-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шәфҡәтлеләр йыһаны

Үҙ ғүмерен, һаулығына бәйле кәмселектәре булып, донъяла йән аҫрау хаҡына секунд һайын көрәшергә мәжбүр бәләкәстәрҙе дауалауға арнау өсөн ни хәтлем сабырлыҡ, рух ныҡлығы, аңлау көсө һәм сикһеҙ ярата белгән ҡайнар йөрәк кәрәктер?! Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең табип-неврологтары – әсәле-ҡыҙлы Гүзәл Ҡадирова менән Эльвира Байкова – һөнәрҙәренә баш баҫып хеҙмәт иткән тап шундай фәрештә йәнле шәхестәрҙән. Шәфҡәтле әсә менән ҡыҙ, һөйөүгә, иғтибарға мохтаж кескәйҙәр күңеленә һаҡ ҡына ҡағылып, үҙ көстәренә һәм киләсәктә яҡты көн тыуырына ышаныс уятыуҙы ла маҡсат иткән.

Шәфҡәтлеләр йыһаны
Шәфҡәтлеләр йыһаны

Гүзәл – тыумышы менән Өфө­нөкө. Заманында баш ҡалала мебель магазины директоры вазифаһын биләгән атаһы Радик Гөссам улы менән иҡтисадсы һөнәренә эйә әсәһе Милә Кәлимулла ҡыҙы берҙән-бер балаларының килә­сәген иҡтисадсы итеп күрергә теләй. Әммә бәләкәстән ҡурсаҡтарын бинтҡа урап, йәнлек уйынсыҡтарын дауалап уйнарға яратҡан ҡыҙҙың күңелендә медицинаға һөйөү тәрән тамыр йәйеп өлгөргән була. Яңы йылда тиҫтерҙәре, ғәҙәттә, ҡуян, Ҡарһылыу, ҡар бөртөгө булып кейенһә, Гүзәл шыршы байрамы һайын тик бер образда: өҫтөндә – аҡ халат, башында – аҡ ҡалпаҡ, муйынына стетоскоп эленгән. Илаһи нурға сорналған изге йән эйәһеләй ғорур йөрөй ул был етди ҡиәфәттә.
Мәктәпте уңышлы тамамлаған һылыу Башҡорт дәүләт медицина институтына документтарын тапшыра. Ләкин беренсе йылында уҡырға инергә саҡ ҡына балл етмәй ҡала. Яҡты хыялына барыр юлда упҡын хасил булғанмы ни – ауыр кисерә ҡыҙ яҙмышындағы тәүге һынауҙы. Йөрәген арбап өлгөргән юғары уҡыу йорто тормошонда нисек тә ҡатнашыу өсөн, ул ректорҙың ҡабул итеү бүлмәһенә стенографистка булып урынлаша. Бер йыл эсендә вуз китапханаларындағы медицинаға бәйле бөтә фәнни әҙәбиәтте тиерлек уҡып сыҡҡан маҡсатлы ҡыҙ үҙ мораҙына ирешә – педиатрия факультеты студенты булып китә. 1987 йылда йәш белгес Өфөнөң 42-се балалар поликли­никаһында педиатр булып эш башлай. Уны мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар менән эшләү участкаһына тәғәйен­ләйҙәр. «Күҙҙәре насар күргән әсәйҙәрҙе ҡулдарынан тотоп, яңы тыуған бәпәйҙе нисек ҡарарға, микстураларҙы нисек бирергә һәр хәрәкәтен аҙымлап иҫәпләп өйрәтергә тура килде, ә ҡолаҡтары ишетмәгән­дәргә тәфсирләп яҙып-яҙып аңлата инем. Үҙҙәре шундай һәйбәт әсә, тырыштар, әммә һинең намыҫлы ярҙамыңа көн уҙарына мохтаж улар», – ти Гүзәл Радик ҡыҙы, тәүге эш тәжрибәһе менән бүлешеп.
Эштән ҡайтырға тип туҡталышта торғанда зәңгәр күҙле һылыу ҡыҙ янына хәрби кейемдә бер егет килеп баҫа, һүҙ ҡуша, күптәнге таныштар кеүек аралашып китә йәштәр. Гүзәлдең ғүмеренә яҙған буласаҡ тормош иптәше, хәрби лейтенант Айрат Ҡадиров менән танышыуы шулай матур, хисле фильмдағы кеүек көтөлмәгәндә килеп сыға. Киевта юғары хәрби радиотехника училищеһын тамамлап, Новосибирскиҙа хеҙмәт үтеп йөрөгән егеткә кейәүгә сығып, декабрист ҡатыны кеүек, ире артынан хәрби гарнизонға юллана йәш кәләш. Ҡыҙҙың атаһы ҡәҙерләп үҫтергән бөртөк балаһы өсөн йөрәге һыҙлап, күҙ йәштәрен ҡойоп илап ҡала. Бәхеттәренә күрә, бер нисә йылдан Башҡортостанға ҡайтырға яҙа уларға. Айрат Фаил улын Ҡариҙел районының хәрби комиссариатына етәксе итеп билдәләйҙәр. Ә Гүзәл Радик ҡыҙы табип-педиатр, унан район үҙәк дауаханаһында балалар дауалау бүлеге мөдире булып эшләй. Ҡариҙелдә белгестәргә ҡытлыҡ булғас, неврологка, функциональ диагностика табибына ла квалификация үтергә тура килә уға. Мөхәббәтле ғаиләне нурға, бәхеткә тулыландырып улдары Альберт, бер йылдан ҡыҙҙары Эльвира тыуа. Балалар бер аҙ үҫкәс, Өфөләге олаталары менән өләсәләре бәләкәстәрҙе ваҡытлыса үҙҙәренә күсереп ала. Ни тиһәң дә, баш ҡалала уҡытырға, түңәрәктәргә йөрөтөргә лә мөмкинлектәр киңерәк.
Ҡадировтар баш ҡалаға йәшәргә күскәс, Айрат Фаил улы Өфө вертолет училищеһында студенттарға белем бирә. Бер аҙҙан уға Өфөнөң Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн интернат-йорто менән идара итеүҙе ышанып тапшыралар. Тәжрибәле белгес һаналған ҡатыны ла, иренә ярҙам итер өсөн, шунда невролог булып күсә. «Иптәшем, үҙе бәләкәстән етем ҡалып, ҙур ҡайғы-хәсрәттәр кисергән оло йөрәкле кеше булараҡ, был мәрхәмәтлек һәм яуап­лылыҡ талап иткән эшмәкәрлеккә айырыуса ҙур энтузиазм менән тотондо. Үҙебеҙ экологик яҡтан таҙа ерҙәрҙән шифалы үләндәр йыйып, ололар өсөн фитобар астыҡ, улар кислородлы коктейль, тәмле үлән сәйҙәре эсеп рәхәтләнде, дауалау өсөн яңы медицина ҡорамалдары һатып алдыҡ, энә терапияһы, дауалау-физкультура кабинеттары булдырҙыҡ. Инвалидтар өсөн махсус ҡулайлаштырылған сауна эшләп ҡуйҙыҡ. Интернатта йәшәүселәр, төрлө сараларҙа ҡатнашып, әүҙем тормош алып барҙы. Ирем мохтаждарға изгелек ҡыла алыуҙан ҡанатланып йөрөнө, киләсәккә әллә күпме матур ниәттәр ҡорҙо. Әммә бер хәбәр, яҡты көндө йәшен атҡандай, бар уй-хыялдарҙы селпәрәмә килтерҙе», – тип күҙ йәштәрен һөртә Гүзәл Радик ҡыҙы.
Айрат Фаил улының тәүге хәрби эше радиация менән бәйле булып, шул үҙ эҙемтәләрен ҡалдырған, күрәһең. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙең үпкәһендә яман шеш табалар. Тиҙ рәүештә аҡса йыйып, Германияға операцияға оса улар. Операция уңышлы үтә, тағы ла биш йыл тулы тормош менән бәхетле йәшәп ҡала Ҡадировтар. Бер көн килеп аҫыл ирҙең ғүмере шәмдәй һүнә. Йәшәгәндәге кеүек лайыҡлы, зарын һалмай ғына китә ул был донъянан. Гүзәл Радик ҡыҙы юғалтыуҙың тәрән хәсрәтенән аҡылдан яҙмаҫ өсөн алты урынға эшкә урынлаша, көнө-төнө ал-ял белмәй хеҙмәт итә.
Гүзәл Ҡадирова бөгөн Мөмкин­лектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгендә эшләй. Ғәрип йәндәрҙең йәшәргә талпыныуын, аяҡтары атламағанда ла, нескә ҡулдарын һоноп, алға ынтылыуын күреп һоҡланмаҫлыҡ түгел шул – ныҡлылыҡҡа мәҙхиә инде был күренеш! Йөрәк яралары ла яйлап уңала уның. Инде туҡһанды ҡыуған ҡәҙерле ата-әсәһен дә хәстәрләр өсөн сәләмәт, бәхетле булыу кәрәк бит. Өфө дәүләт медицина университетын бөтөп, ҡыҙы Эльвира ла үҙәккә невролог булып урынлаша. «Беҙҙә үҙәк нервы системаһы фалижы, эпилепсия, аутизм, Даун сирҙәре менән яфаланған, имгәнеү йәки ҡаты сырхау арҡаһында зиһене тарҡалған, насар күргән йәки ишеткән өс йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар дауалау үтә. Республика буйынса һигеҙ филиалыбыҙ бар. Өфөләге көндөҙгө стационар төрлө йүнәлештә реабилитациялау эшен ғәмәлгә ашыра. Бурысыбыҙ – физик йәһәттән йәки аҡыл, хис-тойғо, телмәр үҫеше тотҡарланған балаларҙың һаулығын мөмкин тиклем яҡшыртыу, тормошҡа яраҡла­шырға ярҙам итеү. Сенсор, галокамера, музыка менән дауалау, арт-терапия кабинеттары бар, массаж, физиотерапия курсы үткәрәбеҙ. Киләһе йылда беҙҙең эшмәкәрлек тағы ла киңәйтелеп, заманса матди-техник базаға эйә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Салют» республика реабилитация үҙәгенә әүереләсәк», – тип яңылыҡтары менән уртаҡлаша табиптар.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: