Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы, Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ аңлатма бирә.
– Эйе, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған федераль законға ярашлы, әсәлек капиталын ҡулланыу мөмкинлектәре байтаҡҡа киңәйтелде.
Дәүләт ярҙамының күләме артты, сертификат аҡсаһын тотоноу хәҙер күпкә ябайыраҡ та һәм уңайлыраҡ та.
Иң мөһим үҙгәреш шул: әсәлек капиталы беренсе балаға ла бирелә башланы. Тәүге бәпестәре 2020 йылдың 1 ғинуарынан тыуған (уллыҡҡа алынған) ғаиләләр 466 617 һум күләмендә әсәлек капиталы алырға хоҡуҡлы.
2020 йылда икенсе сабыйы донъяға килгән ғаиләләргә был дәүләт ярҙамы күләме өҫтәмә рәүештә 150 мең һумға арта һәм 616 617 һум тәшкил итәсәк.
Тәүге ике балаһын 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем, йәғни әсәлек капиталы программаһы эшләй башлағансы тапҡан ғаиләләр ҙә күп. Өсөнсө (йәки артабанғы) сабыйын 2020 йылда тыуҙырған (уллыҡҡа алған) осраҡта уларға ла шул суммалағы – 616 617 һум күләмендәге – әсәлек капиталы тейеш.
Тағы бер яңылыҡ: законға ингән үҙгәрештәр ғаиләләрҙең сертификат аҡсаһына баҡса участкаһында йорт төҙөү хоҡуғын нығыта. Бының өсөн ергә милек хоҡуғын раҫлаусы документ һәм торлаҡ төҙөлөшөнә рөхсәт булыуы шарт.
Программаның 2026 йыл аҙағына тиклем оҙайтылыуын да билдәләп китергә теләйем.
2020 йылдың 15 апреленән тағы бер яңылыҡ көтә: сабый ошо ваҡыттан һуң донъяға килһә, әсәлек капиталы артынан Пенсия фондына барып йөрөргә кәрәкмәй – кәрәкле мәғлүмәттәр Берҙәм гражданлыҡ хәле акттарын теркәү реестрынан алынып, сертификат автоматик рәүештә тултырыла. Уны тапшырыу тураһында белдереү әсәнең дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән шәхси кабинетына һәм порталда күрһәтелгән телефон номерына ебәрелә.
Әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан саҡта ла Пенсия фондына барырға түгел. Кредит алған банкта уҡ торлаҡ алыу йәки төҙөү өсөн сертификат аҡсаһын файҙаланыуығыҙ, шул иҫәптән тәүге взнос итеп индереүегеҙ тураһында ғариза яҙырға кәрәк.
2021 йылдан башлап сертификатты алыу – 5 көнгәсә, унан файҙаланыу хаҡындағы ғаризаны ҡарау ваҡыты 10 көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Башҡа ведомстволарҙан өҫтәмә мәғлүмәт һорағанда сертификатты алыу – 15, ғаризаны ҡарау 20 көнгә ҡәҙәр оҙайтылыуы мөмкин.
Программа ғәмәлгә ингән 2007 йылдан бирле Башҡортостанда 320 854 әсәлек капиталы сертификаты бирелгән. Ғаиләләрҙең күпселеге – 264 меңе –сертификат аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған.