-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ
25 Ғинуар 2022, 15:21

Электрон биттәр – заман талабы

«Яңы йылдан хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар электрон биттәр буйынса түләнәсәк, тип һөйләйҙәр. Шул турала аңлатма биреп үтһәгеҙ ине». Гөлйөҙөм Ғәлиева. Бүздәк районы.

Электрон биттәр – заман талабы
Электрон биттәр – заман талабы

Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВ яуап бирә:

– 2022 йылдан Социаль страховкалау фонды  пособиеларҙы (шул иҫәптән хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса ла) проактив, йәғни ғаризаһыҙ түләүгә һәм тулыһынса цифрлы формат буйынса эшләүгә күсә. Халыҡ өсөн был яңылыҡтың төп файҙаһы шунан ғибәрәт: кешеләргә пособие артынан йөрөү кәрәкмәй тиерлек, уға хоҡуғы булыу ғына мөһим. Ойошмалар һәм Социаль страховкалау фонды араһындағы документтар әйләнеше мотлаҡ электрон вариантҡа әйләнәсәк.

Әлбиттә, документтар әйләнеше тотошлай электрон булғас, ҡағыҙ больничный биттәр кисәге көндә «тороп ҡала». 2022 йылдың 1 ғинуарынан бөтә больничный биттәр тик электрон төрҙә бирелә һәм улар буйынса пособиелар автоматик рәүештә иҫәпләнә.

Дауаханалар һәм поликлиникалар хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ хаҡындағы электрон биттәрҙе Социаль страховкалау фондының («Соцстрах») берҙәм мәғлүмәт системаһына һала. Унан иһә больничныйҙың асылыуы, оҙайтылыуы йәки ябылыуы хаҡында хәбәрҙе Социаль страховкалау фонды эш биреүсегә һәм хеҙмәткәрҙең Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына автоматик рәүештә ебәрә.

Пособиелар, элеккесә, Социаль страховкалау фондынан туранан-тура түләнә. Фонд хеҙмәткәрҙең эш хаҡы күләме тураһындағы, башҡа мәғлүмәттәрҙе үҙе туплай. Кәрәк икән, ул Федераль һалым хеҙмәте, Пенсия фондының дәүләт мәғлүмәт системаларынан һәм башҡа дәүләт учреждениеларынан өҫтәмә мәғлүмәт һората ала.

Артабан инде йыйылған мәғлүмәттәр раҫлау өсөн хеҙмәткәр эшләгән ойошмаға ебәрелә. Эш биреүсе мәғлүмәттәрҙе раҫлағас, Социаль страховкалау фонды хеҙмәткәргә пособие түләй. Был турала мәғлүмәт граждандарҙың Фонд сайтындағы шәхси кабинетында урынлаштырыла, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша еткерелә.

Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса электрон биттәргә күсеү һөҙөмтәһендә эш биреүселәргә ҡағыҙ мәшәҡәте (йыйыу, һаҡлау, ебәреү) кәмей. Электрон больничныйҙың номерын да эш биреүсегә башҡаса хәбәр итеү кәрәге юҡ.

Электрон больничныйҙарҙың мөһим өҫтөнлөгө  шунда – әле, тормош ҙур тиҙлек менән барғанда, улар ваҡытты янға ҡалдырырға ярҙам итә. Һәр кем, поликлиникала сират тормайынса, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы һәм Социаль страховкалау фондындағы шәхси кабинеттарында үҙ больничныйының статусын (асылыу, оҙайтылыу, ябылыу) онлайн-режимда, тиҙ арала белә ала.

 Эшләп йөрөүсе 65 йәштән өлкән өләсәй менән олатайҙар яңы төр больничныйҙарҙың ни тиклем ҡулай булыуын пандемия ваҡытында үҙҙәре күрҙе. Улар, хәүеф төркөмөнә ҡараусы булараҡ, тулы карантинда ятҡан саҡтарында, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиены электрон документ буйынса алып, ҡатмарлы осорҙо үткәрҙе. Электрон больничныйҙарҙың өҫтөнлөктәрен кешеләр яйлап үҙҙәре төшөнөр. Улар – бөгөнгөбөҙҙөң айырылғыһыҙ өлөшө, заман талабы.

Автор:
Читайте нас: