-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәш әсәйҙәр өсөн мәғлүмәт

– Ярты йәшлек ҡыҙым менән декрет отпускыһында ултырам. Фатир өсөн ипотека, машина өсөн кредит түләйбеҙ, иремдең эш хаҡы осто-осҡа ялғарға ла етмәй. Йәш ярымға тиклемге бәпесте ҡарау буйынса отпускыла булған ваҡытта эшләргә мөмкинме икән? Гөлйөҙөм МИҢЛЕҒОЛОВА,Өфө ҡалаһы.

Йәш әсәйҙәр өсөн мәғлүмәт
Йәш әсәйҙәр өсөн мәғлүмәт

Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Мөьмин улы Латипов яуап бирә.
– Эйе, мөмкин. Ләкин сабыйығыҙҙы яҡшылап тәрбиәләү форсаты булһын өсөн, эш көнө оҙонлоғо ҡыҫҡартылырға тейеш.
Тулы булмаған эш көнө шарттарында хеҙмәт итеп, шул ваҡытта баланы ҡарау буйынса пособие алыуға хоҡуҡты һаҡлау хаҡындағы федераль закондарға үҙгәрештәр 2022 йылдың июленән үҙ көсөнә инер, тип көтәбеҙ. Үҙгәрештәргә ярашлы, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса пособие алыу хоҡуғы һаҡланһын өсөн, тулы булмаған эш көнө оҙайлылығы ҡәҙимге эш ваҡытының 50 процентынан артмаҫҡа тейеш, йәғни йәш әсәгә күп тигәндә ярты көн эшләргә мөмкин.
Шуға иғтибар итеү мөһим: әгәр ҙә әсә Социаль страховкалау фондынан баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие ала, шул уҡ ваҡытта тулы булмаған эш көнө шарттарында эшләүен дауам итә һәм уның эш көнө оҙайлылығы ҡәҙимге хеҙмәт ваҡытының 50 процентынан артып китә икән, ойошма айлыҡ пособие түләүҙе туҡтатыу кәрәклеге хаҡында Фондҡа хәбәр ебәрергә тейеш буласаҡ. Һәм, әлбиттә, баланың әсәһе йә атаһы был пособиены яңынан юллай ала, тик законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ! Бындай пособие күләме алдағы ике календарь йылдағы уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итә. Пособиеның минималь күләме билдәләнелгән: ул – 8829,48 һум. Максималь күләме иһә – 31 282,82 һум.

 

– Йөклөлөктөң иртә айҙарында иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға махсус пособие алыу хаҡында аңлатып үтһәгеҙ ине.

Нәсимә БАТЫРОВА,
Шишмә районы.

Был мөрәжәғәтте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе белгесе Эльвира Хәбиб ҡыҙы ФАЗЛЕТДИНОВАҒА юлланыҡ.
– Йөклөлөктөң иртә сроктарында медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға айлыҡ пособие – килемдәре түбән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ул. Уны алыу өсөн буласаҡ әсәнең Рәсәй Федерацияһы территорияһында даими йәшәүе, йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә тороуы һәм ғаиләһендә йән башына айлыҡ килемдең төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан (12 110 һумдан) артмауы мөһим. Шулай уҡ түләүҙе тәғәйенләгәндә ғаиләнең милкенә, килемдәренә комплекслы баһа бирелә. Әгәр бәлиғ булған ғаилә ағзаһы эшләмәһә, быны аҡларлыҡ сәбәп булыу-булмауы иҫәпкә алына.
1 июндән был төр пособие күләме 6 600 һум тәшкил итә.
Пенсия фондында ауырлы ҡатындың медицина ойошмаһына барып йөрөүе хаҡында мәғлүмәт булыуы ла шарт. Шуға күрә ул йөклөлөк барышын күҙәтеүсе табипҡа ваҡытында (10-14 аҙнала, 18-22 аҙнала, 30-32 аҙнала) күренергә тейеш. Поликлиникалар был турала Социаль страховкалау фондына хәбәр итеп тора.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: