-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар
4 Февраль 2020, 12:58

«Ҡалам йәйҙә! Аҡыл бәйҙә, Тик хистәрҙе кем һуң тышар?!.»

Зөлфиә ХаннановаБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова шиғриәтенә эскерһеҙлек, ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ хас. Шағирәне матур юбилейы менән тәбрикләп, артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!

***
Ағастарҙы бәҫ һырыған,
Их, һыуыҡтан килмәй туңғы!
Ике өлөшкә бүлендем:
Һинең менән,
Һинән һуңғы...
Бер өлөшөм алға әйҙәй,
Бер өлөшөм тарта кире.
Яратһам да,
Йән атһам да –
Һин башҡаның берҙән-бере...
Теләһәм дә хистәремде
Ҡурсаларға бик тә генә,
Аңғарманым!
Ҡасан еттем
Түҙемлектең сиктәренә?!
Ағастарҙы бәҫ һырыған...
Бәҫле булыу яҙһа икән!
Киттем һинән,
Тик белмәйем
Оҙаҡҡамы, аҙға микән?!
Ҡап уртала баҫып торам,
Их, тормоштан килә уңғы!
Ике өлөшкә бүлендем:
Һинең менән,
Һинән һуңғы...
2018
Ә шулай ҙа...
Аһ, тәнемде тикшерәләр:
«Тәне ни ҡара инде!»
Бөтәһенә аҡ тимәгән,
Ҡара ла бара инде!
Ҡай берәүҙәр: «Йыуан!» – тиҙәр,
Йыуан булһа, ни булған?!
Мине бал-майҙа йөҙҙөргән
Хәләлем, тимәк, уңған!
Аһ, йөҙөмдө тикшерәләр:
«Юҡ унда ҡуйы керпек!»
Керпеге ҡуйы түгел, тип,
Ҡасмайҙар әле өркөп!
Күҙҙәрем бәләкәй, тиҙәр,
Хурлайҙар, бөлдөрәләр.
Күҙҙәр бәләкәй булһа ла,
Кәрәккәнен күрәләр...
Ҡаштар ҙа йолҡонмаған шул,
Ептәй нәҙек ҡалдырып,
Сәстәрҙе лә бөтмәгәнмен
Көйҙөрөп тә яндырып.
Тырнаҡтар ҙа оҙон түгел,
Шүрәлеләр көнләшкән!
Ә шулай ҙа бар ул миңә:
«Матурым!» – тип өндәшкән...
Һеҙгә ямаҡ күренһәм дә,
Ултырам әле эре:
Мин кемдеңдер ҡараҡайы,
Мин кемдеңдер йомшаҡҡайы,
Кемдеңдер – берҙән-бере!
2018
***
Шул тиклем ауыр булды шул,
Шул тиклем генә ауыр.
«Һау бул!» – тиеп хушлашһам да,
Түгел инең ят бауыр...
Шул тиклем ҡыйын булды шул,
Шул тиклем генә ҡыйын,
Тыштан тыныс күренһәм дә,
Күңелдә уйнай ҡойон.
Шул тиклем генә ҡыҙғаныс,
Аяуһыҙ инде шулай!
Үҙем киттем, ә эргәңдә
Йөрәгем ҡалды, буғай ...
2018
Үҙекәйем...
Һинең һүҙҙәр, эй, әүрәтер ине,
Онотторор ине ҡайғыны.
Ғүмеркәйем буйы көттөм дә бит,
Һүрән генә ҡояш байыны.
Башым баҫып, донъя көткән булдым,
Ябай ғына инде, ҡәҙимге.
Һинең һүҙҙәр генә ашыҡманы
Иркәләргә минең йәнемде.
Ғүмер ҡояшы ла байып бара:
Ҡағылған да йәнем, һуғылған...
Аһ, ул һүҙҙәр!!!
Һинән көттөм дә бит –
Үҙекәйем әйтһәм ни булған?!
2018
Нисек инде?!
Тора инең бер өндәү,
Бер һорау һымаҡ,
Исемеңде һурып алдым
Шырау һымаҡ.
Йәшермәйем, йөрәгемдә
Ҡалды яра:
Тоташырлыҡ түгел ине
Беҙҙең ара.
Исемеңде сәсеп ҡуйҙым
Түтәлдәргә,
Көс-дәрт бирһен, илһам бирһен
Бүтәндәргә.
Гөлдәр булһын исемдәрең,
Шырау түгел,
Яҙ ҡояшы булырмын мин,
Ҡырау түгел.
Хуш!!! Имен бул! Һин ирекле
Ошо көндән.
Исемеңде һурып алдым
Йөрәгемдән.
Йөрәгемдән һурып алдым
Исемеңде
Һәм шаңҡыным...
Ә артабан
Нисек инде?!
***
Хыялдар менән хушлаштым:
Күммәнем, яндырманым.
Күккә сөйҙөм, үкенерлек
Бер ни ҙә ҡалдырманым.
Һөйөүем менән хушлаштым:
Ҡыуманым, алдаманым.
Ул мине аңлай алманы,
Мин уны аңламаным...
Йырҙарым менән хушлаштым
Нимәгә ул ялған йыр?!...
Хыялдарым – селпәрәмә,
Өмөтөм ҙур – ялғаныр!
Ғүмер булһа, һөйөрмөн дә,
Һөйөлөрмөн дә аҙаҡ.
Йырҙар ғына кире ҡайтмаҫ,
Бына шуныһы – ғазап...
2018
Онлайн
(шаярыу ҡатыш)
Ул иртән дә онлайн,
Ул кисен дә онлайн.
Телефондан уны ҡарап,
Эшемә гел һуңлайым.
Көндөҙ ҙә ул онлайн,
Төндә лә ул онлайн.
Их, өҙөлөп һөйәм уны,
Тик әйтергә ҡыймайым.
Ҡабатлана көн һайын:
Бер уңмағас уңмай(һ)ың,
Кем менәндер онлайн –
Бәхетлелер, моғайын...
Кем менәндер, белмәйем,
Ҡолаҡҡа ла элмәйем.
Ул яратмай, аңлайым,
Тик артынан ҡалмайым.
Хыялдарҙы ялғайым –
Булһын бары онлайн,
Мин бит ерҙә бер минут та
Унһыҙ тора алмайым.
Онлайн!!!
2018
Ҡара мышар
Ҡар аҫтында ҡалған инде
Һин яратҡан ҡара мышар,
Тағы кемдәр был донъяла
Беҙҙең кеүек һағынышыр?!
Ҡара мышар, ҡара мышар,
Бындай яҙмыш кемгә оҡшар?!
Беҙ икебеҙ ике яҡта:
Ярым-ярты, гел яртышар...
Аҡ сәскәле ҡара мышар
Яңғыҙ түгел ине тышта:
Һайрай ине унда ҡоштар,
Йыраҡ ине һалҡын ҡыштар...
Ҡар ҡаплаған һағыштарын,
Йәшергән ул яраһын да
(Бер яңғыҙым торам мин дә
Мең-мең кеше араһында!)...
Их, үҙенә ылыҡтыра
Ҡар аҫтында ҡалған мышар!
Ҡалам йәйҙә!
Аҡыл бәйҙә,
Тик хистәрҙе кем һуң тышар?!
Ҡара мышар!!!
2019
Һин – сәфәрҙә
Бөгөн өйгә инге килмәй,
Унда һин юҡ...
Өйҙә, бәлки, йылылыр ҙа
Йәнгә – һыуыҡ.
Өйҙә, бәлки, йылылыр ҙа
Шомло тынлыҡ.
Шундай тынлыҡ – бар донъяны
Ҡурҡытырлыҡ.
Өйҙә һинһеҙ бер йәм дә юҡ,
Күңел илай.
Ебәрмәйем! Гел янымда
Йөрө шулай!
Ебәрмәйем! Йә барайыҡ
Бергә... Ҡуша!
Сәфәрҙәһең. Әллә ниңә
Эсем боша...
2019
Минең көҙөм
Мин үҫкәндә көҙҙәр һары,
Бәпкәләр кеүек ине,
Саҡ-саҡ ҡырын ҡараһаң да
Үпкәләр кеүек ине.
Инде күптән алсаҡ ҡыҙый
Һөйкөмлө ҡатын инде.
Йәй генәһе – йәшел сәхрә,
Көҙҙәре алтын инде.
Бер ҡараһаң, ҡыҙыл балан,
Бер баҡһаң, миләш кеүек,
Ҡыҙҙарын бирә кейәүгә –
Үҙе лә кәләш кеүек...
Кәләш кеүек, ләкин белә
Япраҡтар ҡойолорон,
Сөйөп бәйләгән яулығы
Йәшерә маңлай һырын.
Алтын көҙҙәр башҡа хәҙер!
Көҙҙәр ҡартлыҡ төҫөндә...
Ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк
Улар шуның өсөн дә.
Көҙҙәрҙә генә ҡалырлыҡ,
Юҡ инде бүтән сарам,
Үкенмәйем. Бик һаҡ ҡына,
Ап-аҡ ҡына,
Ап-аҡ ҡына
Ҡышыма инеп барам...
2019
Читайте нас: