– Эшләмәүсе пенсионерҙарға яңы йылдан ҡартлыҡ буйынса пенсиялар артасаҡ, тип ишеткәйнек. Ошо хаҡта ныҡлап аңлатып китһәгеҙ ине?
– Эйе, 2021 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары, теркәлгән (фиксированный) түләүҙе лә индереп, 6,3 процентҡа индексацияланды. Һөҙөмтәлә республикала ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 15 715 һумға етте.
Ғинуар айынан Башҡортостанда хаҡлы ялдағы 1 миллион 180 мең кешегә пенсиялары артып килде.
Һәр кем өсөн ул шәхсән билдәләнә һәм алған пенсия күләменә бәйле. Хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында тупланған пенсия хоҡуҡтары (стаж, эш хаҡы, страховка взностары, пенсия коэффициенттары һаны) ни тиклем юғары булһа, страховка пенсияһы һәм, тимәк, индексациянан һуң уға өҫтәмә лә шул тиклем ҙурыраҡ.
Эшләп йөрөүсе пенсионерҙарға килгәндә иһә, әлегә уларға был өҫтәмә бирелмәй.
Әгәр эшләмәүсе олатай һәм өләсәйҙәрҙең пенсиялары республикала билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән икән, улар йыл дауамында пенсияларына федераль социаль өҫтәмә аласаҡ. Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумының әле 9605 һум булыуын иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.