-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ
25 Октябрь 2021, 15:21

Әсәйҙәрҙең хәтер янсығына

Редакциябыҙға бала үҫтереүсе әсәйҙәр, теге йәки был түләүҙәр хаҡында аңлатма биреүҙе һорап, йыш мөрәжәғәт итә. Уларҙың ҡайһы бер һорауҙарына Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе белгесе  Раушания Әмер ҡыҙы КӘБИРОВА яуап бирә.

Әсәйҙәрҙең  хәтер янсығына
Әсәйҙәрҙең хәтер янсығына

– Балалар баҡсаһына йөрөүсе улым йыл һайын ҡыш буйына ауырый, ундай саҡтарҙа икәүләшеп өйҙә ултырырға тура килә. Был ныҡ кеҫәгә һуға, сөнки стажым бәләкәй булғас, хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ пособиеһы ла аҙ килеп сыға. Хәҙер бәләкәстәр сирләгәндә түләнеүсе больничный яңыса иҫәпләнә, шул хаҡта һөйләп китһәгеҙ ине?

Нурзидә Нурисламова,

Әлшәй районы.

 

– 8 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса больничный түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр быйыл 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инде.

Хәҙер 8 йәшкә ҡәҙәрге сабый ауырып киткән осраҡта, уны ҡараусы кешегә (әгәр ул эшләй икән) хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ пособиеһы, стажы күпме булыуға ҡарамаҫтан, уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнә.

Бала стационарҙа дауаланамы, әллә амбулатор шарттарҙамы – айырма юҡ, пособие ҙурлығы бер үк буласаҡ.

Ошоға тиклем 8 йәшкә тиклемге бала сирләгән саҡта уны ҡараған кешегә больничный, хеҙмәт стажынан сығып, түбәндәгесә иҫәпләнә торғайны: стажы биш йылға тиклем булғанда – уртаса эш хаҡының 60 проценты, биш йылдан һигеҙ йылға тиклем икән – 80 проценты, һигеҙ йылдан артҡан осраҡта 100 проценты күләмендә.

Закондағы үҙгәрештәр йәш ата-әсәләрҙең тормош хәлен яҡлауға йүнәлтелгән, сөнки уларҙың күбеһенең тейешле стажы юҡ, ә больничныйға йылына бер нисә тапҡыр сығырға тура килә – үҫкән саҡта балалар йыш сирләй.

Тағы ҡабатлап үтәбеҙ: үҙгәрештәр 8 йәшкә тиклемге ауырыу баланы ҡарау осраҡтарына ғына ҡағыла.

8 йәше тулған, унан олораҡ балалар сирләгән саҡта хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ пособиеһы элеккесә түләнә:

– баланы амбулатор шарттарҙа дауалағанда – тәүге календарь 10 көн өсөн уны ҡараусының страховка стажы оҙайлылығы буйынса билдәләнгән күләмдә. Артабанғы көндәр өсөн – уртаса хеҙмәт хаҡының 50 проценты күләмендә.

– бала стационарҙа (шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа) дауаланған ваҡытта – уны ҡараусының страховка стажы оҙайлылығы буйынса билдәләнгән күләмдә.

 

– Мин әле йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса Социаль страховкалау фондынан пособие алам. Эшемдән китергә уйлайым. Был осраҡта Фонд миңә пособие түләүҙе дауам итәсәкме?

Гөлйөҙөм Нурғәлиева,

Бүздәк районы.

 

– Юҡ. Сөнки Социаль страховкалау фонды был пособиены страховкаланған, йәғни эшләүсе кешеләргә генә түләй. Эшләмәүсе кешеләргә ундай пособиелар халыҡты социаль яҡлау органдары аша бирелә. Эштән киткәс, һеҙгә шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта эш биреүсе ойошмағыҙ һеҙҙең китеүегеҙ хаҡында мотлаҡ рәүештә Фондҡа хәбәр итергә тейеш – был бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие түләүҙе туҡтатыу өсөн кәрәк. Кешенең эштән китеүе йәки тулы көнгә эшкә сығыуы хаҡында мәғлүмәт булмау арҡаһында Фонд пособиены арттырып түләгән икән, Рәсәй закондарына ярашлы, ул аҡсаларҙы эш биреүсе ойошма ҡайтарырға тейеш.

Әгәр һорауҙарығыҙ тыуһа, Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһендәге колл-үҙәккә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Уның эш ваҡыты: шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ә йома көндәрендә – 16:45 сәғәткәсә. Тел.: 8(347) 262-70-10.

Автор:
Читайте нас: