Гүзәл тәбиғәтле Миәкә районының Ҡанбәк ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән етен сәсле, зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө һөйкөмлө ҡыҙын әсәһе Хоҙай бүләгеләй ҡабул итә. Ә бит ирен 42-се йылдың башында ғына һуғышҡа оҙатҡан ҡатындың иңенә бөтә ғаилә хәстәре ятҡан: өй тулы бала-саға, ҡәйнәһе улар менән йәшәй. Етмәһә, ире урынына сельпо магазинына приказчик итеп ҡуйғандар. «Трудодень» яҙһындар өсөн төндәрен һарыҡ фермаһын ҡарауыллай. Ә ауыл осонда ас бүреләр һәр аҙымды һағалай...
Көтмәгәндә ҡарынында яралған сабыйы үҙен һиҙҙертә башлағас, күңелен ниндәйҙер ышаныс, йылылыҡ менән һуғарған минуттар, әйтерһең, уға көс һәм ҡыйыулыҡ өҫтәй. Һуғыш, ғазап-михнәттәрҙе еңеп тигәндәй донъяны нурлап тыуған сабыйын ҡулына алғас та, әсәһе Нурияһына даланлы яҙмыш юрай. Ауылда йәш балалар юҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бәпес һөйөргә тип Кәримә апайҙарға йыйылыр була. Тәпәй баҫҡас та, күрше-күлән ҡатындары, ҡурсаҡ ҡыҙыңды бөгөн мин алып ҡайтайым әле, тип тә ингеләй. Шулай итеп Нурия бәләкәйҙән һөйөү-наҙға төрөнөп үҫә. Әсәһе кистәрен әкиәттәр һөйләй. Көндөҙ өйҙә лә, эш менән сыҡһа ла, гел уның итәгенә тағылып эйәреп йөрөргә әүәҫләнә ҡыҙсыҡ. Икәүләп урам буйлап атлағанда, әсәһенең һәр ауылдашы, һәр ер-һыу атамаһы хаҡында матурлап хәтирәләр бәйән итеүе, саҡ ҡына күңеле тулып китһә, етемлектә үткән бала сағын тетрәнеп иҫкә алыуы бәләкәс Нурия өсөн тәүге тормош һабағы ла булғандыр. Юл ыңғайында Кәримә апайҙың бер туған ағаларына инеп сығалар – туғандарҙы күреп, белеп үҫһен тиеүелер инде.
«Әсәйем шул тиклем киң күңелле ине, хисле, нескә йәнле, тип әйтәйемме. Бер көн беҙҙең ауылға туй төшә, ҡараһам, әсәйемдең күҙҙәренән супырлап йәш тама. «Ниңә илайһың, әсәй?» – тип һорайым. «Әллә инде, ҡыҙым, донъяны йәмләп туй төшһә, байрамдарҙа балалар урамдан йырлап үтһә, күңелем тула ла ҡуя», – ти. Матур йыр ағылһа, берәй хисле тәбиғәт күренешенә таң ҡалһа йәки яҙын кәкүк саҡырһа, йөрәге һыҙылып илай торған ғәҙәте бар ине уның. Ауырлыҡтар алдында һис ҡаушамаҫ, юғалып ҡалмаҫ көслө ҡатындың тап шатлыҡлы, бәхетле минуттарҙы шулай тәрән кисереүе донъяны бөтә тулылығында моңға һалып ҡабул итеүенә лә бәйле булғандыр, моғайын. Әсәйем етемлектә үҫкәс, мин дә әсәйһеҙ ҡалып ҡуймайым тип гел ҡурҡа инем. Тышта уйнап йөрөйөм дә, хәлен белер өсөн, тиҙ генә өйгә йүгереп ҡайтып киләм. Бесән өйөргә кәбән башына менһә лә, әсәй төш инде, атайым үҙе менһен, тип һәр аҙымын ҡурсаларға тырыша инем. Эстән генә: «Эй, Хоҙайым! Әсәйем иҫән булһын инде!» – тип теләп йөрөгәнем хәтеремдә. Шуға үҙе лә мине ғүмере буйына яратты», – ти актриса.
Ҡыҙға дүрт йәш тигәндә Дахау лагеренда әсирҙә булып, әллә күпме үлем ғазабы аша үтеп, аталары ҡайтып төшә. Өйгә кешеләр тулған, ә Нурияның йөрәгендә – шом. Ҡыҙыҡ, кем икән ул атай тигәндәре? Һалдат, йәғни атаһы, ултырғыста уны алдына ултыртып, үҙе тирәләй йыйылған халыҡҡа күргән-кисергәндәрен йөрәкһенеп һөйләй. Ә ҡыҙ уның сәстәренә, күҙҙәренә текләп, һәр ым-хәрәкәтен ентекләп өйрәнергә тырыша. Апаларының, күрше-күләндең, бигерәк тә әсәһенең иғтибарын үҙендә генә тойоп өйрәнгәнгә, ниңәлер асыуын да ҡуҙғатҡандай был күренеш. Хәҙер әсәйем минең янда йоҡламай инде, тип тә ҡайғыра бәләкәс. Нурияһын атаһы гел яратырға уҡтала, әммә ул, сабый саҡтан күреп үҫмәгәнгә, күрәһең, нисек тә ҡасыу яғын ҡарай, һис ылыға алмай. Һуңынан Әлиә һеңлеһе менән Фәнил ҡустыһы донъяға килгәс, атаһының уларҙы күккә сөйөп иркәләүен берсә һоҡланып, берсә балаларса көнләшеп, ситтән генә моңайып күҙәтер була.
Атаһының шаянлығын, төртмә теллелеген, ауыл сәхнәһен бер итеп көлкөлө тамашалар ҡуйыуын һәм ғаиләлә бөтә баланың да йыр-моңға әүәҫлеген, бергәләшеп концерттар ойоштороуҙарын актриса әле лә һағынып иҫкә ала. Атай-әсәй үҙ-ара һис тауыш күтәрмәй, шаян таҡмаҡ-йырҙар аша аралашыр була. Оло табындарҙа яңғыраған халыҡ көйҙәре, бәйеттәр сабый күңеленә мәңгелеккә уйыла.
«Һуғым ашына йыйылған өлкәндәр иҙәнгә йәйелгән аҫалы балаҫ өҫтөнә теҙелеп оло табын ҡора, ә беҙ, балалар, һикегә һуҙылып ятабыҙ ҙа күркәм тамаша: йыр-моң, ҡыҙыҡлы хәтирәләр, уйын-көлкө донъяһына сумабыҙ. Ул замандағы тәртип, әҙәп, мәҙәнилек! Ундай йәнле, ижади мөхиттә үҙеңде бәхетһеҙ тойоу мөмкин түгелдер. Икенсенән, аралашыу, самалап ҡына ашау, үҙ-үҙеңде һәм дуҫтарыңды хөрмәтләү мәҙәниәтенең матур бер тәрбиәүи ысулы ла булған бит был», – ти ул ҡәҙерле иҫтәлектәргә туҡталып.
Дәртле, маҡсатлы апалары, Нурияның үҙенсәлекле һәләтен күреп, уны гел сәхнәгә сығырға өгөтләй. Шиғыр һөйләһә лә, бейеһә лә – маҡтайҙар. Һәр көнө, һәр сәғәте тиерлек моң, сәнғәт, әҙәбиәт, ижад менән үрелеп барған хәтирәләргә бай тормош һуҡмағы буласаҡ актрисаны оло сәхнәләргә, бөйөк ижади асыштарға әйҙәй.
Өфө сәнғәт училищеһына бер ауырлыҡһыҙ уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлаған һәләтле ҡыҙҙы Башҡорт драма театрына ҡуш ҡуллап эшкә алалар. 70-се йылдар башында бөтә республиканы таң ҡалдырған «Ғәлиәбаныу», «Ғәлиә» һәм башҡа спектаклдәрҙә күңелгә үтеп ингән моңо, оҫта уйнауы, һылыулығы менән арбаған Нурия Ирсаеваға күптәр табына. Матур ғаилә ҡороп, Гөлназ ҡыҙы тыуғас, унан да бәхетле кеше булмай донъяла. Әммә дан, шөһрәт, алҡыштар – миҙалдың бер яғы ғына. Икенсеһендә – өҙгөләнеүҙәр, күҙ йәштәре...
Данлыҡлы әсәнең ҡыҙы булыу – Хоҙайҙың оло бүләге лә, һынауы ла шул. Бәләкәс Гөлназдың театрҙағы репетицияларҙа, спектаклдәрҙә һәм гастролдәрҙә тәүге рәттә әсәһенең һәр ым-хәрәкәтен күҙәтеп, һәр һулышын тойоп, ошо илаһилыҡҡа хилафлыҡ килтереүҙән ҡурҡып, шым ғына көтөп ултырыуы ныҡ хәтерендә ҡалған. Үҙ ихтыярына ҡуйып, азатлығын артыҡ сикләмәй, иркәләтеп кенә тәрбиәләй актриса ҡыҙын. Ижадҡа һөйөү һәм үҙ көсөнә ышаныс уята. Ул театр факультетын бөтһә лә, яҙмышын радио-телевидение менән бәйләгән, музыкаль биҙәүсе һәм режиссер. Хәҙер үҙе лә өләсәй инде. Асияһының – биш йәшлек Милана, ә Кәримәһенең өс йәшлек Вәрисә тигән ҡыҙҙары бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Нурия Исхаҡ ҡыҙын ейәнсәрҙәре лә, бүләсәрҙәре лә «әсәй» ти. Милана бүләсәрен үҙенә оҡшатып: «Ҡыҙым һәм ейәнсәрҙәрем минең юлды һайламаны, ә бына Милана үҙемде хәтерләтә. Хисле, наҙлы, иғтибарлы, ижади йәнле бала, – ти ул йылмайып. – Бүләсәрҙәрем менән өҫтәл аҫтына инеп тә уйнайбыҙ, һөйләшәбеҙ, йырлайбыҙ. Әсәләре бик яратып тәрбиәләй үҙҙәрен, оҫталыҡҡа, өлгөрлөккә йәштәргә етеп булмай, әммә әкиәттәрем, уйындарым бәләкәстәремде бик ҡыҙыҡтыра».
Нурия Ирсаеваның исеме, ул башҡарған ролдәр, йырҙар мөхәббәт көсөнә ышаныс уята, йәшлек образын мәңгеләштерә. Ошо һүнмәҫ наҙ уның яҡындарының да күңелен балҡытып, гел матурлыҡҡа, изгелеккә һәм ижади бейеклектәргә әйҙәһен!
Нурия Ирсаеванан ҡатын-ҡыҙҙарға өс мөһим кәңәш:
Сабырлыҡ. Әсәйем бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, күңелен ҡыйманы. Оло, кесе, ғәрип кеше йәки берәй диуана хәйер һорап килеп инһенме, гонаһһыҙҙан рәнйетмә, ти торғайны. Ауыр булғанда түҙемле ҡала белеү холоҡто сыныҡтыра. Эштә лә, ғаиләлә лә ваҡланмай, үҙ баһаңды төшөрмәй, тигеҙлектә ҡалыу күп хаталарҙан ҡотҡара.
Мөхәббәт. Сабый күңеленә мөхәббәт орлоғо сәсеү мөһим. Тәбиғәт күренештәренә, йыр-моңға, әҙәбиәткә, кешеләргә... Күңелдә яралған мөхәббәт тойғоһон шунан кинәйәләп үҫтереү зарур. Мөхәббәт үҫкән һайын кешенең бәхете бөтәйә, тулылана бара.
Ҡарғыш, рәнйештән өҫтөн булыу. Малайҙарға – әсәй, ҡыҙҙар өсөн атай ҡарғышы – иң емергес көс. Ғәзиз сабыйың – һинең йән киҫәгең, бәғерең. Өләсәйгә лә яңылыш бер яман һүҙ менән, хатта шаяртып та үсәргә ярамай. Күптәрҙең яҙмышы рәнйеш-ҡарғыштан сырмалып, ғазаптарға юлыға. Ҡарында уҡ сабыйығыҙға тик матур теләктәр генә юллағыҙ!
Башҡортостан ҡыҙы №7, 2017 йыл.