+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар
2 Апрель 2021, 11:52

Скрипка моңо – йәндең сыңрауы

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы скрипкасыһы, йырсы һәм блогер, милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙарының береһе Илзирә Ҡудашева 1995 йылдың 8 майында Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында тыуған. Әсәһе Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡудашева (Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева) – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, прозаик, атаһы Рәсүл Әмир улы – водитель. Биш туғаны араһында Илзирә – икенсе бала. Балалар баҡсаһында уҡ музыкаға һәләте, йырларға яратыуы беленә. Шуға ла уны беренсегә Сибайҙағы махсус музыка колледжына уҡырға бирәләр, икенсе класҡа Өфө махсус музыка колледжына алалар. Ҡыҙыҡай урта белем эстәүҙе музыка менән бергә алып бара.

Уны башта әсәһе баян класына бирергә уйлай. Әммә йәтеш кенә Илзирәнең баянға көсө етеү түгел, башы ла күренмәйәсәген күҙ алдына килтереп, уны скрипка класына яҙалар. Скрипка – иҫ киткес моң сығара торған музыка ҡоралы. Иҫегеҙҙәлер, башҡорт халыҡ әкиәттәренең береһендә Мәскәй әбей башына еткән ҡыҙҙың сәсенән ҡыл яһап уйнайҙар, ул яҙмышын бәйән итә. Икенсе бер әкиәт буйынса, дейеүҙең көсөн скрипка моңдары ғына тыя ала. Скрипканы тотоп та ҡарамаған ауыл балаһының был музыка ҡоралына баштан уҡ мөхәббәте уяндымы икән? Унда бит төймәләр ҙә, билдәләнгән һыҙыҡтар ҙа юҡ. Баҡтиһәң, мускулдар хәтере мөһим икән. Шуға ла эштә һигеҙ сәғәт уйнап ҡайтҡандан һуң да көнөнә өс сәғәт шөғөлләнеп алырға, тимәк, тәүлектең яртыһында тиерлек ҡулыңдан скрипка төшмәҫкә тейеш. Ял көндәре лә ул ҡоралын һалмай. Шуға ла скрипка уйнаусының төп сифаты – эшһөйәрлек, тәртип.
Бергә уҡырға барғандар араһынан ике генә уҡыусы мәктәпте тамамлай, шуларҙың береһе – Илзирә. «Ауылға йылына 2-3 тапҡыр ғына каникулдарға ҡайта ала торғайным, унда ла инструментымды үҙем менән йөрөттөм. Спортсы көн дә күнекмәләр яһамаһа, һөҙөмтәһе юғала, шуның һымаҡ, скрипкала ла туҡтамай шөғөлләнгәндә генә уңышҡа өлгәшеп була», – ти Илзирә.
Колледжды тамамлағас, ҡыҙыҡай Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында скрипка буйынса уҡыуын дауам итә, уны ҡыҙыл дипломға бөткәс, 2 йыл дауамында, һөнәри оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында, ассистентура-стажировка үтә. «Өфөләге иң яҡшы тип һаналған уҡытыусыға – профессор Александр Абрамович Шисманға эләгеүем менән бәхетлемен», – ти Илзирә.
Барыбер ҙә ауылға ҡайтырмын, тип уйлай Илзирә. Тормошоноң ҙур ҡалала үтере, музыка менән бәйле булыры башына инеп тә сыҡмай. Ә яҙмыш уны тап ошо һөнәр, тыңлағанда күҙҙән йәштәр атылып сығыр моң эйәһе итеп әүәләй. Һөнәри йәһәттән үҫергә яйын да сығарып ҡына тора.
Тап институтта уҡығанда, ҡәҙерле уҡытыусыһы Шисман аша килә уға скрипкаға һөйөү. Илзирәгә ышаныс күрһәтә ул, ҡыҙыҡай ҙа уның дәрестәренә байрамға йөрөгән кеүек килә. Туҡтауһыҙ алға барыу, тырышлыҡ арҡаһында ул музыканттарҙың Нариман Сабитов исемендәге халыҡ-ара, Дмитрий Неволин исемендәге Бөтә Рәсәй конкурстарында, «Йәшлек-шоу»ҙа лауреат була.
Илзирә бешеренергә, сәйәхәт итергә ярата. Скандинавия илдәрендә, Финляндияла, Швецияла, Эстонияла, Төркиәлә, Грузияла, Әзербайжанда, Балҡан ярымутрауында була. Һуңғыһында ул төрөк оркестры менән гастролдәргә сыға. ТӨРКСОЙ ойошторған был сарала төрки илдәре вәкилдәре ҡатнаша һәм Илзирә улар араһында иң йәш скрипкасы һанала. «Икенсе илдәрҙең музыканттары менән аралашыу күпте бирҙе, ҙур тәжрибә тупланым», – ти Илзирә, был сәйәхәтен хәтерләп.
«Блогерлыҡ йырҙарым аша килде. Тормошомдағы ҡыҙыҡлы мәлдәр менән бүлешеү үҙемә лә оҡшап китте. Хәҙер бер көн интернетҡа сыҡмай торһам, ҡыйын», – тиеүендә уның был эшенән ҡәнәғәтлек алыуы күренеп тора.
Илзирәнең БЮТ каналында күрһәтелгән, интернет селтәрҙәре буйынса таралған «Папурри» клибы пандемия ваҡытында төшөрөлә. «Идеяһы һәм тормошҡа ашырылыуы – үҙемдән. Студиялар ябылып бөткәйне. Уны эшләү 35 мең һум тирәһенә төштө», – тип бүлешә ул. Ысынында, был клип уға табыш түгел, ә танылыу килтерә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: