-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хаттарҙа – тормош...

Бала үҫтереүсе әсәйҙәрҙән редакцияға килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе – түләүҙәр, пенсиялар хаҡында. Гүзәл зат үҙгәреп торған ҡанундарҙы яҡшыраҡ төшөнөргә, уларҙы ғаиләһе мәнфәғәтенә файҙаланырға теләй. Был һанда шундай хаттарҙың береһенә әҙерләнгән яуапты баҫабыҙ.

Хаттарҙа – тормош...
Хаттарҙа – тормош...

– Ҡыҙҙарымдың береһе ҡаты ауырыуға дусар, ул сабый саҡтан инвалид. Үҙем пенсия йәшенә етеп киләм. Инвалид балалы ата-әсәләргә пенсияға алдан сығыу шарттары ниндәй икән, шул хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине?

Мәҙинә ШӘРИПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе пенсиялар тәғәйенләү бүлеге етәксеһе Резеда Мөнир ҡыҙы МӨХИТОВА аңлатма бирә.
– Инвалид баланы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе пенсияға алдан сығыу хоҡуғына эйә.
Әсәйҙәргә был осраҡта хаҡлы ялға 50 йәш тулғас китергә мөмкин. Уларҙың страховка стаждарының кәмендә 15 йыл булыуы мөһим. 2024 йылда сығырға ниәтләһәләр, 28,2 пенсия коэффициенты тупланыуы шарт.
Атайҙарға килгәндә иһә, страховка стаждары 20 йылдан кәм түгел икән, улар 55 йәштән ялға сыға ала. Шулай уҡ пенсия коэффициенттары 28,2 булыуы мотлаҡ.
Пенсияға алдан сығыу хаҡындағы ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, Рәсәй Пенсия һәм социаль фондының клиент хеҙмәтендә йәки күп функциялы үҙәктәрҙә бирә алалар.
Шулай ҙа итергә була: хаҡлы ялға тәүҙә әсәй китеп, шунан атай сығырға мөмкин – әсәй әлеге пенсиянан баш тартҡан йәки пенсияның башҡа төрөнә күскән осраҡта.
Эшләмәүсе атайҙың йәки әсәйҙең инвалид баланы ҡарау осоро шулай уҡ страховка стажына индерелә. Уны ҡараған һәр тулы йыл өсөн 1,8 пенсия коэффициенты өҫтәлә.
Инвалид балалы ата-әсәләргә Социаль фондҡа иртәрәк – пенсияға алдан сығыу хоҡуғына эйә булыуға ике йыл ҡала мөрәжәғәт итеү зарур.
Фонд белгестәре, пенсия хоҡуҡтарын яҡынса баһалап, файҙалы кәңәштәрен әйтер. Кәрәк икән, архивтарға, ойошмаларға һәм дәүләт органдарына һорауҙар ебәреп, талап ителгән мәғлүмәттәрҙе юллап алыр.
Форсаттан файҙаланып, тағы ла бер мәғлүмәт өҫтәп китәбеҙ: инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә, опекундарға һәм попечителдәргә, сабыйҙарына арнау өсөн, айына дүрт өҫтәмә ял көнө бирелә. Был көндәрҙе алыу өсөн эш биреүсегә ғариза яҙыу мотлаҡ.
Өҫтәмә дүрт ял көнөн ата-әсә үҙ-ара бүлеп тә, бер ыңғайҙан да файҙалана ала. Мәҫәлән, әсәй – өс көнөн, атай – бер көнөн, йәки икешәрләп. Иң мөһиме – ай эсендә көндәр һаны дөйөм алғанда бер ғаиләгә дүрттән артмауы һәм мотлаҡ эш көндәре булыуы фарыз.
Уҙған йылдың сентябренән инвалид баланы тәрбиәләү өсөн бирелгән көндәрҙе уңайлыраҡ итеп файҙаланыу мөмкин. Ата-әсәләр, тотонолмаған көндәрҙе йыйып, 24 көнгә тиклем бер юлы алыу хоҡуғына ла эйә. Хеҙмәткәр ялдарҙы ниндәй көндәрҙә аласағын эш биреүсе менән килешергә һәм кадрҙар бүлегенә ғариза яҙырға тейеш. Элек иһә ай дауамында файҙаланылмаған көндәр икенсе айға күсерелмәй торғайны.

Автор:
Читайте нас: