-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар
26 Июнь 2023, 16:05

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова – республикабыҙ ғорурлығы ул. Спортта, сәйәсәттә ҙур уңыштарға өлгәшкән, киләсәк быуындың сәләмәт үҫеше өсөн байтаҡ эш башҡарған көслө ҡатын-ҡыҙҙың тормошо һоҡланыу уята. Ә бит быларҙың барыһы ла уға еңел генә бирелмәгән. Бәләкәстән күҙҙәре насар күргән һылыу, һынауҙар, ҡаршылыҡтар һағалағанда ла, ҡуйған маҡсатына хыянат итмәгән. Еңеүгә ышаныслы атлаған. Өлгөлө әсә һәм өләсәй булараҡ та, уның алтын кәңәштәре көс-ҡөҙрәт өҫтәй.

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш
Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

– Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, һәр тарафта һеҙҙең ныҡышмаллыҡ һоҡландыра. Ауыр минуттарҙа, үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙ бойомға ашмаҫтай тойолғанда ҡаршылыҡтарҙы нисек еңдегеҙ? Тормошоғоҙҙоң төп девизы ниндәй?
– Тәүҙә үк шуны әйтергә теләйем: мин үҙ алдыма ҡуйған бөтә маҡсаттарымды үтәргә тырыштым һәм бының өсөн көсөмдән килгәндең барыһын да эшләнем. Ғөмүмән, үтәлмәҫтәй маҡсат юҡ, тип иҫәпләйем. Һәр ниәттең реаль һәм ғәмәлгә ашырырлыҡ булыуы шарт, әлбиттә. Киләсәккә үҙең өсөн аныҡ ориентирҙар ҡуйғанда, баштан уҡ уларға өлгәшеү юлында нимә аша үтергә кәрәклеген яҡшы төҫмөрләргә тейешһең. Тормошомда һынылышлы мәлдәрҙән иң тәрән кисереш уятҡан ваҡиға шул: умыртҡа һөйәген һындырҙым да оҙаҡ ваҡыт түшәккә бығауланып хәрәкәтһеҙ яттым. Ул саҡта күптәр минең спорт карьерама нөктә ҡуйҙы. Йәнә йүгерә алырыма ышанманы. Тән ауыртыуынан бигерәк, ошоно күреү, тойоу кисергеһеҙ ҡыйын ине. Әммә мин туҡтап ҡалманым, көрәштем. Хәтеремдә, телевизор башына кроссовкиҙарымды ҡуйҙым да, көн һайын уларға ҡарап, бер мәл уларҙы яңынан аяҡтарыма кейер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнем.
Әлбиттә, тормошта хәл ителмәҫлек шарттар ҙа осрай. Әммә быға һәр ваҡыт әҙер булыу, үҙ планыңа төҙәтмәләр индерә белеү ҙә һөҙөмтә бирә. Ә девизым икәү: «Кем, әгәр мин булмаһам!»; «Алға һәм тик алға!» Тәүгеһе килеп тыуған ауырлыҡтар еңеп сыҡҡыһыҙ тойолғанда ла маҡсатымдан тайпылмаҫҡа ярҙам итһә, икенсеһе, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, яңы еңеүгә артылырға ҡанат ҡуя.
– Спортсылар ырымдарға ышанамы?
– Минең талисманым бар, уны һәр ваҡыт үҙем менән йөрөтәм. Ул элек спорттағы еңеүҙәремә лә булышлыҡ иткәндер, тип ышанам. Әле лә сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә көс өҫтәй. Уның нәмә икәне бәләкәй генә сер булып ҡалһын. Был мотлаҡ ниндәйҙер ҡәтғи әйбер ҙә булмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, стартҡа сығыр алдынан яратҡан музыкаһын тыңлаған, доға ятлаған, мотлаҡ туғандары менән шылтыратышҡан, ниндәйҙер әҙәби әҫәрҙән, шиғырҙан өҙөк уҡыған балаларҙы беләм. Ғөмүмән, беҙ, спортсылар, ырымдарға ныҡ ыша­ныусан...
– Атай-әсәйегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле, уларҙың ниндәй сифаттары һеҙгә күскән?
– Атай-әсәйем менән ысындан ғорурланам. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышын тулыһынса үтеп, Берлинға атлы разведка подразделениеһы составында барып етә. Байтаҡ хәрби наградаға лайыҡ була. Иңенә төшкән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, изге күңелле, ипле кеше булды, бер ҡасан да беҙгә, балаларына, хатта ныҡ асыуына тейгәндә лә, тауыш күтәрмәне. Алтын ҡуллы ине ул. Һөнәре буйынса ла балта оҫтаһы булғас, беҙгә уйынсыҡтар, кәрәк-яраҡ әйберҙәр яһаны. Элек балалар өсөн тауарҙар бөгөнгөләй мул түгел ине бит.
Әсәйемдең бер үҙе бөтә эшкә өлгөрөүенә әле лә һоҡланам. Ишле ғаиләлә мәшәҡәттәре күп булған бит инде уның. Атай ситкә эшкә киткәс, бөтә донъя хәстәре, балалар ҡарау яңғыҙының иңенә төштө. Беҙ, ағай-эне, апай-һеңлеләрем, әлбиттә, ҡулдан килгәнсе ярҙам иттек, әммә бынан уға еңелерәк булдымы икән?! Әсәйемә беҙгә һалған матур сифаттары, яҡшы тәрбиәһе – барыһы өсөн рәхмәтлемен. Уның теремек холҡо, әүҙемлеге, тиҙ генә ҡарар ҡабул итеүе, кешеләрҙе үҙ тирәһенә туплап, ниндәйҙер дөйөм маҡсат йәки идея менән мауыҡтыра белеүе иҫемдә ҡалған. Минеңсә, уның тап ошо һыҙаттары миңә күскән һәм улар спортта, хәҙер депутат эшендә ярҙам итә.
– Тәрбиә темаһына ҡағылғас, ошо хаҡта ла һорағым килә: ата-әсәләргә, традицион авторитар ҡараштан баш тартып, балалар менән нисек тиң, ышаныслы мөнәсәбәт ҡорорға?
– Оһ! Был ҡатмарлы мәсьәлә... минеңсә, һәр мөнәсәбәт ышанысҡа нигеҙләнергә тейеш. Ғаиләләге мөнәсәбәт айырыуса. Бала һәр ваҡыт өлкәндәрҙең терәген һәм үҙенең һәр үтенесе йәки ихтыяжы мотлаҡ иғтибар, яуап табасағын тойһон. Гел бала ыңғайына тороу ҙа кәрәкмәй. «Эмоциональ банк иҫәбе» тигән аңлатманы ишеткәнегеҙ бармы? Ғәҙәттә, уны өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләү һәм ышаныс дәрәжәһен баһалау өсөн ҡулланалар. Минеңсә, ата-әсәләр һәм уларҙың балалары араһындағы «эмоциональ банк иҫәбе» бер ҡасан да нулгә төшмәһен, киреһенсә, үҙ-ара ярҙам һәм аңлашыу иҫәбенә тулыланһын өсөн тырышыу мотлаҡ. Шулай уҡ тәрбиәгә ғаилә эсендәге мөнәсәбәт тә йоғонто яһай: атай-әсәй, олатай-өләсәй, апай-ағай, дуҫтар үҙ-ара нисек аралаша – бөтәһен үҙенә күсерә бала.
– Тормошоғоҙ – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә матур өлгө. Фажиғә кисергән йәки инвалид булып ҡалған балаларға, уларҙың ата-әләренә нимә кәңәш итер инегеҙ?
– Иң тәүҙә тынысланыу һәм хәлде нисек бар, шулай ҡабул итеү кәрәк. Ҙур фажиғә итеп алмаҫҡа. Һәр бала, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәне лә – үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ һәләттәргә эйә шәхес ул. Бөгөн үҫеп килгән быуынға мөмкинлектәр киң. Һәр кем үҙен йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәһендә һынай һәм уңышҡа өлгәшә ала. Инвалидтар өсөн шарттар һәм йәмғиәттә уларға ҡарата мөнәсәбәт, элекке йылдар менән сағыштырғанда, күпкә яҡшырҙы. Бөгөн дәүләт уларға йөҙө менән боролдо. Ғаиләләргә ҙур социаль ярҙам күрһәтелә, «Уңайлы мөхит» программаһы әүҙем үҫешә, инфраструктура инвалидтар ихтыяжы өсөн яраҡлаштырылған. Шуға күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәй, балаларҙы үҫешкә дәртләндерергә һәм уларға үҙ һәләттәрен асырға, маҡсаттарын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә генә ҡала.
– Һеҙҙең яғымлы әсәй, хәстәрлекле өләсәй икәнегеҙҙе беләбеҙ. Ғаиләгеҙҙә ниндәй йолалар бар?
– Әсәй булғаныма байтаҡ инде, әле лә яратып ошо татлы ролде башҡарам. Ҡыҙға йәки улға нисә йәш тулһа ла, ул әсә өсөн һәр ваҡыт бала булып ҡала. Һигеҙ йыл элек өләсәй булыу бәхетен татыным, хәҙер ике тапҡыр өләсәймен. Әсәйемдән үҙ ғаиләмә күскән изге йолаларҙы ҡыҙыма, ейәнсәрҙәремә тапшыра алыуыма һөйөнәм. Ғаилә дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ күп. Ҡунаҡтар ҡабул итергә яратабыҙ. Бергә төрлө тәғәмдәр әҙерләйбеҙ, табын ҡорабыҙ. Ғаиләбеҙҙең яратҡан ризығы – билмән. Уны үҙебеҙ төрлө формала, төрлө эслек һалып әҙер­ләйбеҙ. Эсенә үҙенсәлекле сюрприз да өҫтәп ебәрәбеҙ. Аш өҫтәле артында төрлө темаға рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Ҡайһы берҙә нисек төн уртаһы еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ...
– Яратҡан ейәнсәрҙәрегеҙҙең киләсәгенә ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
– Әлбиттә, өләсәй булараҡ, ейәнсәрҙәремә теләктәрем һәм уларҙың киләсәгенә ҡарата яҡынса күҙаллауҙарым бар. Әммә үҙ ҡара­шыңды балаға ниндәйҙер аныҡ талап рәүешендә еткереү дөрөҫ түгел. Тормошта ейәнсәрҙәремә үҙҙәрен табырға дөрөҫ йүнәлеш биреүҙә күрәм бурысымды, мөһим, яратҡан эш менән шөғөлләнһендәр, йәмғиәткә файҙа килтерһендәр! Ҡыҙҙарға бит наҙлы, изгелекле һәм матур булып ҡалыу зарур. Ныҡлы ғаилә ҡороп, балаларын тәрбиәләү, яратҡан әсәй һәм ҡатын булыу, ата-әсәләрен хөрмәт итеү һәм хәстәрләү – ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете ошо инде. Шуға уларҙа гүзәл затҡа хас матур сифаттарҙы тәрбиәләү, ғаилә ҡим­мәттәренә хөрмәт уятыу өсөн бар көсөмдө һалам.
Үҙем ғүмер буйы илем, халҡым тип йәшәйем. Спорт аренаһында сығыш яһағанда һәм, яуланған еңеүҙәр хөрмәтенә күтәрелгән флагҡа ҡарап, гимн тыңлап, тыуған илем өсөн ғорурланғанда ла, әле Рәсәй Дәүләт Думаһында закон проекттары өҫтөндә эшләгәндә, спортсы­ларыбыҙҙы һәм уларҙың мәнфәғәттәрен халыҡ-ара кимәлдә яҡлағанда ла, һаулығы сикле балаларҙы, «Милләт йәшлеге» фондында хәйриә эшмәкәрлеге сиктәрендә, үҙҙәрен еңеүгә дәртлән­дергән саҡта ла илебеҙ намыҫын, киләсәк быуын хәстәрен ҡайғырттым һәм ҡайғыртам. Шуға ла ейәнсәрҙә­ремдең, үҙем кеүек, илһөйәр булып үҫеүен теләйем.
– Һеҙ «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фондын ойошторҙоғоҙ, Башҡор­тостанда Спорт әҙерлеге үҙәге, Гимнастика үҙәге кеүек спорт объекттары барлыҡҡа килде. Тағы ниндәй маҡсаттар билдәләгәнһегеҙ?
– Маҡсаттар күп... Бер нисек тә өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға ярамай. «Быны эшләнек! Бер аҙ ял итеп алабыҙ», – тип туҡтатмайым үҙебеҙҙе. Сөнки кеше иркенәйеп китеп, кәрәкле һиҙгер­леген юғалта. Шуға ҡыҫҡа ял көндәрендә лә һәр ваҡыт яңы проект тураһында уйлайым, план ҡорам.
Бөтә пландарҙы һөйләр өсөн бер әңгәмә генә етмәҫ. Шуға өҫтөнлөклө йүнәлештәргә генә туҡталам. Респуб­ликабыҙҙа спортты үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Спорт министр­лығына ҙур рәхмәт. Мөмкинлек­тәремә ҡарап, проекттарыбыҙға һәм башланғыстарыбыҙға федераль кимәлдә ярҙам итергә тырышам. Хыялым – Башҡортостандың һәр район үҙәгендә – физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ә һәр ҡалала һәм ҡасабала – йыһазландырылған спорт майҙансығы һәм ҙур булмаған стадион булдырыу.
Эшемдең икенсе ҙур йүнәлеше – һәр кем өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кеше лә, пенсионер ҙа, балалар арбаһы менән йәш әсәй ҙә һәр тарафта үҙен тиңдәр араһында тиң итеп тойһон: йәмәғәт урындарында ҡыйынлыҡһыҙ хәрәкәт итә һәм бөтә заманса уңайлыҡтар менән файҙалана алһын.
«Милләт йәшлеге» фонды 2012 йылдан үҙ эшмәкәрлеген алып бара һәм һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән йәш спортсыларыбыҙға ярҙам итеү менән шөғөлләнә, байтаҡ ҙур хәйриә проекттарын тормошҡа ашыра. Фонд ярҙамында яҡын килә­сәктә киберспорт, фиджитал спорты, кибатлетика, коляскала бейеү, һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисы кеүек яңы заманса спорт йүнәлештәрен үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә ниәтләйбеҙ.
Тағы ике мөһим маҡсат бар. Әммә уларҙың һәр береһе мотлаҡ эш планы һәм аныҡ саралар үткәреүҙе талап итә. Беренсеһе – мөмкин тиклем күберәк халыҡты физик культура һәм күмәк спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү. Икенсеһе – йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, уларға кешелек ҡим­мәттәрен һалыу һәм ижтимағи эш барышына ҡыҙыҡтырыу. Илебеҙ­ҙең киләсәге – йәштәр ҡулында.
– Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш
Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш
Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: