-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ял сәфәре өсөн cертификат

«Оло йәштәгеләр республика буйлап сәфәр ҡылған өсөн сертификат ала икән. Ул кемдәргә бирелә һәм нисек юллана? Беҙ ҙә шулай донъя күреп ҡайтыр инек...» – редакциябыҙға шулай тип мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Был һорауға Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарҙы һәм башҡа категория граждандарҙы социаль яҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Адель Хәлил ҡыҙы Борханова аңлатма бирә.

Ял сәфәре өсөн cертификат
Ял сәфәре өсөн cертификат

– Башҡортостанда өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға республикабыҙҙың туристик маршруттары буйлап ял итеү хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға сертификаттар 2011 йылда бирелә башланы. Ғүмер буйы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өләсәй һәм олатайҙарға, асылда, дәүләттән матур бүләк ул. Сертификаттар «Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһында туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү» ярҙамсы программаһына ярашлы бүленә.

Барыу-ҡайтыу, трансфер, йәшәү, ашау, экскурсия – социаль турға, ҡағиҙә булараҡ, бына ошолар инә. Уның хаҡы кәмендә 12 мең тәшкил итә. Ләкин, хаҡы күпме булыуға ҡарамаҫтан, программала ҡатнашыусы пенсионерҙарға –       8 000 һумлыҡ, аҙ килемле пенсионерҙарға – 12 000 һумлыҡ, инвалидтарға һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә 12 000 һумлыҡ сертификат тапшырыла.

Программала республикала йәшәү урындары буйынса теркәлгән һәм пенсияларына социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар (60 йәшлек һәм унан өлкән ирҙәр, 55 йәшлек һәм унан өлкән ҡатын-ҡыҙҙар), «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау хаҡында»ғы Законға ярашлы инвалид тип танылыусылар, шул иҫәптән коляскалағы     инвалидтар, күреү һәләте буйынса беренсе төркөм инвалидтар, инвалид балалар, шулай уҡ пенсияларына социаль өҫтәмә алмаусы, ләкин 2017 йылдың 15 майына тиклем сиратҡа баҫҡан хаҡлы ялдағылар ҡатнаша ала.

Сертификат алыуға сиратҡа баҫыу өсөн йәшәү урыны буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында, һайланған турҙы күрһәтеп, ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризаға түбәндәге документтарҙы беркетеү мөһим:

– Рәсәй гражданы паспорты йәки 14 йәшкә тиклемге инвалид баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы күсермәһе;

– пенсия таныҡлығы (хаҡлы ялдағылар өсөн) йәки пенсия менән тәьмин ителеү тураһында Пенсия фонды идаралығынан белешмә күсермәһе. Был документ берке­телмәгән икән, уны Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалы ведомство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә үҙе һоратып ала;

– медицина-социаль экспертиза йәки табип-хеҙмәт эксперт комиссияһы тарафынан инва­лидлыҡ билдәләнеүен раҫлаған белешмә күсермәһе (инвалидтар өсөн);

– «Ветерандар тураһында»ғы закондың 14-се статьяһында билдәләнгән социаль ярҙамға хоҡуҡты раҫлаусы Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды таныҡлығы күсермәһе;

– «Ветерандар тураһында»ғы закондың 15-се йәки 17-се статьяларында билдәләнгән социаль ярҙамға хоҡуҡты раҫлаусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны таныҡлығы күсермәһе;

– ғариза яҙыусының пенсияһы (башҡа социаль түләүҙәре) күләме хаҡында белешмә;

– ғаризаны пенсионерҙың (инвалидтың) вәкиле килтергән осраҡта, уның вәкәләттәрен раҫлаусы документ.

Сертификат сират буйынса һәм ғариза яҙыусы кеше йәшәгән район-ҡалаға билдәләнгән сертификаттар һанына ҡарап, квотаға ярашлы бүленә. Уларҙы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдары йәки «Ғаилә» республика ресурс үҙәге бүлектәре бирәсәк.

Эксперт советы быйыл пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан маршруттары буйлап 186 социаль тур һайлаған. 2021 йылда республикала йәмғеһе 905 кешене шундай сертификаттар менән тәьмин итеү күҙҙә тотола. Был маҡсатта ҡаҙнанан 7,8 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Редакциянан: киләһе һандарҙың береһендә оло йәштәгеләргә республикабыҙ буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеген биреүсе тағы бер программа – «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты тураһында һөйләрбеҙ.

Автор:
Читайте нас: