– Ғаиләбеҙҙә инвалид бала үҫә. Уны ҡарау өсөн миңә йәки иремә ай һайын түләүле ял көндәре бирелергә тейеш, тип ишеткәйнек...
Венера ИВАНОВА,
Раевка ауылы.
– Рәсәй закондарына, атап әйткәндә, Хеҙмәт кодексының 262-се статьяһындағы 1-се бүлегенә ярашлы, инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәнең (опекундың, попечителдең) береһенә айына өҫтәмә рәүештә дүрт түләүле ял көнө бирелә. Бының өсөн уларҙың эш урынында ғариза яҙыуы кәрәк.
Ҡабатлап үтәбеҙ: ял көндәрен ата-әсәнең береһе файҙалана ала, йә булмаһа, ҡулай икән, икәүләшеп үҙ-ара бүлешеп алырға мөмкиндәр.
Был ял көндәре ата-әсәнең сираттағы йыллыҡ түләүле отпускыһы, хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған отпускыһы, өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпускыһы осоронда бирелмәй. Ләкин, әйтәйек, әсәй өс йәшкә тиклемге бәпесе менән өйҙә ултыра икән, атай кешенең дүрт түләүле ял көнөнә хоҡуғы һаҡлана. Ата-әсәнең береһе йыллыҡ йәки хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған отпускыла булғанда, был хоҡуҡ икенсеһенә бирелә.
Бер айҙа файҙаланылмаған түләүле ял көндәре икенсе айға күсерелмәй. Ғаиләлә инвалид бала берәүҙән күберәк булғанда, көндәр һаны арттырылмай.
Инвалид бала тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял көндәре өсөн эш биреүсе түләй. Артабан ул был сығымдарҙы ҡаплау өсөн Социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Түбәндәге мәғлүмәт иһә эш биреүселәр иғтибарына: 2022 йылдың 1 ғинуарынан инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәнең береһенә бирелгән өҫтәмә ял көндәре өсөн эш биреүсе түккән сығымдарҙы Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе ҡаплауы хаҡында Ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Ҡағиҙәләрҙең Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 9 авгусындағы ҡарары менән раҫланыуын да өҫтәп китәбеҙ.
– Бәпес ҡарап өс йыл өйҙә ултырғандан һуң эшкә сыҡҡайным, шул айҙа уҡ ауырып, больничный алырға тура килде. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие ниндәй йылдарҙағы эш хаҡына ҡарап түләнергә тейеш икән?
Гөлфиә САФИНА,
Өфө ҡалаһы.
– Хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие хеҙмәткәрҙең больничныйға сыҡҡанға хәтлемге ике календарь йылдағы уртаса эш хаҡы буйынса иҫәпләнә. (Йөклөлөк һәм бала табыу, сабыйҙы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие күләме лә алдағы ике йылдағы уртаса эш хаҡына ҡарап сығарылыуын әйтеп китеү кәрәктер).
Әгәр һеҙ больничный алғанға тиклемге ике (йәки бер) йылда йөклөлөк һәм бала табыу йәки бәпес ҡарау буйынса отпускыла булһағыҙ, уртаса хеҙмәт хаҡын тағы ла алдараҡ календарь йылдарҙан сығып иҫәпләргә мөмкин – әлбиттә, шул рәүешле пособиеғыҙ күләме артһа. Һеҙгә пособиены иҫәпләү йылдарын алмаштырыуҙы һорап ғариза яҙыу мотлаҡ.
Әгәр был мәсьәлә буйынса һорауҙар тыуһа, 8(347)-262-70-10 телефоны буйынса шылтыратып, белешмәләр алырға була.