-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Әсәйем шифаханаға юллама көтә...»

– Әсәйем, беренсе төркөм инвалид булараҡ, шифаханаға барыу өсөн былтыр сиратҡа баҫҡайны. Сираты ҡасан етер икән, тип сабырлыҡ менән көтәбеҙ. Ғөмүмән, шуны ла белгебеҙ килә: юлламаны республикалағы шифаханаларға бирәләрме икән, әллә башҡа төбәктәрҙекенәме?Гүзәл ШӘФИҒУЛЛИНА,Өфө ҡалаһы.

«Әсәйем шифаханаға  юллама көтә...»
«Әсәйем шифаханаға юллама көтә...»

Уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәтенә Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВ аңлатма бирә.
– Былтыр республикабыҙҙа льготалы категориялы кешеләргә шифахана-курорттарға 5085 юллама бирелеүен, шуларҙың 1097-һе инвалид балаларға һәм уларҙы оҙатып барыусы кешеләргә бүленеүен билдәләп үтергә теләйем.
Льготалы категорияға ҡараусыларға шифаханаға юллама биргән саҡта уларҙың йәше, сиренең ниндәй булыуы, сәләмәтлек мөмкинлектәре, йыраҡ ергә бара алыу-алмауы күҙ уңында тотола. Ошоларҙың барыһын да, шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙа заманса шифахана-курорт комплексы булыуын иҫәпкә алып, былтыр юлламаларҙың 60 проценттан ашыуы республикалағы шифаханаларға алынды. Мәҫәлән, киң билдәле «Йоматау», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ассы», «Талҡаҫ», «Радуга», Октябрьскийҙағы «Бодрость» шифаханаларында, Әбйәлил районындағы «Ҡайынҡайҙар» ял йортонда , шулай уҡ Белореттағы «Белоречье», Туймазылағы «Тонус», «Зөбәржәт», Стәрлетамаҡтағы «Ҡайынҡай» шифахана-профилакторийҙарында һаулыҡтарын нығытыусылар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Юлламаларҙың ҡалғаны республиканан ситтәге, шул иҫәптән Кавказ Минераль һыуҙары, Краснодар крайы һауыҡтырыу учреждениеларына бирелде.
Шифаханала дауаланып ҡайтыусылар медицина белешмәһе һәм ғариза нигеҙендә юллама алыуға яңынан сиратҡа баҫа.
Льготалы категорияға ҡараусыларға юллама өс йылға бер тапҡыр бирелә. 2022 йылдың 1 апре­ленә ҡарата һауыҡтырыу учреждениеларына барыуға 16,5 мең тирәһе кеше сиратта тора.
Юлламаларға сират ҡәтғи күҙәтелә, берәүҙең дә хоҡуғы боҙолмай. Ул турала мәғлүмәтте һәр кем, үҙ СНИЛС-ының номерын йыйып, беҙҙең сайттың r02.fss.ru «Шифахана-курорт дауаланыуына сират һаны» бүлегендә ҡарай ала.
Һаулыҡты нығытыу өсөн шифаханаға ебәреү, медицина күрһәтмәләре булғанда, дәүләт тарафынан билдәләнгән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына инә. Дәүләт ярҙамының был төрөнә кемдәр хоҡуҡлы булыуын һанап үтәм:
1) һуғыш инвалидтары;
2) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;
3) хәрби хәрәкәттәр ветерандары («Ветерандар тураһында» Федераль законының 3-сө статьяһында (1-се пункт, 1-4-се подпункт) билдәләнелгәндәр араһынан);
4) 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем кәмендә алты ай хәрәкәттәге армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби уҡыу йорттарында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, ошо осорҙағы хеҙмәт өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән хәрби хеҙмәткәрҙәр;
5) «Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнгәндәр;
6) Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һауаға ҡаршы оборона объекттарында, һауаға ҡаршы урындағы оборона объекттарында, хәрәкәттәге фронттарҙың тыл сигендә оборона ҡоролмалары, хәрби-диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм башҡа хәрби объекттар төҙөлөшөндә, хәрәкәттәге флоттарҙың операция зоналарында, тимер юл һәм автомобиль юлдарының фронт буйы участкаларында эшләүселәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башында башҡа дәүләттәр порттарында мәжбүри тотҡарланған транспорт флоты караптарының экипаж ағзалары;
7) һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаилә ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һауаға ҡаршы урындағы оборона объекттарын яҡлау һәм авария командаларының шәхси составының ғаилә ағзалары, шулай уҡ Ленинград ҡалаһы госпиталдәренең һәм дауаханаларының һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары;
8) инвалидтар;
9) инвалид балалар;
10) Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡанда, Семипалатинск полигонында ядро һынауҙары ваҡытында нурланыуға дусар булыусылар һәм уларға тиңләштерелгәндәр.
Әгәр ошо мәсьәлә буйынса һорауҙар тыуһа, 8 (347) 256-16-99, 8 (347) 279-55-38 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: