-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙ бала бағыу – милләт тәрбиәләү

Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтендә Әлиә Мәҙәрик ҡыҙы Хәлитова етди йүнәлеш өсөн яуап бирә – кадрҙар менән эшләү бүлеген етәкләй. Әлиә – ике ҡыҙ әсәһе, ир ҡатыны, ата-әсәһенең һөйөклө ҡыҙы, ике апаһының яратҡан һеңлеһе. Уның менән әңгәмәбеҙ тормош, йәшәйеш, тәрбиә хаҡында.

– Әлиә, тыумышың менән ҡайһы яҡтанһың?
– Мин Федоровка районы Батыр ауылынанмын. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Атайым – колхоз рәйесе, әсәйем уҡытыусы булды. Атайыбыҙ көнө-төнө баҫыуҙа йәки эш менән район үҙәгендә, әсәй – мәктәптә. Уларҙағы эшкә яуаплы ҡарау ҡаныма һеңеп ҡалған.
– Тынғыһыҙ, әммә яратҡан эш ҡәнәғәтлек бирә, тиҙәр. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, ошо һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бармы?
– Эйе, тулыһынса килешәм. Атай-әсәйем беҙҙе, өс ҡыҙҙы, һәр эште етеҙ, еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Шул уҡ ваҡытта эргәләге кешеләр беҙҙең арҡала ҡыйын хәлдә ҡалмаҫҡа тейешлеген аңлаттылар. Эльвира һәм Рита апайҙарым менән үҙ аллы булып үҫтек, ләкин һәр ваҡыт атай-әсәйҙең иғтибарын тойҙоҡ. Әлеге көндә, шөкөр, улар тыуған ауылыбыҙҙа донъя көтә. Кәрәк саҡта аҡыллы кәңәш биреп, һәр саҡ ярҙам итеп торалар.
– Әсәйең һиңә тормошта һәр саҡ кәрәк ниндәй ҡиммәтле кәңәш бирҙе?
– Иң тәүгеһе – ауырлыҡтарға бирешмәҫкә. Кеше аҡылына түгел, ә үҙеңдекенә таянып, уйлап эш итергә. Нимә генә эшләгәндә лә йылдам булырға һәм тейешенсә атҡарып ҡуйырға. Һәр ваҡыт уҡырға, белемде камиллаштырырға. Минең өсөн уның әйткәндәре бик ҡиммәт. Ошо уҡ аҡылды ҡыҙҙарыма өйрәтәм. Тағы бер мөһим кәңәше – үҙеңдең ҡатын-ҡыҙ икәнеңде бер ваҡытта ла онотмаҫҡа. Әҙәм күрке – сепрәк, тиҙәр бит әле. Әсәйем әле лә өҫ-башына ныҡ иғтибар бирә, бөхтә кейенә, тейешле хушбуй ҡуллана. Бының өсөн әллә ни сығымдар кәрәкмәй, теләк кенә булһын. Ул – ысын ҡатын-ҡыҙ! Тағы ла бер матур сифаты бар – ул дипломат. Ниндәй ҙә булһа ҡарарға килер алдынан уның менән бер һөйләшеү етә, әсәйем фекерен шул тиклем төплө, аҡыллы итеп еткерә белә.

Зөлфиә Басирова.

Өфө ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: