Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында Фәрзәнә менән Кинйәмырҙа Баһауетдиновтарҙың геүләп торған ҙур ғаиләһендә бәхеткә сорналып буй еткерә Фәнүзә. Биш ҡыҙ араһында ул иң өлкәне булғас, һеңлеләрен тәрбиәләшергә лә, әсәһенә ярҙам итешергә лә өлгөрә. Һигеҙ кешенән торған ғаилә үҙ тәртибе, ҡағиҙәләре, йолалары һаҡланған матур бер дәүләттәй абруй тота ауылда. Бергә йәшәгән Фәйрүзә ҡартинәйҙәре лә яратҡан ейәнсәрҙәренә ныҡлы күҙ-ҡолаҡ та, кәңәшсе лә, уларҙы матур ғәмәлдәргә дәртләндереүсе лә була. «Ике өй уртаһының тупһаһында сығыш яһайбыҙ, шаршауҙы ябабыҙ, асабыҙ, бер-беребеҙҙе иғлан итәбеҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғыр һөйләйбеҙ. Атайым һеңлеләремде үҙ-ара көрәштерә лә торғайны. Ҡыҙ бала үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ та булырға тейеш бит. Йыр-моңға, уҡыуға һөйөү атай-әсәйҙән күскәндер. Атайым башҡортса китап-журнал уҡырға яратты. Әсәйем оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙың клуб директоры булды, тальянда дәртле көйҙәр уйнар ине, партия осоронда уға байтаҡ ойоштороу эштәре лә эләкте. Сәнғәт өлкәһенә күңелемә ойотҡоно ул һалды», – ти яғымлы алып барыусы.
Әйткәндәй, мәктәпте тамамлап, сәнғәт юлынан китергә теләгәндә, Фәнүзә апайға әсәһе етдиерәк һөнәр һайларға кәңәш бирә. Шулай итеп, ул Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә. Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә эш башлаған йәш уҡытыусы, пионер, комсомол ойошмаһы кураторы булараҡ, ойоштороу мәсьәләләре, балалар менән мөғәмәлә итеү буйынса байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрә. Интервью биргән сағында йәш уҡытыусының һутлы телен ишеткән журналист Фәрхәт Ҡунафин менән радиорежиссер Альбина Закирова һәм музыкаль мөхәррир Фәниә Хәлитова уны телеүҙәккә эшкә саҡыра. «Яҙмышмы, әллә күңел ихтыяжы булдымы, мәҙәниәт һәм сәнғәт усағының үҙәгенә барып ҡаптым», – тип йылмая үҙе.
Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы бәләкәстән үк ғаиләлә бер-береңә ихтирам, ярҙам итеү, изгелекле булыу кеүек күркәм сифаттарҙы һеңдереп үҫә. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, ғәҙел булыу, намыҫ ҡушҡанса йәшәү тормош ҡалҡаны икәненә инанған ҡатын ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе лә ошо матур ғәҙәттәргә таянып ҡора. «Әсәйем клуб мөдире булып эшләгәс, көн аша тиерлек район үҙәгенә эш менән бара ине. Ауылдаштар әсәйемә йомош менән килә, кемдер йә ғариза индереп сығыуын, йә магазиндан нимәлер алып ҡайтыуын һорай. Әсәйем һәр кеменең йомошон ихлас үтәй. Ҡулығыҙҙан килгәнсә кешеләргә ярҙам итергә тырышығыҙ, тип үҫтерҙеләр беҙҙе», – ти Фәнүзә ханым.
Популяр йырҙар авторы Йылайыр районы Аралбай ауылы егете Мирсәйет Ҡылысов менән тормоштарын бәйләгәс, мөхәббәтле ғаиләлә береһенән-береһе һылыу Гөлйемеш, Гөлгөнә исемле ҡыҙҙар донъяға килә. Атай-әсәй үҙ балаларында нәҫелдән бирелгән изге һыҙаттарҙы, шулай уҡ йыр-моң, бейеү, һүҙ маһирлығын үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала. Ҡыҙсыҡтарҙы өс йәштән сәхнәгә баҫтыралар. Фәнүзә апай тапшырыу әҙерләгәндә һирәкләп уларҙы үҙе менән ала. Бик күп билдәле шәхестәрҙе күреп өлгөрә бәләкәстәр. Ҡыҙҙар Әҙһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбендә фортепиано һәм думбыра буйынса белем ала. «Һомай» театр студияһында, «Йәнгүзәл» фольклор ансамблендә шөғөлләнгән Гөлйемеш республика йыр-моң конкурстарында ҡатнаша. Санкт-Петербургта үткән йыр бәйгеһендә призлы урын яулауы, Мәскәүҙә «Карусель» каналы өсөн интервью биреүе Гөлйемештең күңелен тағы ла үҫтерә, сәнғәт донъяһына һөйөүен арттыра.
Бәләкәйҙән телсәр, һәләтле Гөлгөнә, «Тамыр» балалар телеканалына алып барыусы роленә һайлап алыуҙы уңышлы үтеп, бик күп проекттарға йәлеп ителә. Ул – үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендәге «Бирешмә», «Ышан» фильм геройҙарының береһе. Матур йырлай.
Фәнүзә апай ҡыҙҙарының бала сағын һағына. Бәләкәй ваҡыттарында, эшкә ныҡ бирелеп, уларға күберәк иғтибар бүлә алмағанына үкенеп тә ҡуйғандай. «Иртәнге «Сәләм» тапшырыуы асылған мәлдә беҙ, бер төркөм йәш журналистар, таңғы дүрттән тороп эшкә йөрөнөк. Ул ваҡытта башҡорт телендә тура эфирҙы алып барыусыларға ҡытлыҡ булды. Шуға көн аша тапшырыу тура килә. Тура эфирҙан һуң, яңы сюжеттар йыйыр өсөн, Башҡортостан буйлап командировкаға сығабыҙ. Ҡыҙҙарымды бәләкәй саҡтарында яйлап, тәмләп, иркәләп тәрбиәләп ултырырға форсат бик теймәне. Бары эшем, үҙемде тотошом менән үрнәк булғанмындыр. Үҙ аллы булып үҫтеләр, – тип дауам итә мөләйем ханым, тәрбиә серҙәре менән ихлас бүлешеп. – Йәйҙәре ауылда өләсәләрендә үтте. Ә өйҙә күберәк аталары ҡарашты. Шуға телдәре лә Йылайыр һөйләшендә асылды, нығынды балаҡайҙарымдың. Саф башҡорт телендә рәхәтләнеп аралашып үҫтеләр».
Фәнүзә апай фекеренсә, тормошта бәхетле булыр өсөн гүзәл затҡа тәүфиҡ, сабырлыҡ кәрәк. Халыҡ мәҡәлдәр аша бик төплө итеп аңлатҡан был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен: «Сабырлыҡтың төбө – һары алтын», «Сабырлыҡ – алтын ҡәлғә, ҡыҙыулыҡ – башҡа бәлә»...
«Тәү нәүбәттә сабырлыҡ менән эш итеүҙәрен, әхлаҡ-тәртип ҡанундарына таяныуҙарын хупланыҡ һәр саҡ. Ҡыҙҙар ҡайҙа барһа ла, «мин һеҙгә ышанам», тинем. Шул уҡ ваҡытта беҙ уларҙы тыйып үҫтермәнек. Тыйнаҡлыҡ ысын башҡорт ҡыҙҙарының ҡанында бар. Өлкәнебеҙ Гөлйемеш бәләкәйҙән тыныс холоҡло. Гөлгөнә ҡыйыуыраҡ, әммә икеһенә лә иплелек хас. Үҙебеҙҙең быуын тыйнаҡ булды, әйтергә теләгәнен ҡырҡ тапҡыр уйлай ҙа фекерен йомоп ҡала. Заман йәштәре сая, телгә тапҡыр, уйлағандарын шунда уҡ әйтә һала, бөгөнгө йәмғиәттә башҡорт ҡыҙҙарының үҙ фекерен белдерә белеүе һәм ныҡлы ышаныс менән маҡсатҡа ынтылыуы һөйөндөрөргә генә тейеш», – ти рухлы әсә.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.