Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 1 апрелгә тиклем был пособиеның күләме йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итә ине. Уның база өлөшө 1 апрелдән һуң да шулай ҡаласаҡ – республикабыҙҙа ул 5 038 һум. Ғаиләнең матди хәленә ҡарап, пособие күләме балалар өсөн тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 75 процентына (7 557 һум) йәки 100 процентҡа (10 077 һум) артыуы мөмкин. Уны яңыса иҫәпләгәндә ғаиләнең йән башына килеме генә түгел, йорт-фатирҙары, машиналары, ере, раҫланған 12 айлыҡ табышы, банктағы аҡсаһы ла иғтибарға алына.
– Беҙ – бәләкәй генә ауылда йәшәүсе йәш ғаилә. Дүрт йәшлек ҡыҙ, алты йәшлек ул үҫтерәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда иремә лә, үҙемә лә эш юҡ, үҙебеҙҙән артҡан ит, һөт-ҡаймаҡ, йәшелсә-емеште баҙарға алып барып һатып, осто осҡо ялғайбыҙ. Ҡулға рәсми хеҙмәт хаҡы инмәгәс, табышыбыҙҙы раҫлап булмай. Шул сәбәпле өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн яңыса иҫәпләнеп түләнеүсе пособиены юллай алмайбыҙ...
– Законға ярашлы, айлыҡ был пособиеға хеҙмәткә һәләтле һәр ағзаһының 12 айлыҡ табышы булған (эшләгән урынынан, йә эшҡыуарлыҡтан алған килем, пенсия йәки стипендия) ғаиләләр хоҡуҡлы. Мәҫәлән, ғариза быйыл апрелдә яҙылһа, 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың ноябренә тиклемге осор иҫәпкә алына. Ошо осорҙа ғаиләнең бәлиғ булған һәр ағзаһы рәсми табыш алырға йәки эшләй алмауҙы нигеҙләрлек сәбәбе булырға тейеш. Был – пособиены тәғәйенләү өсөн федераль норматив хоҡуҡи актта билдәләнгән шарттарҙың береһе.
– Һеҙгә Өфөләге йәш рәссамдар ғаиләһе мөрәжәғәт итә. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Мин әле йәш ярымлыҡ бәләкәсебеҙ менән декрет отпускыһында ултырам, олоһона биш йәш. Ирем ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Оло ҡыҙыбыҙға пособие тәғәйенләгәндә авторлыҡ гонорарҙары йәки ижади эш өсөн айырым түләүҙәр һаналамы икән?
– Әгәр авторлыҡ заказдары буйынса, шулай уҡ интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә хоҡуҡты билдәләү хаҡында килешеүҙәр булһа һәм был төр табыштан һалым түләнеп килһә, пособие билдәләгән саҡта ул мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.
– Әлеге түләүҙәрҙе тәғәйенләгәндә милек ни рәүешле иҫәпләнә: ғариза биргән ваҡыттағыһымы, әллә йыл дауамында беҙҙең исемдә булғанымы? Беҙ, мәҫәлән, апрелдә генә ҙур йортобоҙҙо һатып, бәләкәйерәген алдыҡ. Еребеҙ ҙә бар. Уның ҙурлығы күпме булғанда был пособие бирелмәй?
– Милектең ғариза яҙған мәлдә ғаиләгеҙ исемендә булғаны иҫәпкә алына. Ә ер участкаһына килгәндә, пособиеға дәғүә итеү өсөн ҡалала йәшәүселәрҙеке ул – 25 сутыйҙан, ауылдағы ғаиләләрҙеке 1 гектарҙан артмауы шарт.
– Ғаиләбеҙҙә өс бала. Икәүһенә әле 7 йәш тулмаған, ун биш йәшлек ҡыҙыбыҙ сабый саҡтан инвалид булараҡ пенсия ала. Ике бәләкәсенә пособие юллағанда оло ҡыҙыбыҙҙың пенсияһы ғаиләнең табышы булараҡ баһаланамы?
– Инвалид балаға пенсия йән башына табышты баһалағанда иҫәпкә алына, ә уны ҡарау буйынса компенсация – индерелмәй.