға ғашиҡ була, йәш ғаилә шул районда төпләнә. Тамырҙарында белорус, поляк, рус ҡаны аҡҡан әсәйемдең атайыма ҡарата мөхәббәте уның тыуған яғын, халҡын, туған телен үҙенекеләй ғәзиз күреп яратыуында ла сағылды. Баймаҡ балаларына оҙаҡ йылдар биология һәм химия фәндәрен саф башҡорт телендә уҡытты ул. Беҙ ҙә, намыҫ менән йәшәгән атай-әсәйҙән үрнәк алып, миһырбанлы, кешеләргә ихтирамлы булып үҫтек. Атайымдың кесеклелеген билдәләгән бер генә миҫалды килтерәм: эше менән бәйле гел оҙон юлда йөрөнө, ҙур ғына хужа булһа ла, үҙен дорфа тотманы, водителе ял итһен өсөн, урындарын алмашып ултыралар ҙа, атайым, рулде ҡулына алып: «Юлай, хәҙер һин директор», – тип йылмайыр ине. Тәкәбберлекте яратманы. Ниндәй генә ҡаршылыҡ, ауырлыҡ тыуғанда ла, үҙеңде ҡулға алырға, бирешмәҫкә өйрәтте ул», – тип хәтирәләр йомғағын һүтә Лилиә Булат ҡыҙы.  

Уҡыуҙа «биш» билдәләренә өлгәшкән һылыу, урта мәктәпте тамамлау менән, Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына уҡырға  инә. Шунда осрата Баймаҡ ҡыҙы һөлөктәй шәп Мәләүез районы Томансы ауылы егетен. Оҙон буйлы, сөм ҡара сәсле Әхнәф Бәҙриев менән тиҙҙән туйҙары ла шаулап-гөрләп уҙа. Сибайҙа интернатура үткәндән һуң, йәш белгестәр Мәләүезгә ҡайтып нигеҙ ҡора. Йәш килен ҡала стоматология поликлиникаһында эш башлай. Ғаилә усаҡтарын балҡытып, Юлиә ҡыҙҙары тыуа.

2006 йылда инде бай тәжрибә туплаған ирле-ҡатынлы теш табиптары шәхси стоматология клиникаһын аса. Бәҙриевтарҙың татыу, уңған ғаиләһе, аҡ елкәнле караптай, тормош диңгеҙенән ышаныслы алға бара: иркен фатир алалар, уны заманса йыһазландыралар, икеһе лә, «тимер ат»ты йүгәнләп, матур машиналарҙа елдерә, белемдәрен камиллаштырып торалар. Юлиә ҡыҙҙары ла, ата-әсәһе юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетын бөтә – теш табибы һөнәрен үҙләштерә. Мөбәрәк тормоштары, түңәрәк донъялары бер көн килеп кителер, тип кем уйлаһын инде?! Бәхет сайпылып торған сағыу мәлдәр, мөхәббәтле йәшлектәренең йылы бер сатҡыһы булып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәтер янсығында ғына ҡала – Бәҙриевтарҙың юлдары айырыла.

«Хыянат – иң ауыр күңел яраһы, тетрәндергес һынау, – тип тормошондағы һынылышлы осорҙо бәйән итә яғымлы әңгәмәсем. – Әле ике ерҙә эшләйем: дәүләт поликлиникаһында һәм, ҡуртымда булған бүлмәне һатып алып, үҙемдең теш дауалау кабинетымда кешеләрҙе ҡабул итәм, мөрәжәғәт иткән һәр кем риза булып, ихлас йылмайһын өсөн, уға «Смайл» – «Йылмайыу» тип исем ҡуштым». Әйткәндәй, тәжрибәле теш табибына ике айға алдан уҡ яҙылғандар. Был эштә тәжрибә һәм оҫталыҡ ҡына түгел, яуаплылыҡ та, уңғанлыҡ та, аралашыу һәләте лә, һаулыҡ та мөһим. «Ауыртыуға түҙмәй, ҡурҡып, һине әллә кемдәй күреп, өмөт менән килә бит кеше, теш табибы «башым ауырта» тип йәки башҡа сәбәп арҡаһында эш урынын ҡалдыра алмай», – ти ул.

Миһырбанлы ҡатын яҙмыш боролошондағы һынауҙарға ни хәтлем фәлсәфәүи ҡарарға тырышһа ла, барыбер йөрәге һыҙлай, ҡайғыра. Ауыр саҡтарҙа үҙ иңен ҡуйған ҡәҙерле атаһының ваҡытһыҙ вафаты ла, Айгөл һеңлеһенең йәшләй фажиғәле һәләкәте лә –  тормошондағы иң ғазаплы мәлдәр. Яңғыҙ әсәһен Мәләүез районына – һоҡландырғыс Тор йылғаһы аҡҡан Воскресенский ауылына күсереп алып килә Лилиә Булат ҡыҙы. Бөгөн үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған, яҡындарына ла ышаныслы терәк булған ғорур ханымдың ныҡлығына, рух көсөнә һоҡланмаҫлыҡ түгел. Ҡыҙы Юлиәне лә, гөрләтеп туйҙар үткәреп, Ҡазан егетенә кейәүгә бирҙе ул. Һөйөклө ейәнсәре Альмира тыуғас, йәш ғаиләгә Мәләүез ҡалаһынан баҡсалы йәмле, иркен йорт бүләк итте. Изге йәнле ҡоҙағыйының: «Балалар ҡайҙа оҡшай, шунда йәшәһен, бәхетле булһындар», – тип әйтеүенә лә һөйөнә Лилиә ханым. 

«Әле үҙемде бәхетле, ирекле, тыныс тоям, яратҡан эшем күңелемә дәрт, ышаныс бирә, кешеләр менән аралашыу оҡшай, ә ялдарым әсәйем, ҡыҙым, ейәнсәрем янында үтә. Сит илдәргә сәйәхәт ҡылам, тыуған тәбиғәт ҡосағында көс туплайым, һыу инәм – ошо тәнемә лә, йәнемә сихәт өҫтәй», – ти Лилиә Булат ҡыҙы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Ғүмерҙең емешле cатында
Ғүмерҙең емешле cатында
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: